Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тыныслыҡ хаҡына хыянат
Немец генералдарының
20 июлдәге фетнәһе

Шартлауҙан һуң Штауффенберг Гитлер­ҙың үлгән-үлмәгәнен белмәй китте. Ашыҡ­тылар. Беренсенән, үҙҙәренә тиҙерәк ҡо­толоу мөһим ине. Икенсенән, уға Берлинда “Валькирия” операцияһына етәкселек итеү кәрәк. Ҡайтҡас, “Гитлер үлтерелдеме?” тигән һорауға “Шартлау булды, үҙем күрҙем” тип кенә яуап бирә. Былай ҙа ҡурҡып-өркөп кенә йөрөгән ҡайһы бер фетнәселәр баҙап ҡала, йәғни, фюрер үлмәгән булһа, эш харап бит! “Гитлер дөмөктө” тип өҙөп кенә әйтһә, моғайын, ваҡиғалар ағышы икенсерәк булыр ине. Юҡты бар итеп һөйләргә теләмәүенә Штауффенбергтың аристократик тәрбиәгә эйәлеге сәбәп булманымы икән?
Шартлауҙан һуң вермахтың элемтә хеҙмәте начальнигы генерал Фельгибель, алдан килешелгәнсә, резиденцияның тышҡы донъя менән элемтәһен өҙә. Әммә, дөрөҫ булһа, төп бәйләнештән тыш, СС хеҙмәте урынлаштырған өҫтәмә йәшерен линия булған, тиҙәр. Резерв армияһы командующийы аумаҡай Фридрих Фромм шуның аша “Бүре ояһы” менән бәйләнешкә инә һәм фельдмаршал Вильгельм Кейтелдән фю­рерҙың үлмәгәнен белә (ул В. Кейтель-Нюренберг процесында Германияның ка­пи­- ту­ляцияһын һис һүҙһеҙ ҡабул итеүсе һәм ҡул ҡуйыусы төп фигура буласаҡ). Өҫтәүенә тегенән Штауффенбергты таптыра башлай­ҙар. Фромм «аҫтына һыу үткәнен» тиҙ төшөнә һәм үҙ башын ҡотҡарыу сара­һына тотона. Йәғни Штауффенбергты ҡулға алыр­ға маташа. Штауффенберг уның үҙен бикләп ҡуя. Хәҙер инде Резерв армияһына командующий урынбаҫары генерал Ольбрихт етәкселек итә, һалдаттарҙы ул күтәрергә тейеш. Ә уныһы, фюрерҙың үлгән-үлмәгәнен белмәйенсә ҡуҙғалмайым, тип кәзәләнә. Фромм ғына етмәгән, хәҙер быныһы ҡәҙерле һәм һанаулы ваҡытты әрәм итә.
16 сәғәт тирәләрендә Ольбрихт, ниһа­йәт, ыңғайға килә, “Валькирия” операцияһын башларға бойороҡ бирә. Штауффенберг сараға туранан-тура етәкселек итергә тотона. Резерв армияһы Берлинда квартал артынан кварталды үҙ контролендә тота. Гестапо, СС, СД органдарын ҡулға алалар. Фетнәселәр Чехословакия менән Францияла уңышлы эшләй. Икенсеһендәге оккупация ғәскәрҙәре командующийы генерал Штюльпнагель көн кисләүгә Парижда бер ниндәй атышһыҙ 1200 кешенән торған СС, СД подразделениеларын һәм гестапо­сыларҙы ҡулға төшөрә.
Генерал Эрвин Роммель, Төньяҡ Африканан еңелеп ҡайтҡандан һуң, Францияла союздаштарға ҡаршы уңышлы һуғыша. Фетнәне ойоштороуҙа уның өлөшөнөң тос булыуы бәхәсһеҙ. Заманында үҙе етәкселек иткән корпус һәләк булғанда ярҙам итмәгәне, меңәрләгән немец һәм Италия һалдат­тарының фажиғәһе өсөн фюрерҙан үс ала ул. Парижда фетнәселәрҙең уңышын генерал Штюльпнагель исеменә бәйләһәләр ҙә, уңыштың нигеҙен Роммелдең һаҡ һәм аҫтыртын эшмәкәрлеге билдәләгәне барыбер һиҙелә. 20 июль ваҡиғаларында, бәлки, алдан йөрөгән булыр ине, тик ике көн алда яраланып өлгөрә. Ул ултырған автомобилде инглиз истребителе пулемет утына тота...
18 сәғәттә майор Якоб ротаһы Радио йортон ала. Ярты сәғәттән Берлинда, Германияның башҡа ҡалаларында, Чехословакияла һәм Францияла булып ятҡан хәтәр хәлдәр бөтөн донъяға хәбәр ителә.
18.35 — 19.00 сәғәттәр. Хөкүмәт кварталы ҡамалғандан һуң майор Отто-Эрнест Ремер пропаганда министры Геббельсты ҡулға алырға килә. Уныһы, Интернетта әйтелгәнсә, Гитлерға шылтырата һәм трубканы майорға бирә (йәнәһе, фюрерҙың үлмәгәненә үҙең ышан!)
Фюрер Ремерға фетнәселәрҙе аяуһыҙ баҫтырырға, Берлиндағы хәлдәрҙе үҙ ҡулына алырға бойора. Артабан хәлдәр ҡырҡа үҙгәрә. Ремер һалдаттарына ҡорал­дарын фетнәселәргә ҡаршы борорға ҡуша. Ул, Геббельс янында ултырып, Штауффенберг яҡлыларға ҡаршы көрәш ойоштора. Ярҙамға фюрерға тоғро көстәрҙе саҡыра. фетнәселәрҙең хәле мөшкөлләнә. Өҫтәүенә Берлиндағы баш элемтә үҙәге телеграфистары Гитлер яҡлыларҙың бойороҡтарын адресатҡа еткерә, Штауффенберг күрһәт­мәләрен үткәрмәй. Фетнәселәр үҙ-ара бәйләнеште юғалта.
19.30 сәғәттән һуң. Ремер һалдаттары Резерв армияһының фетнәселәр яҡлы төркөмдәренән өҫтөнлөк ала барғанда Ольбрихт үҙҙәренең штабын оборонаға әҙерләргә тотона.
Ошо ығы-зығы араһында аумаҡай позициялы полковник Франц Гербер бер нисә офицеры менән Ольбрихтты, Штауффенбергты һәм уның тоғро адъютанты Хефтенды ҡулға ала. Дөрөҫ, һуңғы өсәү еңел генә бирелмәй. Ҡыҫҡа ғына атыш булып ала, Штауффенбергтың ҡулы яралана.
Гербер фетнәселәрҙең ҡалған етәкселәрен дә ҡулға ала, Фридрих Фроммды тотҡонлоҡтан сығара. Артабан “парад” менән Фромм етәкселек итә.
Яза

00.21 сәғәттә Фромм фетнәне баҫтырыуы тураһында Гитлерға телеграмма ебәрә. Ул хәрби трибунал исеменән баш фетнәселәрҙе үлем язаһына хөкөм итә. Башлыҡтары генерал Людвиг Бек әфәндегә үҙенә атылып үлергә рөхсәт ителә.
Эрих Фельгибелде — 1944 йылдың 4 сентябрендә, Карл Герделерҙы — 1945 йылдың 2 февралендә, генерал-фельдмаршал Эрвин фон Вицлебенды 1944 йылдың 8 авгусында язалайҙар. Судта Вицлебен: “Һеҙ беҙҙе палач ҡулына бирерһегеҙ, әммә өс айҙан да һуңламай йәберләнгән халыҡ ерәнес менән һеҙҙең үҙегеҙҙе яуапҡа тарттырыр. Бысраҡ урамдар буйлап тереләй һөйрәп йөрөтөрҙәр!” — тип әйтеп ҡалдыра.
Сығанаҡтарҙың күбеһе генерал Эрвин фон Роммелде урап үтә. Уның фетнәлә ҡатнашҡанлығын белгәс, хөрмәт иткән генералы өсөн фюрер бошонған, тиҙәр. Заманында Роммель Төньяҡ Африкала һәлә­­кәт­кә тарығанында ярҙам итмәгәне өсөн, бәлки, үкенгәндер. Данлы генералды мәсхәрә ҡылырға фюрер баҙнат итмәгәндер. Генералдарға күрһәтелгән хөрмәт менән ерләһендәр өсөн Гитлер, уға үҙенә үҙе ҡул һалырға тәҡдим итеп, хәбәр ебәрә. Рәсми сығанаҡтар генералдың 1944 йылдың 14 октябрендә ағыу эсеп үлгәнен раҫлай. Роммелде, ысынлап та, милли герой дәрәжә­һендә ҡәҙер-хөрмәт менән ерләйҙәр.
1944 йылдың 30 авгусында Францияла генерал Штюльпнагелде аҫалар. Фридрих Фромм, ғәмәлдә, фюрерға тоғролон иҫбатлауҙан бигерәк, болала үҙенең ҡағылышын белгән шаһиттарҙан тиҙерәк арынырға ашыға. Шуның өсөн үлем язаларын кисектергеһеҙ ҡуллана. Еп нисек кенә борғоланмаһын, барыбер осо килеп сыға, тиҙәр. Оҙайлы тикшереүҙәр Фроммдың да ҡойроғона баҫа. Ул 1945 йылдың 12 мартында язаһын ала. Граф полковник Клаус фон Штауффенбергты, уның адъютанты өлкән лейтенант Вернер фон Хефтенды, генерал Фридрих Ольбрихтты һәм фон Квирнхаймды, ҡулға алынғас та, Фромм бойороғо менән төн уртаһында Резерв армияһы штабы урынлашҡан өй ишеге алдында атып үлтерәләр. Штауффенберг һуңға тиклем рух ныҡлығы һаҡлаған. Мылтыҡ залптары аҫтында ла: ”Йәшәһен изге Германия!” – тип ҡысҡырып үлгән.
Фетнәселәрҙе, уларҙың яҡындарын һәм дуҫ-иштәрен эҙәрлекләү һәм хөкөм итеү һуғыш тамамланғансы дауам итә. Меңәр­ләгән кеше золом күрә. Заманында Көнсы­ғыш Германия (ГДР) һәм совет тарихсылары фетнәселәрҙе ике төркөмгә бүлеп йөрөтөр ине. Беренсеһе – Лейпциг бургомистры Карл Герделер етәкселегендәге “консерватив”, икенсеһе – Штауффенберг етәкләгән “патриотик” төркөм. Беренсеһе, дәүләт түңкә­релеше уңышлы үткән хәлдә, Көн­байыш менән сепарат солох төҙөп, СССР-ға ҡаршы һуғышты дауам итергә ниәтләй. Икенсеһе, илдең барлыҡ йәмәғәт ойошмаларын, хатта подпольелағы коммунистарға тиклем бергә туплап, демократик йәмғиәт төҙөүҙе; һуғыштан баш тартыуҙы, тыныслыҡ урынлаштырыуҙы планлаштыра.
Немец генералдары Гитлерҙы 1944 йылда Германия еңелә башлағас ҡына, илде ҡотҡарыу хаҡына үлтерергә йыйынды тигән фекер дөрөҫлөккә тап килеп бөтмәй. Фетнә 1938 йылда уҡ ойоша башлай. Генерал Хеннинг фон Тресков башлыҡты күп тапҡыр үлтерергә тырышып ҡарай. Әле 1943 йылдың 13 мартында Гитлер Смоленскиға килгәндә, Тресков менән адъютанты фон Шлабрендорф уның самолетына бомба һалыуға өлгәшә, мәгәр шартлау ҡоролмаһы эшләмәй.
Немец халҡы араһында 20 июль фетнә­селәренә ҡарата берҙәм генә ҡараш юҡ. Кемдер уларҙы хыянатсыға, бәғзеләр пат­риот­ҡа һанай. Ә шулай ҙа бөгөнгө Германияла уларҙы ил азатлығы өсөн ғүмерен биргән милли геройҙар тип һанайҙар, иҫ­тәлеген дәүләт кимәлендә ҡәҙерләп һаҡ­лайҙар.
Атылған урынында Клаус фон Штауффенберг хөрмәтенә мемориаль таҡтаташ ҡуйылған...

***
“Валькирия” йәки “валькириялар” Төньяҡ Европа халыҡтары мифологияһында “хур ҡыҙҙары” тигәнде аңлата икән. Улар һәләк булған батырҙарҙы ҡайғыртыусы зат, ти. Һуғыш баҫылғас, күктән яу яланына төшәләр ҙә, үлгән батырҙарҙың иң-иңдәрен генә һайлап алып, мәңгегә үҙҙәре араһында йәшәтеү өсөн күктәргә алып китәләр, ти. Мылтыҡ залптарының дары төтөнө таралғас төштөләрме икән шул хур ҡыҙҙары Клаус янына?.. Вернер янына... Эрвин янына... Беләһе ине...
Хәмит ИРҒӘЛИН.

(Аҙағы. Башы 177-се һанда).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 698

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 772

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 481

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 827

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 873