Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Аслыҡ беҙҙе еңмәне...
Мәсетле районының Әбдрәхим ауылы — ата-бабаларымдың төйәге. Ҡартәсәйем Көмөшбикә менән ҡартатайым Хафиз да шунда йәшәй. Ғаиләнең дүрт аты, өс һыйыры һәм һарыҡтары була. Үҙҙәре ер эшкәртә, иген үҫтерә. Нәбирә (инәйем), Хәбирә һәм Яңылбикә исемле ҡыҙҙары була. Уртансылары Әй йылғаһын аша сыҡҡанда һыуға батып үлә. Ҡартатайым Хафиз да көтмәгәндә яҡты донъяны ҡалдырып китә.

1921 йылда ауыл халҡы күпләп астан үлә. Ҡартәсәйем өлкән ҡыҙы Нәбирә менән башаҡҡа китер алдынан, хәл өҫтөндә ятҡан Яңылбикә апайымды, өйҙә үлеп ятмаһын тип, мал һарайындағы ялғашҡа һалып китә. Кис ҡайтҡас, ҡыҙын күреп, йөҙөндә йылмайыу сағыла: “Балам иҫән икән!”
Яңылбикә апайым беҙҙең ауылда юғары белемле беренсе уҡытыусы булды, күп кешенең тормошона ыңғай йоғонто яһаны.
Инәйем үҙенән бер йәшкә өлкән булған, бергә уйнап үҫкән күршеһе Вәхиткә тормошҡа сыға. Улар 20 йыл бергә йәшәп, 11 бала тәрбиәләй. Атайым 1942 йылдың көҙөндә һуғышҡа китте. Әй йылғаһы туңғайны, уларҙың ат менән боҙ өҫтөнән барғанын яҡшы хәтерләйем.
Күпмелер ваҡыт үтеүгә, атайым кейеп киткән әйберҙәрен почта аша өйгә ҡайтарҙы. Араларында иң ҡиммәтлеһе ҡыҫҡа тун ине. Күпмелер ваҡыт үткәс, беҙгә күрәҙәсе ҡарт килеүен яҡшы хәтерләйем. Инәйем мейестә нимәлер бешерә ине. Күрәҙәсе ҡарт һикегә ултырып, өҫтәлдәге китабына ҡарап, оҙаҡ хәбәр һөйләне. “Йәмәғәтең һуғыштан ҡайтмай, яныңда ике балаң ҡалыр, зәғифе 72 йыл йәшәр”, — тине. Күрәҙәсе беҙҙә булғанда, инәйем янында бишәү инек. Зәғиф балаң, тип әйткән һүҙе минең турала ине. Мин тыуыр алдынан инәйем киндер һуҡҡан, эсе менән арҡыры ағасҡа терәлеп, сабыйының бармаҡтарын имгәткән. Был зәғифлегемде тормошта бик һиҙмәнем. Бөтөн эште лә теүәл башҡарҙым.
Иҫ киткес хәйерселек 1944 йылдың яҙына тура килде. Ауылда йөҙҙән ашыу кеше аслыҡтан ҡырылды. Ҡәрендәшем Рәйсә, ағайым Ишмөхәмәт тә үлде. Юл аша күршебеҙ Миңзәй әбей өс малайы менән теге донъяға китте. Уның ире Хәким бабай һәм ике улы һуғышта үлде.
Һаҡта торған атайымдың эргәһендә снаряд шартлап, ярсығы ашҡаҙан-эсәктәрен аҡтарып ташлай. Ул алты сәғәт иҫендә була, һөйләшеп ята, командирынан ғаиләһенә хат яҙыуын һорай. 1944 йылдың 8 апрелендә Псков өлкәһендәге Пушкин районының Каменка ауылында вафат була.
Ситән эргәһендәге ҡар иреп, шытып сығып килгән кесерткәнде өҙгөләп ашай торғайным. Әй йылғаһы боҙҙан асылғас, тәлмәрйен дә тота инек. Көндәр йылынғас, балтырған, алабута, һаҙ йыуаһы, тау йыуаһы, ҡуҙғалаҡ һәм башҡа үлән менән туҡландыҡ. Балыҡ та тоттоҡ.
1946 йыл ваҡиғаға бай булды. “Һалым түлә!” — тип аптыратҡан ир кешенең башына инәйемдең тәртешкә менән һуҡҡанын хәтерләйем. Милиция килер тип ҡурҡҡайныҡ, юҡҡа булды. Теймәнеләр инәйемә.
Рәшиҙә апайым Х класты тамамлауға өлгәште. Сәйфулла ағай үлеп-терелеп тигәндәй һуғыштан ҡайтып, Рәйфә исемле ҡыҙға өйләнде. Күрше ауылдан килен булып төшкән еңгәнең, беҙгә ҡарап: “Был ауылда малайҙар яланғас йөрөй икән”, — тип аптырағаны иҫемдә ҡалған. Икебеҙ ҙә шыр-яланғас инек шул.
1 сентябрҙә Рәшиҙә апайым — уҡытырға, мин уҡырға барҙыҡ. Атайымдың ҡыҫҡа тунын кейҙем. Уның эсендә күлдәк, ыштан-маҙар юҡ ине.
Ваҡытында атайым апайыма ботинка алған. Улар икеһе лә һул аяҡтыҡы ине. “Боршоҡ бәтинкә” тип йөрөттөк. Ҡышын шул боршоҡ аяҡ кейемен, теге ҡыҫҡа тунды эләктереп, уҡырға ла, утынға ла, бесәнгә лә һәм башҡа урынға ла йөрөнөм.
1946—1956 йылдарҙа утын, бесән, һалам һөйрәп ташыным. Һөҙөмтәлә кәкерәйеп ҡалдым. Арҡама ятһам, тигеҙ ерҙә башым аҫҡа төшмәй һерәйеп тора.
Һирәк-мирәк күрәҙәсенең һүҙҙәре иҫкә төштө. “Мин 72 йыл йәшәйем, инәйемдән алда апайым йә туғаным Фәрҙиән баҡыйлыҡҡа күсә”, — тип уйлай инем. Фәрҙиән юғары белемле инженер булып эшләп, йәйге ялын шифаханаларҙың береһендә үткәргәндә һәләк булды.
Шулай итеп, инәйем ике балаһы менән ҡалды, күрәҙәсенең һүҙе раҫланды. Мин дә, инәйемдең һигеҙенсе балаһы, 72 йәштә яҡты донъянан китергә әҙерләнеберәк йөрөнөм. Күрәҙәсенең шулай алдан күреп, дөрөҫ әйтеүенә иҫем китеп, сит кешеләргә һөйләнем. Бер ғалим ҡарт, мине тыңлағас: “Күрәҙәсе дөрөҫ әйткән, тик ул һинең умартасы булып китереңде күҙ алдына килтермәгән. Бал ҡорттары ғүмерҙе кәмендә ун йылға арттыра. Оҙаҡ йәшәгән кешеләрҙең күбеһе — умартасы йә бал ашаған кешеләр. Донъяла бал менән сағыштырырлыҡ файҙалы ризыҡ юҡ”, — тип әйтте. “Рәхмәт аҡыллы фекерегеҙ өсөн”, — тип яуап бирҙем ғалимға.

Ивнәй ШАФИҠОВ,
ауыл хужалығы фәндәре кандидаты.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде

Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде 13.03.2026 // Йәмғиәт

Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде...

Тотош уҡырға 2

Республика халҡын томан һәм тайғаҡ булыуы хаҡында иҫкәрттеләр
Радий Хәбиров Талас ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны менән күреште
Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр

Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр 13.03.2026 // Йәмғиәт

Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр...

Тотош уҡырға 1

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды 13.03.2026 // Йәмғиәт

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды...

Тотош уҡырға 2

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде 12.03.2026 // Йәмғиәт

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде...

Тотош уҡырға 3

Башҡорт йырсыһы Гөлназ Асаева аварияла зыян күргән ҡатындың хәле тураһында хәбәр итте

Башҡорт йырсыһы Гөлназ Асаева аварияла зыян күргән ҡатындың хәле тураһында хәбәр итте 11.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡорт йырсыһы Гөлназ Асаева аварияла зыян күргән ҡатындың хәле тураһында хәбәр итте...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостандың тораҡ пункттарына мобиль интернет үткәрелә

Башҡортостандың тораҡ пункттарына мобиль интернет үткәрелә 11.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың тораҡ пункттарына мобиль интернет үткәрелә...

Тотош уҡырға 2

Майҙа Башҡортостан халҡын бер көнгә күберәк ял көтә

Майҙа Башҡортостан халҡын бер көнгә күберәк ял көтә 11.03.2026 // Йәмғиәт

Майҙа Башҡортостан халҡын бер көнгә күберәк ял көтә...

Тотош уҡырға 3

Кваркуш яҫы таулығында иҫән ҡалған Өфө турисы йүнәлә башлаған

Кваркуш яҫы таулығында иҫән ҡалған Өфө турисы йүнәлә башлаған 11.03.2026 // Йәмғиәт

Табиптар әйтеүенсә, уның хәле уртаса ауырлыҡта тип баһалана....

Тотош уҡырға 2

Баймаҡта һуғыш ветеранына 103 йәш тулды

Баймаҡта һуғыш ветеранына 103 йәш тулды 11.03.2026 // Йәмғиәт

Баймаҡта һуғыш ветеранына 103 йәш тулды...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда хәбәрһеҙ юғалғандарҙың бишәүһе үле килеш табылған

Башҡортостанда хәбәрһеҙ юғалғандарҙың бишәүһе үле килеш табылған 11.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда хәбәрһеҙ юғалғандарҙың бишәүһе үле килеш табылған...

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә