Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Тыныслыҡ хаҡына хыянат
Немец генералдарының 20 июлдәге фетнәһе

“Быны атҡарырға батырлыҡ тап­ҡан кеше тарихҡа хыянатсы булып керәсәк, ә башҡарырға теләмәүсе үҙен намыҫы алдында хыянатсы итеп тоясаҡ”.

Клаус фон Штауффенбергтың
ағаһы Бертольдҡа әйткәне.


Билдәһеҙлеккә старт

1944 йылдың 20 июль иртәһендә, иртәнге сәғәт 6-ла, Берлиндағы Резерв армияһы штабы начальнигы, полковник граф Клаус фон Штауффенберг асыҡ, еңел автомобилдә Юғары командованиеның Көнсығыш Пруссиялағы “Бүре ояһы” (“Вольфшанце”) исемле ялан ставкаһына кәңәшмәгә юлға сыға. Саҡырыу ҡағыҙына вермахтың Юғары командованиеһы начальнигы, Гитлерҙың хәрби эштәр буйынса беренсе кәңәшсеһе, генерал-фельдмаршал Вильгельм Кейтель үҙе ҡул ҡуйған.
Көн тәртибендә төп мәсьәлә – фронттағы хәлдәр торошо. Штауффенберг резерв частарын ойоштороу барышы тураһында доклад яһарға тейеш. Әле уның портфелендә доклад яҙмаһы һәм... ике бомба! Икеһе лә Гитлер өсөн. Бөгөн көндөҙгө сәғәт 1-ҙә кәңәшмә башланғандан һуң донъялағы иң яуыз бәндә Адольф Гитлер полковник Штауффенберг ҡулынан әжәлен табырға тейеш. Уның янында — тоғро көрәштәше, адъютанты, өлкән лейтенант Вернер фон Хефтен. Улар автомобилдә Рангсдорф аэродромына барасаҡ, унан курьер самолетында “Бүре ояһы”нан алыҫ булмаған Растенбург аэродромына осасаҡтар. Ставкала бомба шартлау “Валькирия” операцияһы башланыуға сигнал буласаҡ...

“Валькирия” планы

1944 йылдың йәй башында Юғары командование ҡушыуы буйынса Штауффенберг “Валькирия” планын төҙөй. Планда ил эсендә болалар башланған хәлдә һәм дә вермахтың Юғары командование менән элемтәһе юғалған осраҡта Резерв армияһы штабының ил менән идара итеү хоҡуғы ҡарала. Планды Гитлер үҙ ҡултамғаһы менән раҫлай. Ғәмәлдә фюрер, һиҙмәҫтән, үҙенә үҙе үлем ҡарары сығара. Илдә боланы тыуҙырыусылар мотлаҡ “Валькирия”ны төҙөүселәр булыр һәм боланы үҙен үлтереүҙән башлар тип Гитлерҙың башына ла килмәгәндер. Фюрерҙан раҫлау имзаһын ҡуйҙырып алғас, заговорҙа ҡатнашыусылар план тексын йәшертен генә үҙ файҙаһына үҙгәртеп яҙған, тиҙәр.
Планды төҙөүсе тураһында берҙәм генә фекер юҡ. Берәүҙәр уны Резерв армияһы командующийы генерал-полковник Фридрих Фромм урынбаҫары Фридрих Ольбрихт төҙөгән, тиҙәр. Икенселәр авторлыҡты Штауффенбергка бирә.
Ә генерал Эрвин Роммелде телгә алған урын юҡ. Шулай ҙа беҙҙең тарихсылар уны заговорҙың башлығы тип таный. Штауффенберг вариантын яҡлаусылар, полковниктың армия штабы начальнигы булараҡ, Гитлерҙың теләһә ҡасан ҡабул итеүе менән бәйләй. Ул — заговорсылар араһынан Гитлер янына бомба алып инеп шартлатырлыҡ берҙән-бер кеше. Заговорсыларҙың планы Гитлерҙы үлтереү генә түгел, ә ғәйәт ҙур маҡсат – дәүләт түңкәрелеше үткәреү. Гитлерҙы үлтереүҙе улар, илдә уйламағандан бола башланыу, тип иғлан итер ине.
Бола баҫтырыу һылтауы менән Резерв армияһы ярҙамында хөкүмәтте, СС, СД, Гестапо структураларын ҡулға алып, улар урынына үҙ кешеләрен ултыртырҙар ине. Ҡыҫ­ҡаһы, Германияла нацистик режим ҡолатылыр ине. Генерал-полковник Людвиг Бек — дәүләт башлығы (президент йәки монарх), Лейпциг бургомистры Карл Герделер — канцлер, генерал-фельдмаршал Эрвин фон Вицлебен Юғары баш командующий урындарын биләр ине.
Сәғәт 11-се 15 минут. Штауффенберг менән Хефтен Растенбург аэродромына килеп төшә һәм автомобилдә фюрер ставкаһына китә.
Кәңәшмә, Гитлерға Муссолини килеү сәбәпле, сәғәт 1-ҙән 1-се яртыға күсерелә. Өҫтәүенә, көн эҫе булыу сәбәпле, ер аҫты бункерында түгел, ә ағастан төҙөлгән казармала үткәрелә. Ер аҫты бүлмәләрендә шартлау көсө күпкә һәләкәтлерәк булыр ине. Был айырма фюрерҙың дөмөгөүенә ышанысты йәнә йомшарта. Кәңәшмә алдынан Штауффенберг менән Хефтен бер бомбаның детонаторын активлаштырып өлгөрә, тик ҡабаландырыуҙары арҡаһында икенсе шартлатҡысты эшкә ҡуша алмайҙар.
Штауффенберг Кейтелдең адъютанты фон Фрейендтан Гитлерға яҡыныраҡ урын биреүен үтенә. Тегеһе уға фюрерҙан ике генә метр алыҫлыҡта полковник Бранд янынан урын бирә. Клаус бомбалы портфелен өҫтәл аҫтына, имән тумбаның Гитлер яғына ҡараған битенә һөйәп ҡуя. Кәңәшмә башлана. Бомба детонаторы ла ғәҙел һәм ҡотолғоһоҙ рәүештә кәрәкле минуттарҙы һанай. Германия ҡаршылыҡ күрһәтеү көстәренең тарих һәм донъя алдындағы иҫ китмәле акцияһына һанаулы ғына минуттар ҡала...

Тәүәккәллектәргә
бай хәтәр ай


Июль – Гитлерҙы үлтереүгә уҡталыуҙар һәм кисектереүҙәр айы.
6 июлдә Штауффенберг Бергхофҡа бомба менән килә, ләкин заговорҙың әүҙем ағзаларының береһе генерал-майор Гельмут Штофф уны Гитлерҙы үлтермәҫкә өгөтләүгә өлгәшә.
11 июлдәге Берегхоф кәңәшмәһенә Штауффенберг йәнә бомба менән килә һәм быныһында ла шартлатмай. Заговорсылар бер атҡанда ике генә түгел, өс ҡуянды алырға уйлай, йәғни Гитлер менән бергә уның рәсми вариҫы Геринг менән СС етәксеһе Гиммлерҙы ла дөмөктөрөргә ниәтләнәләр. Кәңәшмәлә һуңғы икәү булмағанға күрә террор кисектерелә. “Аҡылһыҙ бәндәне үлтереп, уның урынын йәнә аҡылынан яҙған зат биләһә, ул үлтерештән ни файҙа?” – ти заговорсылар. Бер аҙ уйлашҡас, сираттағы осраҡта, Геринг менән Гиммлерҙың булыу-булмауына ҡарамаҫтан, Гитлерҙы мотлаҡ юҡ итергә һөйләшәләр.
15 июль. “Бүре ояһы”нда нәүбәттәге кәңәш­мә ғәҙәттәгесә сәғәт 12-лә башланасаҡ. Ике сәғәт алда Берлинда Резерв армияһы командующийы урынбаҫары Ольбрихт һалдаттарын тревога менән хөкүмәт кварталы урынлашҡан Вильгельмштрассеға табан алып сыға башлай. Штауффенбергтың уңышҡа өлгәшеренә үтә ышаныуымы, әллә булмаһа, түҙемлек бөтөү бәләһеме – уларын әйтеү ауыр. Частар, әйтелгән урында туҡтап, артабан күрһәтмәләр көтә, ә Ольбрихт Штауффенбергтан “Гитлер үлтерелде” тигән хәбәр килеренә өмөтләнә.
Штауффенберг резерв хәле тураһында док­лад яһай ҙа, сығып Ольбрихтҡа шылтырата. Һалдаттарҙың хөкүмәт кварталын биләүгә әҙерлеге менән ҡыҙыҡһына. Һалдаттар әҙер. Гитлерҙы ғына үлтерергә кәрәк. Штауффенберг кире кергәндә инде Гитлер кәңәшмә залынан сығып киткән була. Штауффенберг Ольбрихтҡа тиҙ генә йәнә шылтырата һәм эш бешмәүен хәбәр итә. Ольбрихт, беҙ хәрби күнекмә үткәрәбеҙ, тип һалдаттарын алдап-йолдап казармаларына кире ҡайтара.

Гитлерға үлем сәғәте килгәндә…

20 июль, 1-се яртынан һуң. “Бүре ояһы”нда бомба Гитлерҙың һуңғы минуттарын һанай...
Алдан һөйләшелгәнсә, вермахтың элемтә хеҙмәте начальнигы генерал Эрих Фелгибель Штауффенбергты, һеҙҙе телефонға һорайҙар, тип саҡыртып ала. Штауффенберг сығып киткәс, аяҡ аҫтында ҡамасаулап тормаһын тип­тер, полковник Бранд портфелде имән тум­баның икенсе яғына шылдырып ҡуя. Ошонда инде ағас йыһаз фюрерҙың ҡотҡарыусыһына әйләнә. Штауффенберг менән Хефтен авто­мо­билгә ултырып өлгөрөүгә, казарма тәҙрәләрен бүҫеп, кәңәшмә залында бомба шартлай. Сирена олой, “Бүре ояһы” таяҡ тығылған ҡыр­мыҫҡа иләүеләй ҡайнай... Ваҡыт – 13 минуттан 1 тула.
Кәңәшмәлә ҡатнашҡан 24 кешенең дүртәүһе урында үлә. Шул иҫәптән полковник Бранд та. Ҡалғандары төрлө дәрәжәләге тән йәрәхәттәре ала. Гитлер ҙа күп яралар һәм контузия ала, аяҡтары бешә, ваҡытлыса һаңғыраулана.
Интернет материалдарына ышанһаң (улар­ға йыш ҡына намыҫ менән яуаплылыҡ тойғоһо етешмәй), бисара Адольфтың һул ҡулы сепрәк ише елберләп, һәленеп торған; сәстәре, мы­йы­ғы, ҡаштары өтөлгән; башы күҙ асып йомғансы ҡутырларға өлгөргән; салбары меңәр киҫәккә өҙөлөп осҡан һ.б., һ.б. Әстәғәфирулла, тәүбә-тәүбә!..
Сәғәт 1 тирәләрендә Штауффенберг менән Хефтен көслө постар аша алдап-йолдап “Бүре оя­һы”нан сығыуға өлгәшә һәм Растенбург аэ­ро­дромы аша Берлинға ҡайтып төшә. “Вальки­рия” операцияһының тәүге һәм мөһим пунк­ты үтәлде. Хәҙер Берлинда, Германияла, ба­ҫып алынған Франция менән Чехословакия­ла дәүләт түңкәрелеше үткәрергә тотонорға кәрәк.
.

(Аҙағы бар).


Автор: Хәмит ИРҒӘЛИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды...

Тотош уҡырға 1

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе 30.04.2026 // Йәмғиәт

Май айында һауа торошо ғәҙәти күп йыллыҡ күрһәткестәргә тап килә....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде
Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды 29.04.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды...

Тотош уҡырға 1

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте 29.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы 29.04.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә, 30 апрелдә билдәләнгән Рәсәйҙең Янғын һағы көнө алдынан, Башҡортостан Башлығы Радий ......

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы...

Тотош уҡырға 3

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй 28.04.2026 // Йәмғиәт

27 апрелгә ҡарай төндә илебеҙҙең баш ҡалаһында ҡар яуған.....

Тотош уҡырға 2

Май байрамдарында республика дауаханалары нисек эшләй

Май байрамдарында республика дауаханалары нисек эшләй 28.04.2026 // Йәмғиәт

Май байрамдарында республика дауаханалары нисек эшләй...

Тотош уҡырға 3

Республикала Андреевтар ғаиләһендә унынсы бала тыуған

Республикала Андреевтар ғаиләһендә унынсы бала тыуған 27.04.2026 // Йәмғиәт

Күп балалы ата-әсәгә тантаналы шарттарҙа тыуыу тураһында таныҡлыҡ тапшырылды....

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә