Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Батырлыҡ мәңгелек
Батырлыҡ мәңгелек Күп милләтле халҡыбыҙҙың Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән тиңһеҙ ҡаһарманлығына, данлы Еңеүҙең оло юбилейына арналған йөкмәткеле саралар ҡалала әле лә дауам итә. Әйтәйек, тыуған яҡты өйрәнеү музейында һәм китапханаларҙа Ер шарын ҡара афәттән ҡотҡарып алып ҡалған совет яугирҙәренең батырлығы, тыл хеҙмәтсәндәренең фиҙакәр хеҙмәте хаҡында бай экспозициялар һәм күргәҙмәләр эшләй.


Бында төрлө быуын вәкилдәре, бигерәк тә йәштәр, Башҡортостан халҡының ил азатлығы өсөн көрәшкә индергән өлөшө хаҡындағы тарихи мәғлүмәттәр менән ҡыҙыҡһынып таныша. Яңы уҡыу йылы башланғас, “Батырлыҡ дәрестәре”ндә лә һуғыш һәм тыл ветерандары, төрлө эске ҡораллы бәрелештәрҙә ҡатнашҡан яугирҙәр саҡырыла. Был эштәрҙе ойоштороуҙа ветерандар советының идара ағзалары даими әүҙемлек күрһәтә.
Милитаристик Японияны тар-мар итеүҙең һәм Икенсе донъя һуғышы тамамланыуҙың 70 йыллығына арнап, ҡала хакимиәте етәкселеге ололарҙың йәмәғәт ойошмаһы ағзалары, яугир ветерандар менән берлектә Еңеү скверында хәтер митингы үткәреп, “Мәңгелек ут” мемориалына сәскәләр һалды. Нефтекамала япон армияһына ҡаршы һуғышҡан 15 ветеран йәшәй, шуларҙың унауһы, ғәскәрҙәрҙең алғы сафында булып, илебеҙ көнсығышында барған яуҙарҙа туранан-тура ҡатнашҡан. Мәҫәлән, 88-се йәше менән барған Сергей Воробьев, фашистарҙы Берлинда дөмөктөргәс, япондарға ҡаршы һуғышҡа ебәрелә һәм уларҙы Ҡытайҙың Харбин ҡалаһы тирәһендә ҡыйрата. Тыныс тормошҡа 1952 йылда ғына ҡайта, “Уралэнергострой” тресында эшләп, бер нисә электр станцияһын, шул иҫәптән Ҡарман ГРЭС-ын төҙөүҙә ҡатнаша.
Сараның тәүге өлөшөнән һуң кисәге яугирҙәр ҡаланың ветерандар советы урынлашҡан бинаға сәйгә йыйылды. Бында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан Антонина Тютяеваға Рәсәй Оборона министрлығының “Армия генералы Маргелов” миҙалы тапшырылды. Сығышы менән Әлшәй районының Михайловка ауылы ҡыҙы Антонина Ивановна шәфҡәт туташы булып Сталинградтан Берлинғаса данлы һуғыш юлы үткән, “Батырлыҡ өсөн” һәм башҡа күп миҙал менән бүләкләнгән.




Автор: Айсар ҮҘӘНБАЕВ. Район: Нефтекама ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә