Күп милләтле халҡыбыҙҙың Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән тиңһеҙ ҡаһарманлығына, данлы Еңеүҙең оло юбилейына арналған йөкмәткеле саралар ҡалала әле лә дауам итә. Әйтәйек, тыуған яҡты өйрәнеү музейында һәм китапханаларҙа Ер шарын ҡара афәттән ҡотҡарып алып ҡалған совет яугирҙәренең батырлығы, тыл хеҙмәтсәндәренең фиҙакәр хеҙмәте хаҡында бай экспозициялар һәм күргәҙмәләр эшләй. Бында төрлө быуын вәкилдәре, бигерәк тә йәштәр, Башҡортостан халҡының ил азатлығы өсөн көрәшкә индергән өлөшө хаҡындағы тарихи мәғлүмәттәр менән ҡыҙыҡһынып таныша. Яңы уҡыу йылы башланғас, “Батырлыҡ дәрестәре”ндә лә һуғыш һәм тыл ветерандары, төрлө эске ҡораллы бәрелештәрҙә ҡатнашҡан яугирҙәр саҡырыла. Был эштәрҙе ойоштороуҙа ветерандар советының идара ағзалары даими әүҙемлек күрһәтә.
Милитаристик Японияны тар-мар итеүҙең һәм Икенсе донъя һуғышы тамамланыуҙың 70 йыллығына арнап, ҡала хакимиәте етәкселеге ололарҙың йәмәғәт ойошмаһы ағзалары, яугир ветерандар менән берлектә Еңеү скверында хәтер митингы үткәреп, “Мәңгелек ут” мемориалына сәскәләр һалды. Нефтекамала япон армияһына ҡаршы һуғышҡан 15 ветеран йәшәй, шуларҙың унауһы, ғәскәрҙәрҙең алғы сафында булып, илебеҙ көнсығышында барған яуҙарҙа туранан-тура ҡатнашҡан. Мәҫәлән, 88-се йәше менән барған Сергей Воробьев, фашистарҙы Берлинда дөмөктөргәс, япондарға ҡаршы һуғышҡа ебәрелә һәм уларҙы Ҡытайҙың Харбин ҡалаһы тирәһендә ҡыйрата. Тыныс тормошҡа 1952 йылда ғына ҡайта, “Уралэнергострой” тресында эшләп, бер нисә электр станцияһын, шул иҫәптән Ҡарман ГРЭС-ын төҙөүҙә ҡатнаша.
Сараның тәүге өлөшөнән һуң кисәге яугирҙәр ҡаланың ветерандар советы урынлашҡан бинаға сәйгә йыйылды. Бында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан Антонина Тютяеваға Рәсәй Оборона министрлығының “Армия генералы Маргелов” миҙалы тапшырылды. Сығышы менән Әлшәй районының Михайловка ауылы ҡыҙы Антонина Ивановна шәфҡәт туташы булып Сталинградтан Берлинғаса данлы һуғыш юлы үткән, “Батырлыҡ өсөн” һәм башҡа күп миҙал менән бүләкләнгән.