“Һинең хаҡта үҙең түгел, эшең һөйләһен”, — ти мәҡәл. Оялсан ҡарашлы, һорғолт ҙур күҙле, зифа буйлы, кеше менән һәр саҡ алсаҡ, йылмайып һөйләшеүсән, илгәҙәк Гөлгөнәгә ҡарап, белмәгән әҙәм: “Эйе, матур ҡатын! Башҡорттоң да бындайы була икән?!” — тип тел шартлатыуҙан ары китмәҫтер. Ә Гөлгөнә Баймырҙинаны, Республика халыҡ ижады үҙәгенең баш белгесен, яҡындан белгән кеше ошо оялсан ҡараш, мөләйемлек, ҡатын-ҡыҙға хас нәфислек алиһәһенең иңендә төбәк кимәлендә тиҫтә йылдар дауамында гөрләп үтеп торған күпме проекттар, бәйгеләр, фестивалдәр ятҡанын белә.“Салауат йыйыны”, “Ашҡаҙар таңдары”, “Шәжәрә байрамы”, “Аҡмулла нәсихәттәре”, “Йор үҙән”, “Ауаз”, “Дим буйы моңдары” һәм башҡалар — исемдәрен һанап сығыу ғына ла ул проекттарҙың әһәмиәте хаҡында күп нәмә һөйләй. Ә бына уларҙы проект хәленән тормошҡа ашырыу, ойоштороу өсөн күпме көс, күпме йоҡоһоҙ төндәр, тынғыһыҙ көндәр кәрәк икәнен һирәктәр генә белә торғандыр. Ашаған белмәй, тураған белә, ти йәнә мәҡәл. Мин ул проекттарҙың тик береһендә, 2007 йылда үткән Салауат йыйынында ғына, “төп ҡоҙа” ролендә, йәғни сценарист булараҡ ҡатнаштым һәм аңланым: егермешәр мең кешене туплар йыйынды “бер йоҙроҡҡа төйнәп” ойошторор өсөн таланттан башҡа сифаттар ҙа кәрәк. Атап әйткәндә — фиҙакәрлек. Эйе, фиҙакәрлек. Йәнә — башҡорт халыҡ ижадын белеү генә түгел, тойомлау. Ә ҡайҙа халыҡ ижады, шунда — тарих. Ә тарихтың тере ҡуҙҙарын иң яҡшы һаҡлаған һандыҡ — ул фольклор. Күңелеңдә шулар булмаһа, иң дан проект та йәшәүгә һәләтле түгел.
Гөлгөнә менән сыҡҡан һәр сәфәремдән мин бер яҡтан байып, икенсе яҡтан шәкертемә ҡарап һоҡланып ҡайтам. Шәкертем, тинем. Дөрөҫ. Хәтерләүҙәр мине алыҫ 90-сы йылдар башына алып ҡайта. Ҡырҡ йәше тулыуға үҙенең эске донъяһын, булмышын, асылын халыҡҡа аса, еңел булмаған шарттарҙа шәхес кимәленә күтәрелә алған Гөлгөнә Баймырҙина үҙе тураһында уйламаҫ ерҙән уйларға, ниндәйҙер һығымталар яһарға мәжбүр итә.
Ул көнгө дәрес, тәүге дәрес иҫтә ныҡ ҡалған. Учалы ҡалаһындағы музыка училищеһы базаһында башҡорт фольклор бүлеген астыҡ. Беҙгә, зыялыларға, теләктәшлек итеүселәр табылды: ул ваҡыттағы мәҙәниәт министры Салауат Әминев, дәүләт эшмәкәре Мансур Әйүпов — береһе-бер ҡаршы килмәне. Мөдир — эшлеклелек, ойоштороу оҫталығы менән даны сыҡҡан Гөлдәр Моратова. Училищеның дөйөм ятағының ике бүлмәһе — беҙҙең кластар. Мине шунда уҡытыусы итеп “ҡоҙаланылар” — әле ул мәлдә “Яйыҡ” гәзите редакцияһында мөхәррир урынбаҫары булып та эшләй инем. Мин алып барған фәндәр: башҡорт әҙәбиәте, башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижады, ғәрәп яҙмаһы, ислам нигеҙҙәре, сәхнә теле һәм, әлбиттә, этнография. Күберәкме бер кешегә? Эйе, күп. Ләкин ул саҡта беҙ, әлеге Гөлгөнә йәшендәге уҡытыусылар, халҡыбыҙға кәрәкле белгестәр әҙерләү хаҡына тауҙар аҡтарырға әҙер инек! Үҙебеҙ конкурс аша һайлап алған һәр бала — беҙҙең өсөн гәүһәрҙәрҙән ҡиммәт аманат. Ул аманат-гәүһәрҙе оҫталар ҡулы дүрт йыл һырлағандан һуң халҡыбыҙға тапшырырға тейешбеҙ: “Әйҙә, рәхим ит, сәс халҡыңа нурыңды!” Гөлгөнә шуларҙың береһе ине.
Ғәрәп яҙмаһы дәресе. Мин, 90-сы йылда уҡ халыҡҡа ғәрәп яҙмаһын өйрәтеү буйынса киске (йәкшәмбе) мәктәп асҡан кеше булараҡ, уны өйрәтеүҙең еңел юлын тапҡанмын: уҡыусы алфавит өйрәнеүгә ваҡыт сарыф итмәй, беренсе дәрестән үк һүҙҙәр яҙа башлай. Тәүге һүҙ — “ата”. Ошоға оҡшаш һүҙҙәр табырға ҡушам. Күрәм, Гөлгөнә әле өйрәнелмәгән хәрефтәр менән байтаҡ һүҙ яҙып ташлаған. Таҡтаға саҡырам — яҙа бит ҡыҙыҡай.
— Нимә, әллә һин ғәрәп яҙмаһын беләһең инде?
— Эйе, әҙерәк.
— Кем өйрәтте?
— Олатайым.
— Ә беҙ ғәрәп графикаһы нигеҙендә барлыҡҡа килгән иҫке төрки телде өйрәнәбеҙ, сөнки революцияға тиклем бар әҙәбиәт шул шәкелдә яҙылған.
Белгәнде икенсе төрлөгә күсереүгә ҡарағанда белмәгәнде өр-яңынан башлап өйрәтеү еңелерәк тә бит...
— Һин, Гөлгөнә, дәрестән һуң ҡал әле, — тимен.
Нәҙек кенә ашҡаҡлы, ҙур күҙле, аҡ йөҙлө, тал сыбығылай нескә ҡыҙыҡай нимәһе менәндер иғтибарҙы биләй, йәлләтә лә кеүек. Эйе, күҙҙәре моңһоу — был юҡҡа түгел.
Дәрестән һуң ул минең янға килде. Һөйләшеп киттек. Өс йәшенән алып олатаһы менән өләсәһе тәрбиәһендә үҫкән. Ә бер йәшенән алып дүрт йәшкә тиклем Магнитогорск ҡалаһында дауаханала ятҡан. Шунда теле сыҡҡан, урыҫса. Әсәһе алыҫта йәшәй, ире, балалары бар. Гөлгөнәнең атаһы, оҫта ҡуллы Вәлит — күптән гүр эйәһе. Инде өләсәһе лә вафат булған. Һикһәнде үткән олатаһы ғына бар. Гөлгөнә, бына, уҡырға инде, ейәнсәрһеҙ ул ни эшләр?
— Беләһеңме, Гөлгөнә, беҙҙең өй иркен! Өлкән улым, Айтуған, быйыл Питерға уҡырға инде, өйҙә кесе улым да ағайың. Әйҙә беҙгә!
Шулай дуҫлаштыҡ. Малай уҡырға киткәндән һуң үҙемде ҡайҙа ҡуйырға белмәй, күңелде эш менән генә баҫып йәшәп ятҡанда тормошома Гөлгөнәнең килеп инеүе оло йыуаныс та, ҡыуаныс та булды. Гөлгөнә үҙе иһә йыш ҡына: “Һеҙ булмаһағыҙ, мин уҡыуҙы дауам итә алмаҫ инем”, — тиер булды. Эйе, 90-сы йылдар башы студенттарға ғына түгел, күпте күргән, илле-алтмышҡа еткән быуын өсөн дә еңел булманы. Хатта, иҫемдә, уҡыусыларыбыҙ ризыҡҡа ҡытлыҡ кисермәһен тип, Хәйҙәр менән ер алып, картуф ултырттыҡ. Улар картуфты ҡыш буйы Хәйҙәрҙең оҫтаханаһынан ташып ашар булды.
Ошо йылдарҙа Гөлгөнәнең Әбйәлил районының Үтәгән ауылында үткән бала сағы, үҫмер йылдары хаҡында күберәк белдем. Хәтеремдә, йыш ҡына күп-күп итеп бәлеш бешерә инем. Ҡамыр-фәлән менән булышҡан арала Гөлгөнә хәтирәләргә сума. Суммаҫ ине, гүр эйәһе булып ҡалған өләсәһе Хәфизәне юҡһына, “балаңдың балаһы балдан татлы”, тип үҙен бәпләп үҫтергән олатаһын һағына. Бик ҡатмарлы, драматик ҡына түгел, фажиғәле биттәр ҙә күп булған олатаһы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Сәлмән Әбүзәр улы Ғәлләмовтың яҙмышында. Оҙон буйлы, мыҡты кәүҙәле кеше була ул. Шәп йүгерә, спортсы. Шул арҡала 1941 йылдың июнь айында армиянан, бер айлыҡ ял менән бүләкләнеп, ҡайтып төшә. Тик... оҙаҡҡа түгел — һуғыш башлана.
Севастополь. Ҡара диңгеҙ флоты. Фашистар беҙҙекеләрҙе ике көн туҡтауһыҙ бомбаға тота. Караптар бата. Иң көслө моряктар ғына ярға йөҙөп сығыу бәхетенә ирешә, ләкин унда эт тотоп баштан-аяҡ ҡораллы дошмандар көтөп тора. Диңгеҙҙән сыҡҡандарҙы мал кеүек итеп вольерға ябалар, һыу бирмәйҙәр, көнөнә — бер телем икмәк. Һалдаттар себендәй ҡырыла, көслөләре генә ҡалғас, уларҙы Германияға оҙаталар. Сәлмән унда шулай эләгә. Фермерҙа эшләй. Немец эшҡыуары уны күп тә үтмәй Америкаға һатып ебәрә. Сәлмәнгә әллә йәшлеге, әллә физик яҡтан көслө булыуы ярҙам итә — бөтә ауырлыҡты, аслыҡты, әсирлекте, ҡоллоҡто еңеп, 1947 йылда ауылына ҡайтып төшә. Белмәгән эше булмай уның, өҫтәүенә немец, инглиз, ғәрәп, француз телдәрен үҙләштергән. Өйләнеп ебәрә. Бер уйлаһаң, илеңә иҫән-һау ҡайтыуҙан да ҙур бәхет юҡ кеүек тә бит! Ләкин... әсирлектә үткән йылдары, әйтерһең дә, тамға булып һуғыла уның яҙмышына: сабайым тиһә, бесәнлек бирмәйҙәр, эшләйем тиһә, көтөүсе сыбыртҡыһынан да йүнлерәкте ышанып тапшырмайҙар. Шулай ҙа үҙенең мәрәкәсел, алсаҡ холҡо һәм йыр-моңға әүәҫ, телгә сәсән ҡатыны Хәфизә ярҙамында бөтә ауырлыҡты еңәләр, ете ҡыҙ, бер ул тәрбиәләп үҫтерәләр, өҫтәүенә — ейәнсәре Гөлгөнәне. Етеһенә лә юғары белем бирәләр.
Һәр яҡтан олатаһына оҡшарға тырыша ҡыҙыҡай. Ауыл тирәһендә сабынлыҡ бирмәгәстәре, Урал ҡуйынына китәләр. Әҙәм буйы үлән, урман. Баҡырсала сәй ҡайнай, айыу еҫен һиҙгән ат бышҡыра, өкө ухылдай, Гөлгөнә, баҡырса аҫтында емелдәгән ҡуҙҙарға ҡарап, олатаһының бөтмәҫ-төкәнмәҫ хәтирәләрен тыңлай.
Был тирәлә йәшәгән батырҙар хаҡындағы хикәйәт-риүәйәттәр шулай уйыла йәш бала күңеленә. Баҡһаң, Гөлгөнәнең олатаһының атаһы ла батыр булған икән! Ул бәһлеүән 1812—1814 йылдарҙағы Ватан һуғышынан ике көмөш миҙал менән бүләкләнеп ҡайтҡан.
Бабалар юлын танымаған — бәхеткә тарымаған, ти халыҡ. Мәҡәлдәрҙе лә ул күбеһенсә Хәфизә өләсәһе ауыҙынан ишетә. Гөлгөнәнең телмәре бик бай, им-том серҙәрен, үләндәрҙең сихәт ҡөҙрәтен дә белә ул. Боронғо кейемдәр хаҡында ла әллә күпме мәғлүмәт һаҡлай. Шулай ҙа йәй көндәре, ҡалала йәшәгән кешеләр ялға яҡындарына ҡайтҡан саҡтарҙа, Гөлгөнәгә бик ауыр була — әсәһен көтә. Ә ул ике-өс йылға бер ҡайта. Шулай ҙа, йылдар үткәс, ул үҙенең олатаһы һәм өләсәһе ҡулында үткән бала сағына тик рәхмәт тойғоһо кисерә: икенсе төрлө яҙмышҡа осраһа, мәҫәлән, әсәһе һәм уның яңы ғаиләһе менән Хабаровскиҙағы Еврей автономиялы республикаһында йәшәһә, ул шул тиклем күңел байлығы, рухи хазина туплай алыр инеме?
Шәкерттәргә белем биреү беҙҙең ул саҡтағы башҡорт фольклоры уҡытыусылары өсөн төп маҡсат булһа ла, уларҙы тормошта йәшәргә өйрәтеүҙең дә ни дәрәжәлә әһәмиәтле икәнен белә инек. Шуға күрә лә халҡыбыҙҙың йола байрамдарын, хәтер кисәләрен улар менән берлектә үткәрҙек. Рәсми ҡағыҙҙар менән эш итергә лә өйрәттек. Гөлгөнә Баймырҙина “Шоңҡар” журналына (2014 йыл, 11-се һан) биргән интервьюһында: “Башҡорт фольклоры бүлеген ул саҡта Гөлдәр Сабит ҡыҙы Моратова етәкләне. Музыка ҡоралдары алдырып, костюмдар тектереп, бейеү, вокаль ансамблдәре төҙөп, студенттар менән бергә ҡайнап, төрлө байрамдар ойошторҙолар. Беҙ беренсе ҡарлуғастар инек. Ауыл балаларын нимәгә генә өйрәтмәнеләр! Дәрестәр иртәнге сәғәт етелә башлана ине. Ваҡыт тығыҙ, дәрестәр күп, шул арала концерттар ойошторабыҙ”, — тип һөйләй.
Гөлгөнә училищела йырсы сифатында ла бик иртә асылды: тәүге концертта уҡ ул үҙенең “Етеле шәм”е менән тотош залды илатып ултыртып ҡуйҙы. Ошонан башлап бер концерт та уның йырынан тыш үтмәне. Гөлгөнәнең тауышы... Уны моңло тиеү аҙ. Унда — һағыш, йылылыҡ, наҙ, тағы аһәң. Быуаттар, батырҙар, сәсәндәр, йырауҙар йәшәгән төпкөлдән килгән аһәң. Шул аһәңде ул көсәнмәй-нитмәй, тәбиғи бер таһыл менән тыңлаусының күңеленә түгә, йөрәген яулай.
Әммә йыр, тауышы ниндәй генә булмаһын, Гөлгөнә Баймырҙинаның төп эшенә, кәсебенә әйләнмәне. Булмышы менән халыҡ ижадынан туҡылған ҡыҙ шул юлдан китте. Сәнғәт институтының II курсында уҡып йөрөгәнендә үк Өфөнөң 2-се педагогия колледжында фольклор ансамбле төҙөгән ҡыҙ баланы уҡып бөтөү менән Мәҙәниәт министрлығының Халыҡ ижады үҙәгенә эшкә саҡырҙылар.
Гөлгөнә әле лә шунда. Баш белгес. Ошонда эшләгән йылдарҙа ул Әбйәлил районынан сыҡҡан сәсәндәр тураһында хеҙмәт яҙҙы. Хәтеремдә, ул хеҙмәт “Ватандаш” журналы биттәрендә донъя күрҙе һәм ҙур ғына резонанс алды. 2003 йылда Баймаҡ районында Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге Сәсәндәр бәйгеһен дә Гөлгөнә ойошторҙо.
“Салауат йыйыны”ның концепцияһын ул 2003 йылда башлай. Китаптар аҡтара, фольклорсы ғалимдарҙы кәңәшкә йыя, этнографияны тергеҙгән күргәҙмәләр яһай, бигерәк тә милли костюмдарға ҙур иғтибар бирә. Миңә иһә Гөлгөнә менән “Салауат йыйыны-2007”-лә бергә эшләргә насип булды. Шунда аңланым йыйын йыйыуҙың ойоштороусынан күпме көс талап иткәнен. Башта барып, Саҡмағош районында эшләп килгән бөтә фольклор ансамблдәренең сығышын ҡараныҡ, икенсе тапҡыр булыуҙа йыйын үткәреү урынын һайланыҡ. Сценарийҙы яҙыу осоронда Гөлгөнә менән көн дә тиерлек осраштыҡ. Башта сәғәт ярымға һуҙылырға тейеш тамашаны аҙаҡ килеп 60 минутҡа тиклем ҡыҫҡартырға ҡуштылар! Күпме эш, көс, ваҡыт әрәм.
Йыйын башланырҙан бер аҙна элек (ә Гөлгөнә туғыҙ көн элек) Саҡмағошҡа барып ятып алдыҡ. Көн дә ҡырҙа репетиция. Һыуыҡ. Әсе ел. Туҡланыу насар, ҡунаҡхана — эт бәйләһәң торғоһоҙ. Йыуыныу-ҡойоноу урыны юҡ. Айрат Абушахманов (режиссер), Илшат Яхин (музыкаль яҡтан биҙәүсе), рәссам, мин, Гөлгөнә (координатор) йыйын үтеүгә арманһыҙ булып йығылыр хәлгә еттек. Мин мин инде, оло кеше, төндәрен йоҡланым, ә тегеләр бөтөнләй керпек ҡаҡманы тиерлек. Ә бит һәр сара Гөлгөнәнән көсөн тартылған кереш кеүек итеп туплауҙы талап итә.
Әйткәндәй, ҡайһы бер йыйындарҙан мин Гөлгөнәне күрмәй ҙә ҡайтам. Үпкәләмәйем, сөнки беләм: ул дирижер кеүек, ҡырылмаһа ҡырҡ епте ҡулында тотоп тора. Ошо саҡлы яуаплы, киң ҡоласлы сараларҙы йөйһөҙ үткәреп ебәрергә уға нимә ярҙам итә? Минеңсә, Гөлгөнәнең бөтә республикалағы ижади көстәрҙе белеүе. Ҡайһы төбәктә нисә сәсән, нисә ҡумыҙсы, нисә ҡурайсы, кем нимәгә һәләтле, ҡайһы мәҙәниәт бүлеге мөдиренән нимә көтөргә була — һәммәһе уның иҫендә, барыһы хәтерендә. Икенсе ярҙамсыһы — уның алсаҡлығы, ябайлығы, эскерһеҙлеге.
Әхмәт Сөләймәнов, Розалия Солтангәрәева кеүек фольклорсылар менән аралашып кәңәшләшеп эшләүе лә бер мәслихәт. Гөлгөнә һаман үҫеү юлында, ә бит тик өйрәнергә һәләтле кеше генә үҫергә һәләтле. Әле бына “Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара юрға” мюзиклы сәхнәгә сыҡҡас, Гөлгөнә тыныслығын юғалтты. “Дүрт тапҡыр ҡараным”, — тине ул миңә бер килгәнемдә. “Ниңә, ни өсөн шулай күп?” — тип һораманым, сөнки беләм: ысын фольклорсы өсөн “Ҡара юрға” — табыш. Фольклорҙы сәхнәләштереү өлгөһө. Әйткәндәй, Гөлгөнә хәҙер ошо типтағы бик күп спектаклдәрҙә, мюзиклдарҙа консультант булараҡ сығыш яһай ала. Музыка, хореография, этнография, ауыҙ-тел ижады буйынса күп мәсьәләләрҙә ул дөрөҫ күрһәтмә, тоғро йүнәлеш бирер ине. Юғиһә бит боронғолоҡ күрһәтелгән ҡайһы бер спектаклдәрҙә башҡа төрки телле халыҡтарҙа, тәғәйен булып та, башҡорт этно-мәҙәни мөхитендә бөтөнләй булмаған күренештәр килеп ингеләй. Баяғы консультант булараҡ сығыш яһай ала тигән фекеремде төплөрәк дәлилдәр өсөн тағы шуны өҫтәмәксемен.
Гөлгөнә — “Башҡорт халыҡ бейеүе” проекты һәм китабы авторы, “Устарымда — сулпылар”, “Халҡымдың байрамы” һәм башҡа методик китаптарҙың төҙөүсе-мөхәррире лә. Өҫтәүенә һуңғы йылдарҙа үҙе селтәр-ҡашмауҙар яһай башланы. Иҫ китмәле нескәлек, нәзәкәтлелек, оҫталыҡ менән боронғо биҙәүестәрҙәге орнаменттарҙы күҙаллап эшләй ул уларҙы. Былай итеп ҡатын-ҡыҙҙың боронғо кейемен тергеҙеү өсөн һәр биҙәк һинең үҙәгеңдә — йәнеңдә, ҡаныңда булырға тейештер ул. Эйе, йәнендә, ҡанында — Рушан менән улар ул һәм ҡыҙ үҫтерә, исемдәре тас башҡортса — Бейеш һәм Гөлйемеш.
Республика халыҡ ижады үҙәгендә ҡанат нығытып, мәҙәниәт өлкәһенең төрлө тарафында эшләгән шәкерттәрем менән ысынлап та ғорурланам. Ут уттан тоҡана тигәндәре шулдыр инде, тип ҡуям. Шулай ҙа бер нәмә күңелде өйкәй: ҡайҙа ниндәй сара үтһә лә, Гөлгөнә Баймырҙина бара. Йә ойоштороусы, йә жюри ағзаһы булып. “Республика халыҡ ижады үҙәгенең баш белгесе”, — тип иғлан итәләр уның хаҡында. Ә ҡайҙа атҡаҙанған йә мәҙәниәт, йә сәнғәт эшмәкәре тигән һүҙ? Ун биш йыл дауамында шундай ҙур проекттар ижад итеп, уларға йәшәү биргән тынғыһыҙ күңелле, профессиональ яҡтан юғары әҙерлекле белгес был исемгә ни өсөн һаман лайыҡ түгел? Ҡулымда шундай форсат булһа, мин ул маҡтаулы исемде 2004 йылда Салауат районында үткән тәүге “Салауат йыйыны” өсөн үк биргән булыр инем. Ә уның бит бындай проекттары әллә күпме! Әле бына Өфөлә шаулап үткән ШОС һәм БРИКС миҙгелендә лә Гөлгөнә, һәр ваҡыттағыса, ҙур әүҙемлек күрһәтте: этно-мәҙәни асылыбыҙҙы тасуирлаған тирмәләр ҡороуға, башҡорт халҡының көнкүрешен һәм мәҙәниәтен сағылдырған саралар комплексының проектын булдырыуҙа һәм уны тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашты. Сит илдән килгән ҡунаҡтар милли кейемдәге Гөлгөнәнең моңло йырынан да “ауыҙ итте”. “Эшләгән кешегә әжерен уның тире кипмәҫ элек биреү хәйерле”, ти китап. Йәш саҡта, талпынып осоуҙан ләззәт тапҡан ваҡытта кәрәк бит ул танылыу.
“Апай һорана”, — тимәҫтер йәмәғәт. Үҙем өсөн бер ҡасан да, бер нәмә лә һорағаным юҡ. Ә шәкерттәрем өсөн һөйөнөр урында һөйөнәм, көйөнөр урында көйөнәм, сөнки, үрҙә әйткәнемсә, беҙ һайлап алған шәкерттәр — гәүһәрҙәрҙән ҡиммәтерәк аманат. Шуларҙың береһе — Мәҙәниәт министрлығы ҡарамағындағы Республика халыҡ ижады үҙәгенең баш белгесе Гөлгөнә Вәлит ҡыҙы Баймырҙина.