Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Бәхетле ғүмер көҙө
Бәхетле ғүмер көҙө Тормош юлы бәхетле мәлдәргә бик бай уның: көтмәгәндә Свердловск тау институтында белем алыу форсаты тейеүе, ғүмерлек йәрен осратып ғаилә ҡороуы, булдыҡлы, лайыҡлы балалар үҫтереүе, Сибайҙа баҡыр мәғдәне ятҡылығын табыуы, тыныслыҡта, тигеҙлектә ҡартлыҡ кисереүе... Һүҙем – ошо көндәрҙә үҙенең оло юбилейын билдәләгән уҙаман, Башҡортостандың атҡаҙанған геологы, Сибай ҡалаһында йәшәгән хеҙмәт ветераны Сарим Ғәлимов хаҡында.

Учалы районының Аҙнаш ауылында донъяға килгән малайҙың бала сағы ауыр һуғыш осорона тура килә. 1942 йылда, дүрт балаһы менән ҡатынын ҡалдырып, аталары хәрби хеҙмәткә алына һәм фронтҡа оҙатыла. Ғаиләлә иң бәләкәсе Ғәшүрәгә ул саҡта ни бары ете көн була. Ашарға ла, кейергә лә юҡ тиерлек. Балаларын астан үлтермәҫ өсөн әсә колхозға эшкә сыға, улдары ла дөйөм эштә ярҙамсыға әйләнә. Яңы быуын нығытҡан егет-ҡыҙҙар үҙҙәренең тырышлығы, йәшәүгә ынтылышы менән бар ауырлыҡтарҙы еңә, хатта белем алырға ла әмәлен таба.
1950 йылда Ҡужай ете йыллыҡ мәктәбен тамамлағас, Сарим Темәс педагогия учили­щеһына барыу хыялы менән яна башлай. Әммә, аҡса булмағанлыҡтан, уҡыуын дауам итергә мөмкинлек сыҡмай. Йәй буйы яланаяҡ йөрөп көтөү көтә, утын, бесән әҙерләй егет. Колхоз рәйесе вәғәҙәһен үтәмәй, аҡса түләмәй, шунлыҡтан Саримға 12 километр алыҫлыҡта ятҡан Поляковка мәктәбенең VIII класына уҡырға барырға тура килә. Ҡышын мәктәп янындағы интернатта йәшәһә, яҙын-көҙөн тыуған ауылынан көн дә йәйәүләп йөрөп белем ала. Каникул осоронда ауылдан 20 саҡрым алыҫлыҡтағы урман сәнәғәте хужалығына ялланып, 80 һумлыҡ хеҙмәт хаҡы ала.
– Тәүгә эшләп алған аҡсама шул тиклем ныҡ шатландым, – тип хәтерләй Сарим Ярулла улы. – Нисектер, ул миңә шундай күп күренде. Әсәйем менән кәңәшләшеп, велосипед һатып алдыҡ. Беҙ йәш саҡта бик һирәктәрҙең өлөшөнә төшә торған бәхет ине бит велосипедлы булыу...
Артабан гел үҙенең “тимер ат”ына атланып белем алырға йөрөй, X класты яҡшы билдәләргә генә тамамлай. Зирәк, белемгә ынтылған егет, мәктәпте тамамлағас, юғары уҡыу йортона инергә хыяллана. Тағы ла ғаиләнең ауыр хәле, аҡса булмауы хыялдарын селпәрәмә килтерҙе тигәндә, бәхеткә күрә, ауылға ялға Свердловск ҡалаһының “Уралмаш” заводында эшләгән ике туған ағаһы Хөсәйен Абдуллин ҡайтып төшә. Уның бер туған ҡустыһы: “Саримдың велосипедын миңә һатып алып бир”, – тип ныҡыша, ти. Шул аҡсаға уҡырға барырмын, тип уйлаған егеткә Хөсәйен ағаһы үҙенең костюмын тәҡдим итә. Әммә, ныҡышмал егеттең белемгә ынтылышын тойғас, үҙе менән Свердловск ҡалаһына юлланырға өндәй. “Барлыҡ сығымдарын үҙем түләрмен, уҡырға ингәнсе беҙҙә йәшәп торорһоң”, – ти. Шатланып риза була Сарим, күп тә үтмәҫтән, төйөнсәген ҡулына тотоп, Хөсәйен ағаһы менән юлға сыға.
– Тормошомда шундай оло боролош булыуына әле лә һөйөнөп бөтә алмайым, – ти уҙаман. – Ағайыма шул тиклем рәхмәтле­мен: әгәр ул осрамаһа, уҡыуымды артабан дауам итер инемме, юҡмы – уныһы бил­дәһеҙ. Әммә Свердловск тау институтында белем алып сығыуымда Хөсәйен Абдул­линдың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Ҡабул итеү имтихандары ваҡытында ағайҙарҙа йәшәнем. Ул саҡта стипендия аҡсаһы йә­шәү­гә етә ине, хатта арттырып, туғандарыма бүләк тә алғылай торғайным.
1959 йылда ҡулына тау инженеры һәм геолог дипломы тотҡан егетте Учалыға геологик разведка экспедицияһына ебәрәләр. Артабан өмөтлө йәш белгес Учалы тау-байыҡтырыу комбинатына инженер-геолог булып урынлаша, һуңыраҡ Межозерный руднигының баш геологы итеп тәғәйенләнә. Геология буйынса документ тултырыу менән шөғөлләнеү, мәғдән запастары балансын иҫәпләү, руда эшкәртеүҙең сифатлы һәм тулы кимәлдә башҡарылыуын контролдә тотоу, геологик разведка, яңы ятҡылыҡтарҙы өйрәнеү һымаҡ эштәрҙе планлаштырыу уның төп бурыстары була. Мәғдәнде сығы­шын тикшереү маҡсатында лаборато­рияға оҙатыу өсөн геологтарға шахтаға йыш төшөргә тура килә.
– Ҡаҙылмаларға юл ярыусы булараҡ, эшем ныҡ оҡшай торғайны, – ти геройым, хәтирә йомғағын артабан һүтеүен дауам итеп. – Бигерәк тә ҡыҙыҡлы булыуы менән үҙенә арбаны. Тәбиғәттең файҙалы ҡаҙыл­маларға шул тиклем байлығы һоҡлан­дыра. Ер аҫтында ниндәй генә таштарға, үҙен­сәлекле ҡатламдарға тап килмәнек! Йырҙарҙа йырланғанса, геолог “ел-дауылға һәм ҡояшҡа туған”.
Үҙ һөнәренең оҫтаһын, көс-дәрте ташып торған белгесте Сибай тау-байыҡтырыу комбинатына эшкә күсерәләр. Таусылар ҡалаһын үҫтереүгә Сарим Ярулла улы ең һыҙғанып тотона. Бында ла геологтар өсөн бер бурыс ҡуйыла – комбинаттың киләсәген хәл итерлек яңы мәғдән ятҡылыҡтары эҙләп табыу һәм үҙләштереү. Тағы ла ҡыҙыу эштәр башлана: проекттар төҙөлә, яңы ҡаҙылмаларға юл ярыла. Һөҙөмтә оҙаҡ көттөрмәй: Сарим Ғәлимов Түбәнге Сибай баҡыр мәғдәне ятҡылығын табыуға өлгәшә. Тап уның асышы Сибай руднигына 25 йылға оҙағыраҡ эшләү мөмкинлеге бирә. Республика етәкселеге тарафынан был хеҙмәт, әлбиттә, юғары баһалана – Сарим Ғәлимовҡа “Башҡортостандың атҡаҙанған геологы” тигән маҡтаулы исем бирелә.
Ҡырҡ биш йылға яҡын ғүмерен ер аҫтынан ҡаҙылмалар табыуға арнаған шәхес хаҡлы ялға сыҡҡас та тик ултырмай: абруйлы геологтан кәңәштәр һорап, уның тәжрибәһен өйрәнергә йәштәр хатта өйөнә килә. Барыһына ла ярҙам итергә, бел­гәндәрен уртаҡлашырға тырыша ул. Ғүмер буйы өйрәнеп тә, нескәлектәрен белеп бөтөп булмаған, серле лә, ҡыҙыҡтырғыс та, ауыр ҙа, яуаплы ла геолог һөнәре әле лә күптәрҙе үҙенә тарта, ҡыҙыҡһындыра шул.
Эшенән генә түгел, шәхси тормошонан да бәхетле минең геройым. Ҡатыны Мәсҡүҙә Исхаҡ ҡыҙы менән ярты быуаттан ашыу матур, татыу ғүмер кисерәләр. Ҡыҙҙары Луиза менән улдары Вадимға юғары белем биреп, үҙ тормоштарын ҡорорға ярҙам иткәндәр. Хәҙер инде улар – ата-әсәһенә генә түгел, барлыҡ яҡташтарына терәк, ғорурлыҡ. Бәхетле олатай һәм өләсәйҙең тормошон шулай уҡ ейәнсәрҙәре Регина һәм Ынйы, ейәндәре Данил биҙәй.







Автор: Кәримә Усманова. Район: Сибай ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә