Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Юрист кәңәштәре
Хоҡуҡи мәсьәләләр буйынса һорауҙарығыҙ бармы? Беҙгә мөрәжәғәт итегеҙ! Уларға “Лига-М” юридик компанияһының директор урынбаҫары, хоҡуҡ белгесе Таһир Мансуров яуап бирә. Уға мөрәжәғәт итеү өсөн һорау@mail.ru электрон адресына хат яҙып ебәрергә йәки телефон аша редакцияның дәүләт һәм хоҡуҡ бүлегенә (272-35-20) шылтыратырға мөмкин.

Башҡа юлдарын эҙләп ҡарағыҙ

— Өс йыл элек 57 йәшендә ирем вафат булды. Пенсиям бик бәләкәй, мине ҡарарға кеше лә юҡ. Вафат булған иремдең пенсияһын алырға хоҡуғым юҡмы икән?
Разия, Дәүләкән районы.


— Үкенескә ҡаршы, һеҙҙең ундай хоҡуғығыҙ юҡ. Рәсәйҙең пенсия ҡануниәте үлгән тормош иптәше өсөн пенсия алыуҙы күҙалламай. Әгәр финанс хәлегеҙ бик ауыр икән, дәүләт мохтаж граждандар өсөн төрлө льготалар һәм өҫтәмә түләүҙәр билдәләгән. Социаль ярҙам юлдары күп төрлө һәм бихисап ҡануниәт акттары менән нығытылған. Минең һеҙгә кәңәшем: үҙегеҙҙең район хакимиәтенең халыҡты социаль яҡлау бүлегенә мөрәжәғәт итегеҙ. Унда һеҙгә белгестәр консультация бирәсәк.

Тәүҙә үк уйларға ине

— Киленебеҙҙең әсәһе вафат булды. Улар ғаиләлә алты бала һәм үҙ-ара әсәһенең йортон һатмаҫҡа ҡарар иткәндәр. Тик күптән түгел Себерҙән апаһы килгәйне, ул килендән “өйгә дәғүә итмәйем” тигән яҙыу яҙҙырып алған. Беҙҙеңсә, был ғәҙел түгел. Хәҙер ул был яҙыуынан баш тарта аламы?
Камила, Баймаҡ районы.


— Юҡ, баш тарта алмай. Мираҫ тураһындағы ҡануниәт Рәсәй Гражданлыҡ кодексының 3-сө бүлеге менән көйләнә. Мираҫҡа дәғүә итеүсе үҙ өлөшөнән башҡа берәү исеменә йәки кемдеңдер булһа аныҡ исемен билдәләмәгән килеш тә баш тарта ала. Әммә ошо Кодекстың 1157-се статьяһының 3-сө пунктына ярашлы, бер баш тартҡас, ҡарарын кире үҙгәртә алмай.

Юбилей миҙалы тейеш

— Мин — тыл ветераны. Бының өсөн Пенсия фонды аҡса түләп килде, әммә кәрәкле документтарым юҡ ине. Быйыл был хоҡуғымды законлаштырырға булдым һәм социаль яҡлау бүлегенә мөрәжәғәт иттем. Улар минән хеҙмәт кенәгәһен талап итте. 12 йәштән колхозда эшләнем, ә колхозсылар өсөн хеҙмәт кенәгәһе асмайҙар ине, был 1965 йылдан ғына башланды. Пенсия кенәгәһендә шул йылдарҙа эшләүемде дәлилләүсе билдә бар. Судҡа мөрәжәғәт иттем һәм еңдем. “Тыл ветераны” тигән танытма бирҙеләр, тик миҙал биреүҙән баш тарттылар. Танытма булғас, миҙал да булырға тейеш түгелме ни?
Ризван, Стәрлетамаҡ ҡалаһы.


— Рәсәй ҡануниәте менән тыл ветераны өсөн миҙал ҡаралмаған. Тыл ветерандарына Еңеүҙең юбилей даталарына арналған юбилей миҙалдары ғына бирелә. Был юбилей миҙалын алыу өсөн район хакимиәте һеҙҙе миҙал алыуға хоҡуғы булғандар исемлегенә индерергә тейеш ине. Аҙаҡ ул исемлек барлыҡ Башҡортостандан был йүнәлеште көйләүсе республика органына, ә унан Рәсәй Хөкүмәтенә ебәрелә. Әлеге исемлектәр алдан уҡ төҙөлөп ҡуйылырға тейеш. Моғайын, исемлекте төҙөгән саҡта һеҙҙең ҡулда судтың үҙ көсөнә ингән ҡарары булмағандыр, шуға күрә миҙалһыҙ ҡалғанһығыҙҙыр.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә