Хоҡуҡи мәсьәләләр буйынса һорауҙарығыҙ бармы? Беҙгә мөрәжәғәт итегеҙ! Уларға “Лига-М” юридик компанияһының директор урынбаҫары, хоҡуҡ белгесе Таһир Мансуров яуап бирә. Уға мөрәжәғәт итеү өсөн һорау@mail.ru электрон адресына хат яҙып ебәрергә йәки телефон аша редакцияның дәүләт һәм хоҡуҡ бүлегенә (272-35-20) шылтыратырға мөмкин.
Башҡа юлдарын эҙләп ҡарағыҙ— Өс йыл элек 57 йәшендә ирем вафат булды. Пенсиям бик бәләкәй, мине ҡарарға кеше лә юҡ. Вафат булған иремдең пенсияһын алырға хоҡуғым юҡмы икән?
Разия, Дәүләкән районы.
— Үкенескә ҡаршы, һеҙҙең ундай хоҡуғығыҙ юҡ. Рәсәйҙең пенсия ҡануниәте үлгән тормош иптәше өсөн пенсия алыуҙы күҙалламай. Әгәр финанс хәлегеҙ бик ауыр икән, дәүләт мохтаж граждандар өсөн төрлө льготалар һәм өҫтәмә түләүҙәр билдәләгән. Социаль ярҙам юлдары күп төрлө һәм бихисап ҡануниәт акттары менән нығытылған. Минең һеҙгә кәңәшем: үҙегеҙҙең район хакимиәтенең халыҡты социаль яҡлау бүлегенә мөрәжәғәт итегеҙ. Унда һеҙгә белгестәр консультация бирәсәк.
Тәүҙә үк уйларға ине— Киленебеҙҙең әсәһе вафат булды. Улар ғаиләлә алты бала һәм үҙ-ара әсәһенең йортон һатмаҫҡа ҡарар иткәндәр. Тик күптән түгел Себерҙән апаһы килгәйне, ул килендән “өйгә дәғүә итмәйем” тигән яҙыу яҙҙырып алған. Беҙҙеңсә, был ғәҙел түгел. Хәҙер ул был яҙыуынан баш тарта аламы?
Камила, Баймаҡ районы.
— Юҡ, баш тарта алмай. Мираҫ тураһындағы ҡануниәт Рәсәй Гражданлыҡ кодексының 3-сө бүлеге менән көйләнә. Мираҫҡа дәғүә итеүсе үҙ өлөшөнән башҡа берәү исеменә йәки кемдеңдер булһа аныҡ исемен билдәләмәгән килеш тә баш тарта ала. Әммә ошо Кодекстың 1157-се статьяһының 3-сө пунктына ярашлы, бер баш тартҡас, ҡарарын кире үҙгәртә алмай.
Юбилей миҙалы тейеш— Мин — тыл ветераны. Бының өсөн Пенсия фонды аҡса түләп килде, әммә кәрәкле документтарым юҡ ине. Быйыл был хоҡуғымды законлаштырырға булдым һәм социаль яҡлау бүлегенә мөрәжәғәт иттем. Улар минән хеҙмәт кенәгәһен талап итте. 12 йәштән колхозда эшләнем, ә колхозсылар өсөн хеҙмәт кенәгәһе асмайҙар ине, был 1965 йылдан ғына башланды. Пенсия кенәгәһендә шул йылдарҙа эшләүемде дәлилләүсе билдә бар. Судҡа мөрәжәғәт иттем һәм еңдем. “Тыл ветераны” тигән танытма бирҙеләр, тик миҙал биреүҙән баш тарттылар. Танытма булғас, миҙал да булырға тейеш түгелме ни?
Ризван, Стәрлетамаҡ ҡалаһы.
— Рәсәй ҡануниәте менән тыл ветераны өсөн миҙал ҡаралмаған. Тыл ветерандарына Еңеүҙең юбилей даталарына арналған юбилей миҙалдары ғына бирелә. Был юбилей миҙалын алыу өсөн район хакимиәте һеҙҙе миҙал алыуға хоҡуғы булғандар исемлегенә индерергә тейеш ине. Аҙаҡ ул исемлек барлыҡ Башҡортостандан был йүнәлеште көйләүсе республика органына, ә унан Рәсәй Хөкүмәтенә ебәрелә. Әлеге исемлектәр алдан уҡ төҙөлөп ҡуйылырға тейеш. Моғайын, исемлекте төҙөгән саҡта һеҙҙең ҡулда судтың үҙ көсөнә ингән ҡарары булмағандыр, шуға күрә миҙалһыҙ ҡалғанһығыҙҙыр.