Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ергә тоғролоҡ өлгөһө
Ергә тоғролоҡ өлгөһө Быйыл республикабыҙҙың ҡайһы бер райондарында ямғырҙың йыш яуыуы игенселәрҙең үҙәгенә үтте. Ашлыҡты ваҡытында һуғып алыу мөмкин түгел, ерҙә оҙағыраҡ ятһа, бирешә башлай. “Колос” ауыл хужалығы етештереү кооперативы ла шундай хәлгә тарыны, әммә һис тә һынатмай. Хужалыҡтың рәйесе, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Мәүләүи Хужиндың да кәйефе көр.


– Тәбиғәт шарттарының көйһөҙлөгө тамам аптыратты инде, – тип башланы ла ул һүҙен, йылмайып ебәрҙе. – Уның ҡарауы, бөгөн һеҙ беҙгә ҡояш алып килдегеҙ! Ысынлап та, көн асылырға итә буғай. Тимәк, ураҡты дауам итергә өмөт бар. Хәҙер бына баш агроном менән яланды гиҙеп килергә уйлайым. Баҫыуға ҡасан төшөргә мөмкин икәнен күрербеҙ.
– Ямғыр яуғанда комбайнсылар ял итеп ҡалалыр инде, – тип шаярт­ҡай­ныҡ, рәйес быны етди ҡабул итте шикелле.
Ергә тоғролоҡ өлгөһө– Бер ҡасан да ҡул ҡаушырып ул­тырғаныбыҙ юҡ, яуын мәлендә оҫта­хана ҡырмыҫҡа иләүендәй гөрләй: тех­никаны ҡарайбыҙ, йүнәтәбеҙ, – ти­не ул. – Уңыш мул булыр тип өмөт­ләнмәһәк тә, бар көстө һалып ты­ры­- шабыҙ. Быйыл яҙ ямғыр ваҡытында яуҙы, тупраҡты етерлек туйындырҙы ла ул, әммә һуңынан эҫе көндәр башланып, бөтөн үҫемлекте көйҙөрҙө тиерлек. Шуға күрә булғанына шөкөр итергә ҡала.
Мәүләүи Ғилем улының әйтеүенсә, хужалыҡта мал аҙығы етерлек әҙер­ләнгән: силос, сенаж, бесән, һалам мул тупланған. Шартлы бер баш малға аҙыҡ берәмеге 35 центнерҙан да кәм тура килмәй. Кооперативта, ғөмү­мән, әле 700 тирәһе баш һыйыр малы иҫәпләнә, шуның 250-һе һауыла. Һәр һыйырҙан көндәлек уртаса һауым – 11 литр. Уны “Дүртөйлө-һөт” комбинатына тапшыралар. Бынан тыш, 660 баш тана һәм үгеҙ һимертеүгә ҡу­йылған.
– Эш хаҡы ваҡытында түләнгәс, хеҙмәткәрҙәргә ҡытлыҡ юҡ, – ти рәйес. – Иң тырыштары тип Рәшит Янов, Ильяс Ғималетдинов, Фидаил Миң­леязов, Гөлсәсәк Ғәлимйәнова, Инзилә Ахрарованы билдә­ләр инем. Илдар Ғаффанов Себерҙә көрәп тигәндәй аҡса алып йөрөгән еренән тыуған яғына ҡайтты, илһөйәр­лек тойғоһо еңгәндер. Физика уҡытыу­сыһы Рәзиф Хәмзин, “ҡыҫҡартыу”ға эләккәс, беҙҙең кооперативҡа килде лә тиҙ арала үҙ кеше булып китте...
Ергә тоғролоҡ өлгөһөХужалыҡта эшсе династиялары ла бар. Мәҫәлән, Фларит Сәмиғуллин – алыштырғыһыҙ механизатор, Баш­ҡорт­остандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, кәләше Сажиҙә – бухгалтер, улдары Илшат – келәт мөдире, ҡыҙҙары Гөлшат һауынсы бул­һа, кейәүҙәре Рәзиф Хәмзин – ферма мөдире.
Бынан бер нисә йыл элек республика Башлығы Рөстәм Хәмитов рай­онға эш сәфәре барышында юҡҡа ғы­на “Колос”тың эше менән танышып китмәгәндер. Тырышлыҡ, берҙәмлек, ергә тоғролоҡ йәһәтенән өлгө алырлыҡ бит!





Автор: Илдар АҠЪЮЛОВ. Район: Борай районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә