Быйыл республикабыҙҙың ҡайһы бер райондарында ямғырҙың йыш яуыуы игенселәрҙең үҙәгенә үтте. Ашлыҡты ваҡытында һуғып алыу мөмкин түгел, ерҙә оҙағыраҡ ятһа, бирешә башлай. “Колос” ауыл хужалығы етештереү кооперативы ла шундай хәлгә тарыны, әммә һис тә һынатмай. Хужалыҡтың рәйесе, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Мәүләүи Хужиндың да кәйефе көр.– Тәбиғәт шарттарының көйһөҙлөгө тамам аптыратты инде, – тип башланы ла ул һүҙен, йылмайып ебәрҙе. – Уның ҡарауы, бөгөн һеҙ беҙгә ҡояш алып килдегеҙ! Ысынлап та, көн асылырға итә буғай. Тимәк, ураҡты дауам итергә өмөт бар. Хәҙер бына баш агроном менән яланды гиҙеп килергә уйлайым. Баҫыуға ҡасан төшөргә мөмкин икәнен күрербеҙ.
– Ямғыр яуғанда комбайнсылар ял итеп ҡалалыр инде, – тип шаяртҡайныҡ, рәйес быны етди ҡабул итте шикелле.
– Бер ҡасан да ҡул ҡаушырып ултырғаныбыҙ юҡ, яуын мәлендә оҫтахана ҡырмыҫҡа иләүендәй гөрләй: техниканы ҡарайбыҙ, йүнәтәбеҙ, – тине ул. – Уңыш мул булыр тип өмөтләнмәһәк тә, бар көстө һалып тыры- шабыҙ. Быйыл яҙ ямғыр ваҡытында яуҙы, тупраҡты етерлек туйындырҙы ла ул, әммә һуңынан эҫе көндәр башланып, бөтөн үҫемлекте көйҙөрҙө тиерлек. Шуға күрә булғанына шөкөр итергә ҡала.
Мәүләүи Ғилем улының әйтеүенсә, хужалыҡта мал аҙығы етерлек әҙерләнгән: силос, сенаж, бесән, һалам мул тупланған. Шартлы бер баш малға аҙыҡ берәмеге 35 центнерҙан да кәм тура килмәй. Кооперативта, ғөмүмән, әле 700 тирәһе баш һыйыр малы иҫәпләнә, шуның 250-һе һауыла. Һәр һыйырҙан көндәлек уртаса һауым – 11 литр. Уны “Дүртөйлө-һөт” комбинатына тапшыралар. Бынан тыш, 660 баш тана һәм үгеҙ һимертеүгә ҡуйылған.
– Эш хаҡы ваҡытында түләнгәс, хеҙмәткәрҙәргә ҡытлыҡ юҡ, – ти рәйес. – Иң тырыштары тип Рәшит Янов, Ильяс Ғималетдинов, Фидаил Миңлеязов, Гөлсәсәк Ғәлимйәнова, Инзилә Ахрарованы билдәләр инем. Илдар Ғаффанов Себерҙә көрәп тигәндәй аҡса алып йөрөгән еренән тыуған яғына ҡайтты, илһөйәрлек тойғоһо еңгәндер. Физика уҡытыусыһы Рәзиф Хәмзин, “ҡыҫҡартыу”ға эләккәс, беҙҙең кооперативҡа килде лә тиҙ арала үҙ кеше булып китте...
Хужалыҡта эшсе династиялары ла бар. Мәҫәлән, Фларит Сәмиғуллин – алыштырғыһыҙ механизатор, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, кәләше Сажиҙә – бухгалтер, улдары Илшат – келәт мөдире, ҡыҙҙары Гөлшат һауынсы булһа, кейәүҙәре Рәзиф Хәмзин – ферма мөдире.
Бынан бер нисә йыл элек республика Башлығы Рөстәм Хәмитов районға эш сәфәре барышында юҡҡа ғына “Колос”тың эше менән танышып китмәгәндер. Тырышлыҡ, берҙәмлек, ергә тоғролоҡ йәһәтенән өлгө алырлыҡ бит!