Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Кисерә алһаң, кисер...”
Һигеҙ йыл самаһы элек ирем менән икәүләп Башҡортостан шифаха­нала­рының береһендә ял иттек. Балалар бәләкәй саҡта эш урынынан бушлай юллама бирһәләр ҙә, йөрөргә форсат теймәй торғайны. Хәҙер, Аллаға шөкөр, донъя ҡараулы, шуға һис бер нәмәгә борсолмай, тыныс күңел менән йөрөп ҡайттыҡ. Йәштәр күп түгел ине: үҙебеҙ ише оло кешеләр менән туғандар кеүек яҡындан аралашып йәшәнек. Тәүге көндө үк танышыу кисәһе булды. Шунда Әбйәлилдән икәнлегебеҙҙе әйткәс тә, яныбыҙға етмеш биш йәштәр тирәһендәге бер ҡарт йүгереп тигәндәй килеп етте. “Һеҙ ҡайһы ауылдан? Фәлән ауылды беләһегеҙме? Ул һеҙгә яҡынмы?” – тип һораша башланы. Уны ҡыҙыҡһындырған ерҙән алыҫ йәшәүебеҙ, кешеләрен белмәүебеҙ тураһында әйткәс, ағайҙың күҙҙәрендәге осҡондар һүнеп, күңеле төшкән кеүек тойолдо.
Иртәгәһенә яңы танышыбыҙ беҙҙе күреү менән, киң йылмайып, йәнә яныбыҙға килеп баҫты. Әбйәлилгә ҡағылышлы һорауҙарын яуҙыра башланы. Һөйләшә торғас, уртаҡ таныштар ҙа табылды. Шулай көн һайын саф һауаға ирем һәм Ғәлимйән ағай менән өсәүләп сығып йөрөр булып киттек. Ял итеүселәрҙең ҡайһы берҙәре: “Әллә һин ике бабай менән килдеңме?” – тип шаярта башланы.
Ғәлимйән ағайҙың күңел төбөн тынғыһыҙлап торған иң мөһим һорауын һаман бирә алмай ыҙалауын һиҙә инем. Ярҙам итмәксе булып, тоттом да унан: “Әллә Әбйәлилдә һөйгәнегеҙ тороп ҡалдымы?” – тип һораным. Ҡарт, тап өҫтөнә баҫтың, тигән кеүек: “Булды инде”, – тип үткән быуаттың илленсе йылдарында башланған бер тетрәткес ваҡиғаны һөйләп алып китте.
Һуғыштан һуң да әле Әбйәлил районы йәштәрен күрше Бөрйән, Белорет яҡтарына ағас эшенә ебәргәндәр. Сайыр йыйырға барған төркөмдә Т. ауылынан Нәфисә исемле бик сибәр ҡыҙ ҙа була. Ғәлимйәндең бер күреүҙән күҙе төшә уға. Тегеһе лә йылы хистәр менән яуап­лай. Егет гармунда уйнай, ҡыҙ матур итеп бейей, икеһе лә һөйкөмлө – иҫ китерлек һоҡланғыстар!
Әбйәлилдәр ҡайтып киткәс, Ғәлимйән һүҙендә тора: ҡоҙа ебәреп, туй үткәреп, Нәфисәне кәләш итеп ала. Тик ғашиҡтарға бергә бәхетле ғүмер кисерергә насип булмай. Бер йыл үтеүгә, мөхәббәт емеше булып ҡыҙҙары тыуғас, Ғәлимйәнде армияға алалар. Ул әсәһенә: “Киленеңде ситкә типмә, мин ҡайтҡансы бергә йәшәгеҙ”, — тип ҡуша. Нәфисә лә, тыуған яғына ҡайтмай, ирен ошонда көтөргә һүҙ бирә. Тик ҡәйнә кеше – үҙе лә ҡырҡҡа етмәгән тол ҡатын – киленен оронсоҡ күрә башлай. Ашау яғы ла наҡыҫ. Нәфисә ҡыҙын күтәреп, йөҙәр саҡрымдарҙы йәйәү үтеп, атай йортона ҡайтып китә. Был турала иренә лә хәбәр итә. Германияла дүрт йыл хеҙмәт иткән Ғәлимйән кәләшенә аҙнаһына ике тапҡыр хат ебәреп тора, яҙырға ваҡыты булмаһа, һаулығын белдереп, открытка һала. Ә инде үҙе менән хеҙмәт иткән Әбйәлил егете атаһын ерләү өсөн отпускыға ҡайтырға булғас, уның аша бүләктәр ебәрә. Тик ошо күстәнәстәрҙең тормошон аҫтын-өҫкә әйләндерәсәген белмәй шул Ғәлимйән.
Нәфисә лә һалдатына дебеттән бирсәткә бәйләп ебәрә. Уларҙы тапшырғанда Әбйәлил егете: “Кәләшең бигерәк һылыу икән. Бер районда йәшәп, нисек мин күрмәгәнмен дә, нисек һин алдан өлгөргәнһең”, — тип Ғәлимйәндең күңеленә көнләшеү орлоҡтары сәсеп ҡуя. Ул арала Ғәлимйәнгә ҡайтыр мәл яҡынлаша. Ул Нәфисәне фәлән көндөң фәлән сәғәтендә Магнитогорск вокзалына килергә саҡыра. Дүрт йылды һағыштан һарғайып, илап үткәргән йәш ҡатын ҡыуанысынан ҡанатлы ҡош кеүек талпынып, юл алыҫ тип тормай, ҡыҙын алып, ҡалаға юллана. Вокзалға Магнитогорскиҙа йәшәгән еңгәһе менән баралар. Поезд килеп туҡтай, ләкин, күпме көтһәләр ҙә, Ғәлимйән төшмәй. Нәфисә был хәлдең хәйерлегә түгел икәнен һиҙеп, ерҙә тәгәрәп ятып илай. Еңгәһе уны бер нисек тә йыуата алмай, перрондағы халыҡ аптырап тамаша ҡыла. Дүрт көн рәттән сыға Нәфисә поезд ҡаршыларға, ләкин ирен күрә алмай.
Ысынында Ғәлимйән менән нимә була һуң? Ул күтәренке күңел менән, ниһайәт, кәләше һәм ҡыҙы менән осрашыуын күҙ алдына килтереп, сумаҙанын бүләктәр менән тултырған мәлдә Т. ауылынан Нәфисәнең бер еңгәһенән хат ала. Ул ҡайынһеңлеһен ни өсөн күрә алмағандыр инде, билдәһеҙ, әммә үҙенең ҡара ниәтенә өлгәшә. Еңгә кеше Ғәлимйәнгә Нәфисәһенең армиянан килеп киткән һалдат менән теттереп ҡалыуы тураһында яҙа. Кеше һүҙе кеше үлтерә, тигәндәре шул инде. Хыянатты кисерә алмай, мөхәббәте нәфрәткә әйләнгән ир, тәғәйен урында поездан төшмәй, Белорет яғына үтеп китә. Әлбиттә, ул Нәфисәнең, поезд ҡуҙғалып киткәс, ер тырнап, өҙгөләнеп илауын күрмәй. Күрһә, моғайын, ҡатындың әсе күҙ йәштәре туң йөрәген иретмәй ҡалмаҫ ине.
Нәфисәгә яңынан тыуған ауылына ҡайтмайынса сара ҡалмай. Ләкин ул иренән төңөлмәй, көтә. Сөнки айырылышҡан саҡта икәүһенең: “Ер өҫтөндә осраша алмаһаҡ, ер аҫтынан юл ҡаҙып булһа ла бер-беребеҙҙе табырбыҙ”, — тигән анттары була. Нәфисә күпме генә көтһә лә, ҡош телендәй ҙә сәләм килмәй. Ә ауылда уға күҙ һалып йөрөүселәр байтаҡ. Араларынан бер үтә лә ныҡышы атаһының ышанысына инеп ала. Ә ғаилә башлығы уҫал, үҙ һүҙен бирмәгән, башҡаларҙыҡы менән иҫәпләшеп тормаған кеше була. Шуға күрә, үҙе теләмәһә лә, Нәфисә ата һүҙен йыға алмай. Яратмаған кешеһенә кейәүгә сыға. Төндәрен илап үткәрә ул. Ире барыһын да һиҙә, әммә өндәшмәй. Бер-бер артлы балалары донъяға килә, ә бына Ғәлимйәндән тыуған ҡыҙы, күҙ нуры, ауырып үлеп ҡала. Тора-бара тәүге мөхәббәтен онотор тип көткән ире, түҙемлеге бөтөп, эсә, болара башлай. Эйе, Нәфисә яңғыҙ ҡалған саҡта һөйгәненең фотоларын ҡарап, хаттарын уҡып, күңелен йыуатыр була. Һыуға барһа, хаттарҙы кеҫәһенә һалып, аулаҡта уҡып, илап күңелен бушата. Бер саҡ ире уларҙы һандыҡ төбөнән табып, утҡа ырғыта. Ә бына Ғәлимйән армиянан ебәргән шәлде Нәфисә, кемдән икәнлеген белгертмәй, туҙып бөткәнсе ябына.
Ә Ғәлимйән армиянан тыуған яғына ҡайтып төшкәс, ҡатынын бер ҡасан да ғәфү итмәҫкә тигән ҡарарға килеп, ҡара янып йөрөй. Тора-бара асыуы һүрелә төшә, һағыныуы көсәйә. Әбйәлилгә барырға, ҡатынын алып ҡайтырға уйлай башлай. Тик байтаҡ ваҡыт үткән була шул. Нәфисә кейәүгә сыҡҡандыр, сыҡмаһа ла, уның ҡасып йөрөүен ғәфү итә алмаҫ, тип уйлай. Унан алда ҡайныһы, тупһаһына ла баҫтырмай, ҡыуып сығарасаҡ. Үҙе атайһыҙ үҫкән Ғәлимйән ҡырыҫ холоҡло ҡайныһынан уттан ҡурҡҡан кеүек ҡурҡа.
Шулай икеләнеп йөрөгәндә, Әбйәлилдән тағы бер төркөм йәштәр сайыр йыйырға килеп төшә. Был юлы улар араһында Нәфисәнең бер туған һеңлеһе була. Ул элекке еҙнәһенә апайын көсләп кейәүгә биреүҙәре, ҡыҙы үлеп ҡалыуы тураһында һөйләй. Шундай хәбәрҙәрҙән һуң аңҡы-тиңке килеп йөрөгән Ғәлимйәнде ауылдарына килеп төшкән геологтар үҙҙәре менән эшкә алып сығып китә. Кама буйҙарында йөрөгәндә, бер ҡыҙ менән танышып, шуға өйләнә һәм тыуған яҡтарына ҡайта. Ҡатыны донъя көтөргә әүәҫ була, биш бала табып бирә. Татыу, мул тормошта йәшәй улар.
Бөтәһе лә һәйбәт кеүек, ләкин тәүге мөхәббәте иҫенә төшөп, тынғы бирмәй Ғәлимйәнгә. Нәфисә тураһында берәй хәбәр алып булмаҫмы икән тип, ул Әбйәлилдәге хеҙмәттәшенә хат ебәрә. Уныһы әрнегән йөрәгенә тағы тоҙ һибеп, ташларыңды белгән булһам, үҙем кәләш итеп алыр инем, тип хат яҙа. Хат аша элекке ҡатынының тол ҡалғанын белгәс, Ғәлимйән ярһыған йөрәгенә урын тапмай башлай. Әмәлгә ҡалғандай, шул саҡта өлкән улы эш буйынса Сибайға барырға йыйыныуын белдерә. Шунда атай кеше уға бөтә серен сисә һәм юлға үҙен дә алыуын, Т. ауылына һуғылып, Нәфисә менән осраштырыуын һорай. Тегеһе риза була. Ләкин… Яҡшылап күрешеү ҙә, бер-ике ауыҙ һүҙ алышыу ҙа насип булмай. Саҡырылмаған ҡунаҡтар Нәфисәнең бергә йәшәгән улының эсеп, өйҙә тауыш сығарған мәленә тура килә. Ғәлимйәнде таныуҙан да, улы өсөн уңайһыҙланыуҙан да икеләтә ҡыйын хәлгә ҡалған ҡатынды йәлләп, иҫеректең ҡыуыуына ла ҡаршылаша алмай, юлсылар сығып китергә мәжбүр була…

* * *
Ғәлимйән ағайҙың һөйләгәндәрен күҙ йәштәремде һөртә-һөртә тыңланым. “Бындай мөхәббәт тарихы китаптарҙа йә киноларҙа ғына булалыр тип уйлай инем”, — тинем. Хәҙер бындай сер менән нисек йәшәргә? Етмәһә, Нәфисә менән бер райондан була тороп… Юҡ, ҡайтҡас та мин уға барам, күрәм, һөйләшәм. Бәлки, ул, бахырҡай, үҙен ни өсөн ташлауҙарын һаман да белмәй йәшәйҙер… “Юҡ, белә, балдыҙ аша мин бөтәһен дә аңлатып һөйләнем”, — тине Ғәлимйән ағай, шулай ҙа ниәтемә ҡаршылыҡ белдермәне, хатта фотоһүрәтен дә бирҙе. “Күп итеп сәләм әйт. Кисерә алһа – кисерһен. Алдында ғәйебем ҙур, ризалығын алып үлгем килә”, — тине. Әгәр Нәфисә апай риза булһа, барып күрергә лә теләк белдерҙе.
Шифахананан ҡайтып, ул-был иткәс, улымдан Т. ауылына алып барып ҡайтыуын һораным. Нәфисә апайҙың өйөн табып ингәндә, ишек төбөндә бер йәш ҡатын ҡаршыланы. “Әсәйем төпкө бүлмәлә ята, ауырыңҡырай”, — тине ул. Ҡыҙына ҡарап, әсәһенең йәш сағында кеше көнләштерерлек һылыу булғанына ышандым. Ҡатындан әсәһе менән һөйләшергә ирек биреүен һорағас, ул беҙҙе ҡалдырып, сығып китте.
Төпкө бүлмәгә үттем. Түшәктә йәш сырайлы, һөйкөмлө генә әбей ята. Өйө йылы, донъяһы таҙа, ҡотло. Килеүемдең сәбәбен әйткәс тә, Нәфисә апай тыныслығын һәм сабырлығын һаҡланы. Ҡыуып сығарһа ла бер ни ҙә түгел инде, тип уйлап та ҡуйғайным, тик Нәфисә апай, мине яҡын кешеһеләй күреп, яғымлы һөйләшеп китте:
– Айырылышмай, айырылыштыҡ инде беҙ Ғәлимйән менән. Күрәһең, маңлайға яҙылғаны шундай булғандыр. – Иремде армияға өс саҡрым самаһы оҙатып барҙым. Ул атҡа ултырып китә, мин арттарынан йүгерәм, ул төшөп миңә ҡаршы килә. Ҡосаҡлашып, илашып торабыҙ ҙа, ул тағы арбаға йүгерә, ә мин — артынан… Аҙаҡ ауыл йәштәре, ике беләгемдән тотоп, ебәрмәй башланы, ә мин тартҡылашып, ергә тубыҡландым. Ғәлимйән, арбаға аяғөҫтө баҫып, фуражкаһын болғай-болғай, күҙҙән юғалды. Һәм шул ҡиәфәттә хәтеремдә тороп ҡалды.
Ирем эҙләп килмәгәс, янына үҙем дә барыр инем – атайым ебәрмәне. Әсәйем мине йәлләй торғайны, ҡасып кит тә бар, тип өгөтләне. Тик атайым асыуын уға төшөрөр тип ҡурҡтым.
Бер ваҡыт шифаханаға юллама булғайны, нишләптер, шунда барһам, Ғәлимйәнде осратырмын кеүек тойолдо. Ашҡынып юлландым унда. Халыҡ араһынан гел Ғәлимйәнде эҙләнем, ә өмөтөм бушҡа булғанлығына ышанғас, ауырып киттем. Өфөгә ҡанатланып киткәйнем, мәхрүм булып, төңөлөп ҡайттым… Ғәлимйәнгә минән ризалыҡ һорарға сәбәп юҡ. Алланың ҡушыуы шундай булғас. Уны ла алдағандар бит. Беҙҙең саф мөхәббәтте күрә алмаған кешеләр ғәйепле бында…
Был ваҡиға тураһында, һеңлем, бер үк балалар белеп ҡалмаһын. Уларға минең өсөн кеше алдында уңайһыҙланырға тура килмәһен. Йә булмаһа, атайыбыҙ менән тороп, икенсе кешене уйлап йәшәгән тимәһендәр. Әйтегеҙ Ғәлимйәнгә, килһен, тик яңғыҙы түгел, ҡатыны менән…

* * *
Үкенескә ҡаршы, Ғәлимйән ағайҙан бүтән хат булманы, үҙе лә килмәне. Бәлки, үлеп тә ҡалғандыр, оло кеше ине бит. Нәфисә апайҙың артабанғы яҙмышы тураһында хәбәрҙар түгелмен. Үҙемә бөтөнләй сит ошо ике кешенең йөрәк серен һигеҙ йыл буйы һаҡлап йөрөттөм дә, гәзит уҡыусыларға һөйләргә булдым. Улар ҙа ысын мөхәббәт китапта йәки кинола ғына була икән тип уйламаһындар. Геройҙарымдың исемдәрен үҙгәртеп алдым, ә йәшәгән урындарын аныҡ атаманым. Шулай ҙа, таныусылар булһа, ғәйепләмәһендәр. Бындай оло саф хистәрҙе бик һирәк кешеләр генә йөрөтә ала.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 704

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 830

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 776

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 484

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 108

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 805

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 048

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 180

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 783

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 830

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 621

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 877