Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Күңелендә — милләт рухы
Халҡыбыҙҙың үткәнен белгән, бөгөнгөһө хаҡында уйланған, киләсәген ҡайғыртҡан милләттәштәребеҙҙе ҡалала уйламағанда осратырға тура килә. Улар менән аралашҡанда киләсәккә ышаныс, йәшәүгә илһам артҡандай була. Шундай кешеләрҙең береһе Бөрө ҡалаһында йәшәүсе Ғәзим Ғатауллин булыр.

Ғәзим Нәғим улы Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ райо­нында күп балалы ғаиләлә тыуып үҫә. Урыҫ класында уҡыһа ла, ул башҡортса бик матур һөйләшә, уҡый, яҙа. Мәктәпте тамамлау менән Приморье крайына диңгеҙ флоты мәктәбенә уҡырға китә. 1975 йылда армияға алына һәм Сахалинда хеҙмәт итә. Тыуған яҡтарына имен-һау әйләнеп ҡайтһа ла, күңеле, диңгеҙ буйына тарта Ғәзим Ғатауллинды. Ул шулай Владивостокка эшкә юллана.
Күп ер-һыу кискән, байтаҡ ғүмерен сит­тә үткәргән Ғәзим Ғатауллин халҡының тарихы менән ҡыҙыҡһына. Уның олатаһы мәҙрәсә тамамлаған, үҙ ғүмерендә өс һуғышта ҡатнашҡан алдынғы ҡарашлы кеше булған. Ырымбурға Зәки Вәлиди Туған янына барғаны өсөн “аҡ офицер” тигән мөһөр алып, репрессияға эләгеп, дүрт ай төрмәлә ултырып та сыҡҡан.
Ғәзим Нәғим улы Марат Ҡолшәрипов, Әнүәр Әс­фәндиәров кеүек тарихсы­ларҙың фәнни хеҙмәттәрен ҡат-ҡат уҡый, улар хатта өҫтәл китабына әйләнгән. Наполеон армияһын сигендереп, Францияға тиклем барып еткән башҡорт яугирҙәре, Бөйөк Ватан һуғышындағы башҡорт атлыларының батырлығы тураһында фильм­дар төшөрөлмәүенә әрней. Ул Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш райондарында йәшәгән халыҡтың күпселеге башҡорт булыуы, ләкин тарихты белмәгәнлектән үҙҙәрен татар тип йөрөтөүҙәре, сәйәси сәбәптәр арҡаһында ваҡытында үҙ туған телдәрендә уҡый алмағандары өсөн борсола. “Хәҙер ҙә урыҫ мәктәбендә аҙнаһына бер-ике сәғәт кенә башҡорт телен уҡытыу аҙ, башҡа фәндәр менән бер рәттән ҡуйылһын ине ул”, — тигән теләген дә белдерҙе.
Көрәш, һунарсылыҡ, балыҡсылыҡ — Ғәзим ағайҙың яратҡан шөғөлдәре. Ике ҡатлы йортон ул хәләл көсө, алтын ҡулдары менән һалған. Улдары Вадим менән Кәримгә яҡшы тәрбиә биргән, улары мәктәпте алтын миҙалға тамамлап, юғары белем алған, тормошта үҙ урындарын тапҡан. Рухи ҡиммәттәрҙе, белемде матди байлыҡтан өҫтөн ҡуйып йәшәй Ғатауллиндар ғаиләһе.







Автор: Ғәлиә ҒӘНИЕВА. Район: Бөрө ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә