Күңелендә — милләт рухы04.09.2015
Халҡыбыҙҙың үткәнен белгән, бөгөнгөһө хаҡында уйланған, киләсәген ҡайғыртҡан милләттәштәребеҙҙе ҡалала уйламағанда осратырға тура килә. Улар менән аралашҡанда киләсәккә ышаныс, йәшәүгә илһам артҡандай була. Шундай кешеләрҙең береһе Бөрө ҡалаһында йәшәүсе Ғәзим Ғатауллин булыр.
Ғәзим Нәғим улы Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ районында күп балалы ғаиләлә тыуып үҫә. Урыҫ класында уҡыһа ла, ул башҡортса бик матур һөйләшә, уҡый, яҙа. Мәктәпте тамамлау менән Приморье крайына диңгеҙ флоты мәктәбенә уҡырға китә. 1975 йылда армияға алына һәм Сахалинда хеҙмәт итә. Тыуған яҡтарына имен-һау әйләнеп ҡайтһа ла, күңеле, диңгеҙ буйына тарта Ғәзим Ғатауллинды. Ул шулай Владивостокка эшкә юллана.
Күп ер-һыу кискән, байтаҡ ғүмерен ситтә үткәргән Ғәзим Ғатауллин халҡының тарихы менән ҡыҙыҡһына. Уның олатаһы мәҙрәсә тамамлаған, үҙ ғүмерендә өс һуғышта ҡатнашҡан алдынғы ҡарашлы кеше булған. Ырымбурға Зәки Вәлиди Туған янына барғаны өсөн “аҡ офицер” тигән мөһөр алып, репрессияға эләгеп, дүрт ай төрмәлә ултырып та сыҡҡан.
Ғәзим Нәғим улы Марат Ҡолшәрипов, Әнүәр Әсфәндиәров кеүек тарихсыларҙың фәнни хеҙмәттәрен ҡат-ҡат уҡый, улар хатта өҫтәл китабына әйләнгән. Наполеон армияһын сигендереп, Францияға тиклем барып еткән башҡорт яугирҙәре, Бөйөк Ватан һуғышындағы башҡорт атлыларының батырлығы тураһында фильмдар төшөрөлмәүенә әрней. Ул Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш райондарында йәшәгән халыҡтың күпселеге башҡорт булыуы, ләкин тарихты белмәгәнлектән үҙҙәрен татар тип йөрөтөүҙәре, сәйәси сәбәптәр арҡаһында ваҡытында үҙ туған телдәрендә уҡый алмағандары өсөн борсола. “Хәҙер ҙә урыҫ мәктәбендә аҙнаһына бер-ике сәғәт кенә башҡорт телен уҡытыу аҙ, башҡа фәндәр менән бер рәттән ҡуйылһын ине ул”, — тигән теләген дә белдерҙе.
Көрәш, һунарсылыҡ, балыҡсылыҡ — Ғәзим ағайҙың яратҡан шөғөлдәре. Ике ҡатлы йортон ул хәләл көсө, алтын ҡулдары менән һалған. Улдары Вадим менән Кәримгә яҡшы тәрбиә биргән, улары мәктәпте алтын миҙалға тамамлап, юғары белем алған, тормошта үҙ урындарын тапҡан. Рухи ҡиммәттәрҙе, белемде матди байлыҡтан өҫтөн ҡуйып йәшәй Ғатауллиндар ғаиләһе.