Һуңғы йылдарҙа илебеҙҙә йоғошло булмаған сирҙәр менән яфаланыусылар арта. Рәсми мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, ауырыуҙарҙың дүрт төркөмөнә (йөрәк-ҡан тамырҙары патологияһы, онкология, шәкәр диабеты, тын алыу органдары сирҙәре) үлем осраҡтарының 80 проценты тура килә. Нисек кенә булмаһын, табиптар әйтеүенсә, сирҙәрҙең барыһы ла кешенең йәшәү рәүешенә бәйле. Ҡыҙғаныс, был үкенесле үлем осраҡтарының күбеһен иҫкәртергә, кеше ғүмерҙәрен ҡурсалап ҡалырға мөмкин булыр ине лә, әгәр ҙә... Тик әлегә беребеҙ ҙә, эш биреүсе лә сәләмәтлекте һаҡлауҙың үҙ ҡулыбыҙҙа икәнлеген аңлап етмәй, аңлаған хәлдә лә вайымһыҙлыҡтан арына алмай, ғөмүмән, һаулыҡҡа иғтибар түбән кимәлдә.
Белеүебеҙсә, “Рәсәй Федерацияһында граждандарҙың сәләмәтлеген һаҡлау нигеҙҙәре тураһында”ғы Закондың ҡабул ителеүе менән был мөһим төшөнсәгә ҡараш үҙгәреш кисерҙе. Мәҫәлән, иҫкәртеү медицинала төп йүнәлештәрҙең береһе тип танылды, оҙайлы бәхәстәрҙән һуң һаулыҡ һаҡлау даирәһендә граждандың бурыстары нығытылды. Хатта эш биреүселәр ҙә “өлөшһөҙ” ҡалманы: улар хәҙер власть һәм медицина ойошмалары менән бер рәттән, сирҙәрҙе иҫкәртеү буйынса хоҡуҡи мөнәсәбәттәр субъекттары булып тора. Ғәҙәттә, табыш алыуҙы ғына күҙ уңында тотҡан, кадрҙарға әллә ни ҡытлыҡ кисермәгән эш биреүсенең иғтибарын хеҙмәткәрҙәренең һаулығын һаҡлауға йүнәлтеү еңел булмаҫ кеүек. Бәлки, эш биреүсене дәртләндереү саралары, беҙ белмәгән ҡыҙыҡһындырыу юлдары барҙыр? Ғөмүмән, эшсе һәм эш биреүсене бер маҡсатҡа ылыҡтырыу, туплау өсөн өҫтәмә шарттар, законға үҙгәрештәр индереү кәрәклеге көн кеүек асыҡ. Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә МЫРҘАБАЕВАҒА тап ошо мәсьәләгә аныҡлыҡ индереүен һорап мөрәжәғәт иттек тә инде.— Һеҙҙеңсә, ни өсөн эш биреүсе ҡул аҫтында эшләгән һәр кемдең сәләмәтлеге өсөн яуаплылыҡ тойорға тейеш? Әгәр ҙә депутаттар шулай уйлай икән, тимәк, тәү сиратта хеҙмәт һәм һалым ҡанундарына ла үҙгәрештәр индерергә, Мотлаҡ медицина страховкаһы, социаль страховка һәм өҫтәмә дарыуҙар менән тәьмин итеү системалары ла бурыстарын яңынан барларға тейеш булып сыға түгелме?
— Тап шулай. Рәсәй Федерацияһының Граждандар кодексында барыбыҙға ла билдәле бер норма бар: әгәр ҙә страховка осрағы страховкаланыусының уҫал уйы, ғәйебе һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килһә, страховкалаусы ойошма түләүҙәрҙән азат ителә. Медицинала ла хәлдең ошоға ярашлы үҙгәреүе мөмкин. Әгәр ҙә ауырыу эсә, тарта, табиптың күрһәтмәләрен үтәмәй, шул сәбәпле сирен аҙҙырыуға булышлыҡ итә икән (тимәк, медицина ярҙамына сығым да артҡандан-арта тигән һүҙ), ни өсөн дәүләт был сығымдарҙы тулыһынса ҡапларға тейеш?
Беҙҙеңсә, сәләмәт тормошто үҙ иткән, ваҡытында (өс йылға бер) диспансерлаштырыу үткән граждандарға Хеҙмәт кодексында ниндәйҙер преференциялар булдырыу (мәҫәлән, өҫтәмә ял көндәре биреү) маҡсатҡа ярашлы булыр ине. Мотлаҡ медицина страховкаһын да үҙгәрештәр көтә. Һүҙ Дәүләт гарантиялары программаһында өҫтәмә шарттар булдырыу тураһында бара. Һаулығын ҡайғыртҡан граждандарға түләүһеҙ медицина ярҙамы күләмен арттырыуҙы күҙ уңында тотабыҙ. Киреһенсә, әгәр ҙә экспертиза сир менән граждандың ҡылығы, тәртибе араһында тығыҙ бәйләнеш булыуын асыҡлаһа (дауанан баш тартһа, врач кәңәшен тотмаһа, алкоголь йә тәмәке менән мауығыуын дауам итһә һ.б), ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙының (“больничный”ҙың) тулыһынса түләнмәүе ихтимал.
— Ә эш биреүселәрҙе һөйөндөргән йәки көйөндөргән яңылыҡтар бармы?
— Һалым кодексына ошондай мөһим үҙгәрештәрҙе индереүҙең ике яҡ өсөн дә отошло буласағы бәхәсһеҙ: хеҙмәткәрҙәрҙең сәләмәтлеген нығытыуға тотонолған сумманы табышҡа һалынған һалым иҫәбенән алып ташлау, предприятиела спорт залдары, сәләмәтлек пункттары булдырған ойошмалар өсөн льготалар булдырыу, һалымды кәметеү һ.б.
Хеҙмәт кодексына эш биреүсенең медицина ойошмаларына иҫкәртеү сараларын үткәреү буйынса бурыстарын аныҡлаған положениеларҙы индереү көн талабына әүерелде. Ҡайһы саҡта медицина хеҙмәткәрҙәренә диспансерлаштырыуҙы үткәреү өсөн коллектив ағзалары исемлеген ойошма етәкселегенән ялынып-үтенеп һорап алырға тура килә. Эшсәндәренең сәләмәтлеген һаҡлау буйынса бурыстарын үтәмәгән етәкселәргә ҡарата яуаплылыҡты арттырыу үтә мөһим бөгөн.
Халыҡты һаҡлау буйынса башҡарылған социаль-иҡтисади сараларҙың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Әгәр ҙә ошо тәңгәлдә һөҙөмтәле эшләһәк, илдә демографик хәлдең яҡшырыуына, үлем кимәле кәмеүенә, инвалидлыҡ буйынса ваҡытынан алда хаҡлы ялға сығыу осраҡтарының аҙайыуына мотлаҡ өлгәшәсәкбеҙ. Тимәк, ауырыуҙарҙы һәм хеҙмәткә яраҡһыҙ граждандарҙы һауыҡтырыуға киткән сығымдар кәмеү менән бергә хеҙмәткә һәләтле кешеләр һаны артыу иҫәбенә бюджетҡа инәсәк керем дә арта тигән һүҙ.
Ғөмүмән, сәләмәт тормошто үҙ иткән кешене илдең иҡтисади үҫешенә лайыҡлы өлөш индереүсе тип ҡарарға кәрәк.
— Беҙ барыбыҙ ҙа һаулыҡтың ысын мәғәнәһендә ҙур ҡиммәт икәнлеген аңлайбыҙ. Мәғлүмәтлебеҙ, аңлыбыҙ, белемлебеҙ... Әммә һаулыҡҡа зыян килтереүсе алама ғәҙәттәрҙән арынырға, сирләү ихтималлығын кәметергә, дөрөҫ туҡланырға, күберәк хәрәкәтләнергә ғәҙәтләнмәгәнбеҙ. Бәлки, “Тартма!”, “Эсмә!” тигән кеүек тыйыуҙар, уларға ҡаршы көрәш урынына дәртләндереү, ҡыҙыҡтырыу механизмдарын ҡулланыу хәйерлерәктер?
— Беҙҙең төп хата сәләмәт тормош сәйәсәтен алып барыуҙы Һаулыҡ һаҡлау министрлығына ғына ҡайтарып ҡалдырыуҙа. Ә бит башҡа илдәрҙә был бурысты предприятиелар һәм етәкселәр бүлешеп хәл итә. Уйлап ҡарағыҙ, кеше эш урынында ғүмеренең өстән бер өлөшөн уҙғара. Эш шарттарын яҡшыртыуға, төрлө дәртләндереү сараларына аҡса йүнәлтеү хеҙмәткәрҙәрҙең кәйефенә, һаулығына, коллективтағы психологик мөхиткә һис һүҙһеҙ ыңғай тәьҫир итәсәк. Мәҫәлән, спорт сараларында ҡатнашҡандарҙы грамота, диплом менән бүләкләү, өҫтәүенә йыл буйына бер тапҡыр ҙа ауырымағандарға ял көндәре биреү, спорт менән шөғөлләнеүселәр өсөн ҡыҫҡартылған эш көнө тәҡдим итеү, бүләк сертификаттары, премия тапшырыу ғәҙәткә инһә, насар булыр инеме?
Миҫалға бер нисә сит ил предприятиеһындағы дәртләндереү сараларының ниндәй көтөлмәгән һөҙөмтәләргә килтереүен әйтеп үтәйем. Германиялағы бер фармацевтика компанияһы физик әүҙемлекте арттырған, насар ғәҙәттәрҙән баш тартҡан хеҙмәткәрҙәргә 100 доллар күләмендә премия биреп, сәләмәтлек программаһында ҡатнашыусылар һанын алты тапҡырға арттырыуға өлгәшкән. Ә АҠШ-тағы “Квакер Оутс” сауҙа предприятиеһы диспансерлаштырыу үткән, тәмәке тартыу, алкоголь менән мауығыуҙы спорт менән шөғөлләнеүгә алмаштырған эшселәрен 600 доллар менән бүләкләүҙе ғәҙәткә индерә. Шулай итеп, хеҙмәткәрҙәрҙең 80 процентының сәләмәт тормошто һайлауы һөҙөмтәһендә медицина ярҙамына тотонолған йыллыҡ сығымды 2 миллион долларға кәметәләр. “Сәләмәт шәхестән — сәләмәт компанияға” тип аталған өс йыллыҡ программаны тормошҡа ашырған сауҙа предприятиеһы (АҠШ) аңлатыу эшенән тыш, физкультура менән шөғөлләнеү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу, туҡланыуҙы дөрөҫ ойоштороу һәм ирекле медицина страховкаһы программаһы буйынса өҫтәмә шарттар булдырыу һөҙөмтәһендә ауырыуҙар һанын кәметеүгә, хеҙмәткәрҙәрҙең яртыһынан күбеһендә холестерин кимәлен, ҡан баҫымын түбәнәйтеүгә өлгәшә.
Сит ил предприятиеларының тәжрибәһен өйрәнгәндән һуң шундай һығымтаға килдек: эшселәрҙең һаулығына ҙур ҡиммәт тип ҡарау, иғтибар күрһәтеү, хатта артыҡ ҙур булмаған бүләктәр ҙә хеҙмәткәрҙәрҙең һауыҡтырыу программаларында ҡатнашыу кимәлен күтәрә ала. Дәртләндереү механизмдарын ҡулланыуҙың отошло яҡтары байтаҡ: төплө уйланылған һауыҡтырыу сараһына тотош коллективты ылыҡтырыу һәм күптәрҙе сәләмәтлектәренә бөтөнләй башҡа күҙлектән ҡарарға мәжбүр итеү һ.б.
“Кемдең санаһына ултырһаң, шуның йырын йырлайһың” тигәндәй, ойошманың яңы ағзалары ла ошо сәләмәтлек ағымына ҡушыласаҡ. Әлбиттә, бөтә дәртләндереү сараларының да тәьҫирле булмауы ихтимал (мәҫәлән, тәмәкесенең программа тамамланыу менән яңынан көйрәтә башлауы, ҡайһы берәүҙәрҙең “больничный” алмау өсөн ауырыған көйгә эшкә килеүе бар). Үҙ хеҙмәткәренең һаулығын даими хәстәрләгән эш биреүсене Хөкүмәт гранттары менән бүләкләү һаулыҡ һаҡлауҙа ҙур этәргес булыр ине. Һалым түләүҙә льготалар ҡаралыуы, һис шикһеҙ, етәкселәрҙе компания файҙаһына, хеҙмәткәрҙәрҙең һаулығы хаҡына бирелеп эшләргә мәжбүр итәсәк. Ә бынан барыбыҙ ҙа отасаҡбыҙ ғына.
— Ҡайһы берәүҙәр совет осоронда ябай халыҡ өсөн тыуҙырылған уңайлыҡтарҙы, ҡаҙаныштарҙы ер менән тигеҙләргә уйлап, аяуһыҙ тәнҡит утына алһа ла, ниәт тормошҡа ашманы. Юҡҡа сығарылған ҡиммәттәр кире ҡайтарыла, тергеҙелә бөгөн. Үткән быуатта тәрән тамыр ебәргән медицина тикшеренеүҙәре, диспансерлаштырыу, шифаханалар системаһы яңынан баш ҡалҡыта башланы булһа кәрәк...
— Илдең баҙар иҡтисадына күсеү шарттарында хеҙмәт хоҡуҡтары алдына яңы бурыстар килеп баҫты. Шул иҫәптән хеҙмәткәрҙәрҙең һаулығын һаҡлауҙа ла. Һеҙ һанап үткән медицина йүнәлештәрендә, ысынлап та, эш элекке кеүек ҙур күләмдә башҡарылмай. Медицина тикшеренеүҙәрен үтергә тейешле эшселәр категорияһы билдәләнмәүе — төп етешһеҙлектәрҙең береһе. Ҡоролоштар алмашыныу дәүерендә юҡҡа сығарылған диспансерлаштырыуҙың “Һаулыҡ” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла башлауы һөйөнөслө.
Рәсәй Хөкүмәтенең шифахана-курорттарға путевка бүлеү тәртибен яйға һалған 2001 йылғы ҡарарына ярашлы, хеҙмәткәр һәм эш биреүсе мөнәсәбәттәре ғәҙел көйләнеп килде. Профсоюз һәм башҡа ойошма вәкилдәренән төҙөлгән махсус комиссия мөһим эште иғтибар үҙәгендә тотто. Был нормалар ғәмәлдән сығарылһа ла, хәҙер шифаханаларҙа ял итеүгә аҡса бүлеү мөмкинлеген биргән ҡатмарлы механизм законда нығытылды. Әгәр элек социаль ярҙамдың күп төрҙәре (шул иҫәптән медицинала) эш биреүсе тарафынан бүленһә, хәҙер хәл бөтөнләй башҡаса. Диспансерлаштырыуҙа ла эш биреүсе хәҙер ҡатнашмай. Әммә ул медицина тикшеренеүҙәре үтеү өсөн мотлаҡ шарттар тыуҙырырға һәм эштән һәр кемде бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ ебәрергә бурыслы. Хеҙмәткәр һәм етәкселек араһындағы мөнәсәбәтте хоҡуҡи көйләү йәһәтенән башҡараһы бурыстар байтаҡ әле.
– Төбәктәрҙә сәләмәт тормошто пропагандалауға, сирҙәрҙе иҫкәртеүгә йүнәлтелгән әллә күпме ҡанундар, норматив хоҡуҡи акттар ҡабул ителә. Әммә һаман да йыш ауырыйбыҙ, ваҡытынан иртә ғүмерҙәре өҙөлгән яҡындарыбыҙҙы юғалтыуҙан өҙгөләнәбеҙ... Тәжрибәле табип булараҡ, уҡыусыларға ниндәй кәңәш бирер инегеҙ?
– Әйтеүемсә, иҫкәртеү сараларынан тыш, хеҙмәткәрҙәр өсөн адреслы иҡтисади стимулдар булдырыу өҫтөндә ныҡ эшләргә кәрәк. Әммә шуны онотмайыҡ: Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәренән күренеүенсә, кешенең сәләмәтлеген һәм ғүмер оҙайлығын бары 10 процентҡа ғына һаулыҡ һаҡлау торошо, медицина ярҙамы сифаты билдәләй. 20 проценты тирә-яҡ мөхит, тәбиғәт факторҙарына бәйле. Һаулығыбыҙға барыһынан да элек (60 процентҡа тиклем) нисек йәшәүебеҙ, ҡылыҡ-фиғелебеҙ, тормош шарттары тәьҫир итә. Тимәк, сәләмәтлеккә зыян килтермәй йәшәргә өйрәнергә кәрәк.
Динә АРЫҪЛАНОВА әңгәмәләште.