Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Нимә етә әсә булыуға!
Нимә етә әсә булыуға! ”Әсә – бөйөк исем,
Нимә етә әсә булыуға!
Ҡатындарҙың бөтә матурлығы,
Бөтә күрке – әсә булыуҙа”,
– тип яҙған шағир Һаҙый Таҡташ. Ысынлап та, әсәнән дә ғәзизерәк, илаһираҡ зат бармы икән донъяла?! Уларҙы данлап күпме китап, йыр яҙылған! Әммә, ниндәй генә әҫәрҙәр ижад ителмәһен, йөрәк түренән сыҡҡан һүҙҙәребеҙ аҙ һымаҡ. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов гүзәл зат вәкилдәренә “Әсәлек даны” миҙалын тапшырғанда тап ошо фекерҙе дәлилләне.


– Республикабыҙҙа төрлө наградалар тапшырыла, әммә әлегеһе барыһынан да юғары, – тип билдәләне Салауат Тәлғәт улы. – Бала тәрбиә­ләүҙән дә изгерәк эш юҡтыр донъяла. Һеҙҙең алдығыҙҙа баш эйәбеҙ.
Вице-премьер Башҡортостанда күп балалы ғаиләләргә ҙур иғтибар бүленгәнлеген, күркәм йоланың киләсәктә лә дауам итәсәген билдәләне.
Бүләкләнгәндәр араһында төрлө һөнәр оҫталары бар. Мәҫәлән, Ейәнсура районынан Гөлнара Тимербулатова акушер булып эшләй. Ире менән дүрт сабыйға ғүмер бирһәләр, йәнә бишәүҙе уллыҡҡа алғандар.
– Бала табыу йортонда эшләгәс, төрлө хәлдәрҙе күрергә тура килде, – тине Гөлнара Ғәйнулла ҡыҙы. – Сабыйын ҡалдырып киткән ҡатындар ҙа булғыланы. Шундай бәғерһеҙлекте күреп, йөрәгем әрнене. Ахырҙа, ирем менән биш баланы үҙ ҡанатыбыҙ аҫтына алырға булдыҡ.
Мәртәбәле наградаға лайыҡ һәр ҡатынға һоҡланып туймаҫлыҡ. Бындай уңған әсәләргә һәйкәл ҡуйырлыҡ!


Автор: А. БАЙМӨХӘМӘТОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә