”Әсә – бөйөк исем,
Нимә етә әсә булыуға!
Ҡатындарҙың бөтә матурлығы,
Бөтә күрке – әсә булыуҙа”,
– тип яҙған шағир Һаҙый Таҡташ. Ысынлап та, әсәнән дә ғәзизерәк, илаһираҡ зат бармы икән донъяла?! Уларҙы данлап күпме китап, йыр яҙылған! Әммә, ниндәй генә әҫәрҙәр ижад ителмәһен, йөрәк түренән сыҡҡан һүҙҙәребеҙ аҙ һымаҡ. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов гүзәл зат вәкилдәренә “Әсәлек даны” миҙалын тапшырғанда тап ошо фекерҙе дәлилләне.– Республикабыҙҙа төрлө наградалар тапшырыла, әммә әлегеһе барыһынан да юғары, – тип билдәләне Салауат Тәлғәт улы. – Бала тәрбиәләүҙән дә изгерәк эш юҡтыр донъяла. Һеҙҙең алдығыҙҙа баш эйәбеҙ.
Вице-премьер Башҡортостанда күп балалы ғаиләләргә ҙур иғтибар бүленгәнлеген, күркәм йоланың киләсәктә лә дауам итәсәген билдәләне.
Бүләкләнгәндәр араһында төрлө һөнәр оҫталары бар. Мәҫәлән, Ейәнсура районынан Гөлнара Тимербулатова акушер булып эшләй. Ире менән дүрт сабыйға ғүмер бирһәләр, йәнә бишәүҙе уллыҡҡа алғандар.
– Бала табыу йортонда эшләгәс, төрлө хәлдәрҙе күрергә тура килде, – тине Гөлнара Ғәйнулла ҡыҙы. – Сабыйын ҡалдырып киткән ҡатындар ҙа булғыланы. Шундай бәғерһеҙлекте күреп, йөрәгем әрнене. Ахырҙа, ирем менән биш баланы үҙ ҡанатыбыҙ аҫтына алырға булдыҡ.
Мәртәбәле наградаға лайыҡ һәр ҡатынға һоҡланып туймаҫлыҡ. Бындай уңған әсәләргә һәйкәл ҡуйырлыҡ!