Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Күрәһеләр алда әле…
Ставрополдә йәшәүсе бер түрәнең ил башлығына “аҡыллы” кәңәш, тәҡдим менән сығыуы тураһында ишетеп, шаҡ ҡаттыҡ. Ауылда тыуып, ерҙә көнө-төнө, алһыҙ-ялһыҙ тир түгеп, башҡаларҙы туйындырам тип йәшәүсе крәҫтиәнде тағы ла ҡыҫыу икән был ғәләмәт. Йәнәһе, ауылдарҙа ҡош-ҡорт тотоусылар, мал аҫраусылар күбәйеп киткән. Саманан артыҡ иткә, майға, йомортҡаға туйып, аҙыҡ-түлекте ҡайҙа ҡуйырға белмәйенсә йөрөйбөҙ икән. Был хәлдән ҡотолоу сараһын табырға кәрәк, ти.


Хәйер, тарихҡа күҙ һалһаҡ, Рәсәйҙә элек-электән ауыл халҡына иркенләп эшләп, иркенләп йәшәргә бирмәгәндәр шул. Батша заманында — крепостнойлыҡ, совет осорон­да — колхоз, совхоздар… Һанап бөт­көһөҙ. Хәҙер килеп яңы аяҡҡа баҫыусы фер­мер­ҙарға, шәхси хужалығын алып барыусыларға ҡаршылыҡтар сығып ҡына тора.
Әле ауыл кешеһе “яңы реформа”нан — мал салыу өсөн махсус пункттар төҙөү тураһындағы ҡарарҙан — аңына килә алмай йөрөй. Һатыу өсөн салдырырға һәр һары­ғыңды, үгеҙеңде 50—60 саҡрымда урын­лаш­ҡан үҙәккә алып бара башлаһаң…
Ветеринария хеҙмәтендә әлегә йәшәп килгән тәртип, талап та еткән бит. Уйлап ҡа­раһаң, крәҫтиәнгә төрлө “яңылыҡ”тар кө­йөнөстәр генә алып килә. Мин был һүҙҙәрҙе райондың ветеринария станцияһында 28 йыл эшләгәнгә, шуның һуңғы ете йылында баш ветеринар врач булғанға яҙам. Ошондай һәр төрлө үҙгәртеп ҡороуҙар арҡаһында ауыл кешеһе бер генә лә мандып китә алмай.
Минеңсә, ошондай башбаштаҡлыҡтар арҡа­һында илдә тотош ауылдар юҡҡа сыға. Йәштәр ситкә китә, балалар кәмей, мәктәптәр ябыла. Ауыл халҡының шөғөлөнә, йә­шә­йешенә аяҡ сала бындай реформалар. Һандар килтереп тормайым, шуныһы бә­хәсһеҙ: ауылдарҙан халыҡ ҡаса, мал бөтә. Хәҙер байтаҡ баҫыуҙы ҡый баҫты.
Бөгөн ике-өс баш ҡына мал аҫрап йәшәп булмай. Күпләп тотор өсөн техника кәрәк, ә һәр кем трактор, машина һатып ала алмай. Икенсенән, ябай кеше етештергән ит, һөттөң хаҡы сығымдарҙы ла ҡапламай. Әйтәйек, бер литр яғыулыҡ 34 һумдан ҡиммәтерәк, ә һөт — 12-13 һум.
Ошондай хәлдә “һөҙөмтәлелек” эҙләй башлаһаң, бер генә лә фәтүә юҡ шул. Ауыл кешеһен инде: “Мал аҫрағың килһә, шәхси эшҡыуар бул”, — тип тылҡый башлаһаң, бе­реһе лә риза булмаҫ. Ә шәхси хужалыҡта булған малдарҙы ла сикләү ауылдарҙы бөтөрөүгә тиң...



.


Автор: Хәйҙәр АҘНАБАЕВ. Район: Ейәнсура районы, Иҫәнғол ауылы


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә