Күрәһеләр алда әле…01.09.2015
Ставрополдә йәшәүсе бер түрәнең ил башлығына “аҡыллы” кәңәш, тәҡдим менән сығыуы тураһында ишетеп, шаҡ ҡаттыҡ. Ауылда тыуып, ерҙә көнө-төнө, алһыҙ-ялһыҙ тир түгеп, башҡаларҙы туйындырам тип йәшәүсе крәҫтиәнде тағы ла ҡыҫыу икән был ғәләмәт. Йәнәһе, ауылдарҙа ҡош-ҡорт тотоусылар, мал аҫраусылар күбәйеп киткән. Саманан артыҡ иткә, майға, йомортҡаға туйып, аҙыҡ-түлекте ҡайҙа ҡуйырға белмәйенсә йөрөйбөҙ икән. Был хәлдән ҡотолоу сараһын табырға кәрәк, ти.
Хәйер, тарихҡа күҙ һалһаҡ, Рәсәйҙә элек-электән ауыл халҡына иркенләп эшләп, иркенләп йәшәргә бирмәгәндәр шул. Батша заманында — крепостнойлыҡ, совет осоронда — колхоз, совхоздар… Һанап бөткөһөҙ. Хәҙер килеп яңы аяҡҡа баҫыусы фермерҙарға, шәхси хужалығын алып барыусыларға ҡаршылыҡтар сығып ҡына тора.
Әле ауыл кешеһе “яңы реформа”нан — мал салыу өсөн махсус пункттар төҙөү тураһындағы ҡарарҙан — аңына килә алмай йөрөй. Һатыу өсөн салдырырға һәр һарығыңды, үгеҙеңде 50—60 саҡрымда урынлашҡан үҙәккә алып бара башлаһаң…
Ветеринария хеҙмәтендә әлегә йәшәп килгән тәртип, талап та еткән бит. Уйлап ҡараһаң, крәҫтиәнгә төрлө “яңылыҡ”тар көйөнөстәр генә алып килә. Мин был һүҙҙәрҙе райондың ветеринария станцияһында 28 йыл эшләгәнгә, шуның һуңғы ете йылында баш ветеринар врач булғанға яҙам. Ошондай һәр төрлө үҙгәртеп ҡороуҙар арҡаһында ауыл кешеһе бер генә лә мандып китә алмай.
Минеңсә, ошондай башбаштаҡлыҡтар арҡаһында илдә тотош ауылдар юҡҡа сыға. Йәштәр ситкә китә, балалар кәмей, мәктәптәр ябыла. Ауыл халҡының шөғөлөнә, йәшәйешенә аяҡ сала бындай реформалар. Һандар килтереп тормайым, шуныһы бәхәсһеҙ: ауылдарҙан халыҡ ҡаса, мал бөтә. Хәҙер байтаҡ баҫыуҙы ҡый баҫты.
Бөгөн ике-өс баш ҡына мал аҫрап йәшәп булмай. Күпләп тотор өсөн техника кәрәк, ә һәр кем трактор, машина һатып ала алмай. Икенсенән, ябай кеше етештергән ит, һөттөң хаҡы сығымдарҙы ла ҡапламай. Әйтәйек, бер литр яғыулыҡ 34 һумдан ҡиммәтерәк, ә һөт — 12-13 һум.
Ошондай хәлдә “һөҙөмтәлелек” эҙләй башлаһаң, бер генә лә фәтүә юҡ шул. Ауыл кешеһен инде: “Мал аҫрағың килһә, шәхси эшҡыуар бул”, — тип тылҡый башлаһаң, береһе лә риза булмаҫ. Ә шәхси хужалыҡта булған малдарҙы ла сикләү ауылдарҙы бөтөрөүгә тиң...
.