Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ниңә “Әбейҙәр сыуағы” тиҙәр?
Сентябрь – йылдың туғыҙынсы айы. Шул уҡ ваҡытта ул – көҙ башы. Ҡасандыр йыл башы ла булған. Тик Петр I реформаларынан һуң бөгөнгө урынында ҡалған. Исеме лә есеменә тура килмәй: боронғо Римда ул етенсе ай булараҡ билдәләнгән (September – етенсе). Марттағы кеүек, был айҙа ла көн һәм төн оҙонлоҡтары тигеҙләнә: 23 сентябрҙә улар 12-шәр сәғәткә тиң.

Йәй миҙгеленән һалҡын осорға күсеү арауығында сентябрь айы үҙендә булған күп күренештәр менән көҙҙөң башҡа айҙарынан айырылып тора. Бына улар:
•lҺауа торошонда йылы һәм һыуыҡ көндәр сиратлаша. Ҡайһы саҡта һауа температураһы 8 градусҡа тиклем түбәнәйә.
lЙыл һайын тиерлек беренсе ҡарҙы сентябрҙә күҙәтәбеҙ һәм, 30-40 көндән һуң көрттәр барлыҡҡа киләсәк, тип фараз итәбеҙ.
lСентябрь – йылдың иң ҡоро айы. Был мәлдә иң әҙ яуым-төшөм күҙәтелә. Тик шулай ҙа, йылылыҡ әҙ булғанлыҡтан, бәләкәй генә ямғырҙар ҙа ҙур күләүектәр ҡалдыра. Юҡҡа ғына халыҡ телендә ошондай әйтем йөрөмәй: “Майҙа бер биҙрә ямғыр һыуы бер ҡалаҡ батҡаҡ яһар, сентябрҙә бер ҡалаҡ яуһа ла, бер биҙрә бысраҡ сығыр”.
lСентябрь ямғыры – мыжыҡ ямғыр. Ул көндәр буйы әҙләп кенә яуып торор.
•lСентябрҙә ҡоштарҙың күбеһе йылы яҡтарға осоп китә. Был инде бөжәктәрҙең кәмеүе менән аңлатыла.
lАй аҙағында айыуҙар йоҡларға ята.
lЯпраҡтар күпләп ҡойола башлағас, ҡуяндар урмандан яландарға сыға башлай, сөнки аяҡ аҫтындағы ҡыштырлау уларҙы ҡурҡыта.
•lСентябрь “әбейҙәр сыуағы” исемле мәле менән дә дан тота. Быға күп аңлатмалар бирелә. Шуларҙың иң билдәлеһе – йылы осорҙа баҫыу эштәре менән ир-ат шөғөлләнгән, ә көҙ үҫтереп алынған уңышты ҡышҡылыҡҡа әҙерләү ҡатын-ҡыҙ елкәһенә төшкән. Шунлыҡтан “ҡатын-ҡыҙ йәйе етте” тигәндәр. Ә ер эштәре ҡояшлы, йылы көндәрҙә башҡарылғас, ул инде “әбейҙәр сыуағы”на әйләнгән.
lСентябрҙә ағастар япрағын ҡоя. Беҙ быны ябай бер ваҡиға тип ҡабул итәбеҙ. Тик ошо күренештә әле беҙ белмәгән бер сер ҙә бар. Бөтәбеҙгә лә мәғлүм: ағас япрағы һарғая, тик барыһы ла түгел – ҡайһы берҙәренеке иң тәүҙә ҡыҙара (уҫаҡ, саған һ.б.), ергә төшкәс, аҙаҡ һарғая. Ни өсөн ул япраҡ ҡыҙара һуң? Был әлегә фәнгә билдәле түгел.
Сентябрь айындағы һауа торошо тураһында ҡайһы бер фараздар, ысынлап та, нигеҙле. Бына уларҙың ҡайһы берҙәре:
lСентябрь ҡоро һәм йылы булһа, ҡыш һуңлап килә.
•lКейек ҡаҙҙар айҙың беренсе яртыһында йылы яҡҡа китә башлаһа, ҡыш иртә килә.
lТөньяҡтан иҫкән ел ҡырау килтерә.
lИртәнге томан – көн аяҙайыуға.
•lҺыуыҡ сентябрь – йылы мартҡа.
lАғастар япрағын һуңлап ҡойһа, ҡыш һыуыҡ була.
lТамыраҙыҡтар (сөгөлдөр, шалҡан) ер өҫтөнә сыҡһа, йылы ҡышты көт.
lСәпсектәр ояға йөн ташый башлаһа, ҡыш һыуыҡ килә.
Сентябрь кешегә лә ниндәйҙер кимәлдә йоғонто яһай. Әгәр яҡты, аяҙ көндә лә йоҡо килә башлаһа, һауа торошоноң боҙолоуын көтөргә кәрәк. Болотло көндө йылы ел иҫһә, күңел күтәрелә, һәм һауа торошоноң яҡшырыуын аңларға була.

Хөрмәтле уҡыусылар, һеҙҙең дә фараздарығыҙ булһа, беҙгә хәбәр итегеҙ. Беҙ уны гәзит аша баш­ҡаларға еткерербеҙ.

Инбер ЯПАРОВ,
география фәндәре кандидаты,
БДУ доценты.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә