Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Көрсөк урап үтмәһә лә…
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республикабыҙҙан Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының VI саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаттары һәм Федерация Советы ағзалары менән осрашты.
Сарала төбәкте социаль-иҡтисади үҫте­реү, уның инвестиция ҡеүәһен арттырыу, граждан йәмғиәте институттарын камиллаштырыу һәм импортты алмаштырыу программаларын ғәмәлгә ашырыу мәсьәләләре тикшерелде.
– Бөгөнгө осрашыуыбыҙ эш торошон, шул иҫәптән республикалағы хәлде, яҡын килә­сәккә пландарҙы тикшереүгә арнала, — тине Рөстәм Хәмитов. — Әйтергә кәрәк: әле беҙҙә барыһы ла яҡшы. Рәсәй Федерацияһы Прези­дентының указдарын уңышлы үтәйбеҙ.
Республика Башлығы әйтеүенсә, ҡаҙнаға һалым һәм һалым булмаған керемдәр планда билдәләнгәндән 10 процентҡа юғарыраҡ. Был күп йәһәттән Башҡортостан Хөкүмәтенең һалым түләгән ҙур предприятиелар менән шәхсән эшләүенә бәйле. Шул уҡ ваҡытта долларға ҡарата һум курсының үҙгәреүе лә ҙур әһәмиәткә эйә — экспортерҙар өҫтәмә табыш ала.
Һуңғы бер нисә йылда инвестиция йәһәте­нән уңышҡа өлгәштек. Әле Рәсәй буйынса дөйөм күрһәткестәр кәмей, ә беҙҙә 4,5 про­центҡа артты. Йылды уңышлы тамамларбыҙ, инвестиция буйынса планды үтәрбеҙ, тигән ышаныс белдерҙе Рөстәм Хәмитов.
Төбәк Башлығы Башҡортостандың Волга буйы Федераль округында торлаҡты сафҡа индереү күләме буйынса беренсе урынға сығыу хаҡында белдерҙе. Шул уҡ ваҡытта, башҡа төбәктәрҙәге кеүек үк, күмәртә һәм ваҡ сауҙа селтәрендә күләм 20 процентҡа түбәнәйгән.
– Эш хаҡын түләүгә, Президент указдарын үтәүгә килгәндә, бер ниндәй ҙә шик юҡ. Икен­се яҡтан, тотош илдә барған иҡтисади хәл-ваҡиғалар беҙҙе лә урап үтмәне. Шуға күрә эҙемтәләрҙе йомшартыу йәһәтенән артабан да эш алып барасаҡбыҙ, – тип белдерҙе Рөстәм Хәмитов.



Автор: Л. ДӘҮЛИЕВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә