Көрсөк урап үтмәһә лә…29.08.2015
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республикабыҙҙан Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының VI саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаттары һәм Федерация Советы ағзалары менән осрашты.
Сарала төбәкте социаль-иҡтисади үҫтереү, уның инвестиция ҡеүәһен арттырыу, граждан йәмғиәте институттарын камиллаштырыу һәм импортты алмаштырыу программаларын ғәмәлгә ашырыу мәсьәләләре тикшерелде.
– Бөгөнгө осрашыуыбыҙ эш торошон, шул иҫәптән республикалағы хәлде, яҡын киләсәккә пландарҙы тикшереүгә арнала, — тине Рөстәм Хәмитов. — Әйтергә кәрәк: әле беҙҙә барыһы ла яҡшы. Рәсәй Федерацияһы Президентының указдарын уңышлы үтәйбеҙ.
Республика Башлығы әйтеүенсә, ҡаҙнаға һалым һәм һалым булмаған керемдәр планда билдәләнгәндән 10 процентҡа юғарыраҡ. Был күп йәһәттән Башҡортостан Хөкүмәтенең һалым түләгән ҙур предприятиелар менән шәхсән эшләүенә бәйле. Шул уҡ ваҡытта долларға ҡарата һум курсының үҙгәреүе лә ҙур әһәмиәткә эйә — экспортерҙар өҫтәмә табыш ала.
Һуңғы бер нисә йылда инвестиция йәһәтенән уңышҡа өлгәштек. Әле Рәсәй буйынса дөйөм күрһәткестәр кәмей, ә беҙҙә 4,5 процентҡа артты. Йылды уңышлы тамамларбыҙ, инвестиция буйынса планды үтәрбеҙ, тигән ышаныс белдерҙе Рөстәм Хәмитов.
Төбәк Башлығы Башҡортостандың Волга буйы Федераль округында торлаҡты сафҡа индереү күләме буйынса беренсе урынға сығыу хаҡында белдерҙе. Шул уҡ ваҡытта, башҡа төбәктәрҙәге кеүек үк, күмәртә һәм ваҡ сауҙа селтәрендә күләм 20 процентҡа түбәнәйгән.
– Эш хаҡын түләүгә, Президент указдарын үтәүгә килгәндә, бер ниндәй ҙә шик юҡ. Икенсе яҡтан, тотош илдә барған иҡтисади хәл-ваҡиғалар беҙҙе лә урап үтмәне. Шуға күрә эҙемтәләрҙе йомшартыу йәһәтенән артабан да эш алып барасаҡбыҙ, – тип белдерҙе Рөстәм Хәмитов.