Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ҡорттар... паспорт аласаҡ
Башҡортостанда умартасылыҡты үҫтереү буйынса Закон бар, ул эшләй. Рәсәй кимәлендә иһә “Умартасылыҡ тураһында” федераль закон проекты әҙерләнгән һәм Дәүләт Думаһына тәҡдим ителергә тора. “Российская газета”ла (14 август, 2015 йыл) был йәһәттән Василий Мироновтың күләмле, шул уҡ ваҡытта ҡыҙыҡлы мәҡәләһе баҫылып сыҡты. Шуны файҙаланып, беҙ ҙә ғәмәлгә инәсәк закондың үтәлешен күҙаллап ҡарайыҡ.

Закон проектының асылы шунан ғибәрәт: умартасылыҡ өлкәһендә үҙ-үҙен көйләүсе ойошма төҙөү, балдың сығышын белер өсөн умарталыҡтарҙың паспортын булдырыу, үҫем­лектәрҙе химикаттар менән эшкәртеүҙе көйләү.
Тағы бер мөһим нәмәгә иғтибар итәйек: бал етештереүселәрҙең 90 проценты — шәхси умартасылар. Берәмләп эшләгәс, уларҙың баҙарҙа көсө, тотҡан урыны аҙыраҡ. Ә баҙарҙа хаҡты ла, тауарҙы ла күмәртәләп һатып алыусы компаниялар, алыпһатарҙар ҡуя. Шул уҡ ваҡытта улар күпләп ҡабул иткән тауары өсөн умартасыларға бик аҙ түләй.
Шәхси умартасылар, берләшһә, балын туранан-тура һата аласаҡ. Шул уҡ ваҡытта сифат мәсьәләһен дә хәл итәсәктәр. Эш шунда: ҡорт тотоусылар ҡайһы ваҡыт сифатһыҙ дарыуҙар ала һәм уларҙы дөрөҫ файҙаланмай. Һөҙөмтәлә антибиотиктар, ауыр металдар күләме йә артып китә, йә кәмей. Берләшһәләр, был лаборатория контроле үткәреү өсөн дә ҡулай булыр ине.
“Сифат һәм хәүефһеҙлек мәсьәләһен хәл иткәндә Рәсәй сит илдәргә күберәк бал оҙата аласаҡ. Иң мөһиме — балсылар үҙ ихтыяжын ҡәнәғәтләндерер ине”, — ти Бөтөн Рәсәй “Умартасылыҡ” союзы президенты Ольга Чупахина. Ә “Руспродсоюз” аҙыҡ-түлек етештереүселәр һәм тауар тәҡдим итеүселәр ассо­циа­ция­һының идара рәйесе урынбаҫары Дмитрий Леонов әйтеүенсә, бөгөн бал буйынса Рәсәйҙең сифат стандарттары Евро­паныҡынан ҡалыша. Бынан тыш, Рәсәйҙә тауарҙы методик билдәләү юҡ. Шуға ла, бер яҡлап, беҙ үҙ баҙарыбыҙҙы Азия илдәренә асабыҙ, икенсе яҡлап, үҙебеҙ Европаға сыға алмайбыҙ.
Ҡабул ителәсәк яңы закон нигеҙендә барлыҡ проблемаларҙы һөйләп буласаҡ. Тик бал баҙарында алыпһатарҙарҙың, фальсификат етештереүселәрҙең көсө ҙур. Проекттың тағы бер үҙенсәлеге — үҙ умарталығы бул­ма­ған ойошмаларға балды аҙлап һатыуҙы ты­йыу. “Ял көндәрендә йәрминкәгә барһаң, унда тик алыпһатарҙар тора. Быға аптырарға түгел. Фермер үҙенең хужалығын ташлап, ике көнгә ҙур ҡалаға сығып китә алмай. Өҫтәүенә юл сығымдары ла бик күп бит”, — ти эксперттар.
Балдың сифатына килгәндә, бер төрлө генә һығымта яһарға ярамай. Ҙур магазинда һатылған бал йәрмин­кәләгеһенән һис кәм түгел, хатта яҡшыраҡ та булыуы мөмкин, сөнки тауар кәштәгә ҡуйылғансы байтаҡ тикшереү үтә. Етештереүселәргә түбән сифатлыны тәҡдим итеү бер ҙә файҙаға түгел.
Т. МУСИН әҙерләне.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә