Башҡортостанда умартасылыҡты үҫтереү буйынса Закон бар, ул эшләй. Рәсәй кимәлендә иһә “Умартасылыҡ тураһында” федераль закон проекты әҙерләнгән һәм Дәүләт Думаһына тәҡдим ителергә тора. “Российская газета”ла (14 август, 2015 йыл) был йәһәттән Василий Мироновтың күләмле, шул уҡ ваҡытта ҡыҙыҡлы мәҡәләһе баҫылып сыҡты. Шуны файҙаланып, беҙ ҙә ғәмәлгә инәсәк закондың үтәлешен күҙаллап ҡарайыҡ.Закон проектының асылы шунан ғибәрәт: умартасылыҡ өлкәһендә үҙ-үҙен көйләүсе ойошма төҙөү, балдың сығышын белер өсөн умарталыҡтарҙың паспортын булдырыу, үҫемлектәрҙе химикаттар менән эшкәртеүҙе көйләү.
Тағы бер мөһим нәмәгә иғтибар итәйек: бал етештереүселәрҙең 90 проценты — шәхси умартасылар. Берәмләп эшләгәс, уларҙың баҙарҙа көсө, тотҡан урыны аҙыраҡ. Ә баҙарҙа хаҡты ла, тауарҙы ла күмәртәләп һатып алыусы компаниялар, алыпһатарҙар ҡуя. Шул уҡ ваҡытта улар күпләп ҡабул иткән тауары өсөн умартасыларға бик аҙ түләй.
Шәхси умартасылар, берләшһә, балын туранан-тура һата аласаҡ. Шул уҡ ваҡытта сифат мәсьәләһен дә хәл итәсәктәр. Эш шунда: ҡорт тотоусылар ҡайһы ваҡыт сифатһыҙ дарыуҙар ала һәм уларҙы дөрөҫ файҙаланмай. Һөҙөмтәлә антибиотиктар, ауыр металдар күләме йә артып китә, йә кәмей. Берләшһәләр, был лаборатория контроле үткәреү өсөн дә ҡулай булыр ине.
“Сифат һәм хәүефһеҙлек мәсьәләһен хәл иткәндә Рәсәй сит илдәргә күберәк бал оҙата аласаҡ. Иң мөһиме — балсылар үҙ ихтыяжын ҡәнәғәтләндерер ине”, — ти Бөтөн Рәсәй “Умартасылыҡ” союзы президенты Ольга Чупахина. Ә “Руспродсоюз” аҙыҡ-түлек етештереүселәр һәм тауар тәҡдим итеүселәр ассоциацияһының идара рәйесе урынбаҫары Дмитрий Леонов әйтеүенсә, бөгөн бал буйынса Рәсәйҙең сифат стандарттары Европаныҡынан ҡалыша. Бынан тыш, Рәсәйҙә тауарҙы методик билдәләү юҡ. Шуға ла, бер яҡлап, беҙ үҙ баҙарыбыҙҙы Азия илдәренә асабыҙ, икенсе яҡлап, үҙебеҙ Европаға сыға алмайбыҙ.
Ҡабул ителәсәк яңы закон нигеҙендә барлыҡ проблемаларҙы һөйләп буласаҡ. Тик бал баҙарында алыпһатарҙарҙың, фальсификат етештереүселәрҙең көсө ҙур. Проекттың тағы бер үҙенсәлеге — үҙ умарталығы булмаған ойошмаларға балды аҙлап һатыуҙы тыйыу. “Ял көндәрендә йәрминкәгә барһаң, унда тик алыпһатарҙар тора. Быға аптырарға түгел. Фермер үҙенең хужалығын ташлап, ике көнгә ҙур ҡалаға сығып китә алмай. Өҫтәүенә юл сығымдары ла бик күп бит”, — ти эксперттар.
Балдың сифатына килгәндә, бер төрлө генә һығымта яһарға ярамай. Ҙур магазинда һатылған бал йәрминкәләгеһенән һис кәм түгел, хатта яҡшыраҡ та булыуы мөмкин, сөнки тауар кәштәгә ҡуйылғансы байтаҡ тикшереү үтә. Етештереүселәргә түбән сифатлыны тәҡдим итеү бер ҙә файҙаға түгел.
Т. МУСИН әҙерләне.