Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ваҡ-төйәк – шәп табыш
Ваҡ-төйәк –  шәп табыш Инглиз телендәге ике һүҙҙең – “life” (тормош) һәм “hack” (табыш, рецепт) – ҡушылмаһынан барлыҡҡа килгән “лайфхак” төшөнсәһе көнкүрештәге ҡулланыу өсөн уңайлы “уйлап табыуҙар”ҙы аңлата. Ҡәҙимге ваҡ-төйәктән ябай һәм бик ҡулай нәмәләр эшләп була икән. Бөгөнгө тупланмала шундай бер нисә кәңәш тәҡдим итәбеҙ.
Хужабикә ихласлап тәмлекәс әҙерләргә булдымы, рецепттар яҙылған дәфтәренә уңайлы һәм таҙа урын табыу мәсьәләһе алға килеп баҫа. Бының өсөн шкаф тотҡаһына махсус ҡаптырмаһы булған элгес ҡуйып, ярҙамсы-дәфтәрҙе шунда ҡыҫтырып ҡарағыҙ.


Баланы фотоға төшөргәндә, уны фотоаппаратҡа тура ҡаратыу өсөн, ғәҙәттә, байтаҡ көс һәм ваҡыт талап ителә. Әгәр объективты сағыу уйынсыҡ йә “тәтәй” менән биҙәһәгеҙ, бәләкәй балалар фотоға тура һәм асыҡ ҡараш менән төшөр.

Хәҙер техниканың ниндәйе генә юҡ: төймәлеһе лә, төймәһеҙе лә, тотҡалыһы ла, тотҡаһыҙы ла тигәндәй. Һәр хәлдә, байтаҡ аҡса түгеп алынған заман ҡорамалының тиҙ генә ҡыйралыуы шатлыҡлы түгел. Шуның өсөн дә телефонға машинаныҡы кеүек, әммә резина беләҙектән “бампер” кейҙерәләр. Яңылыш иҙәнгә төшөп китһә йә берәй ергә бәрелһә лә, телефон әллә ни зарар күрмәҫ.


Кескәйҙәрҙең күбеһе аяҡ ке­йеменең уңын-һулын айырырға бик оҙаҡ өйрәнә. Был хәлде еңеләйтер өсөн туфли, кроссовки йә башҡа аяҡ кейеме эсенә икегә бүленгән һүрәттең өлөштәрен йәбештерегеҙ. Бала тәүҙә уны дөрөҫ итеп йыйһын, һуңынан инде уң яғын да, һулаҡайын да яңылышмай кейеп китер.

Көнитмештә полиэтилен тоҡтан да популяр һәм кәрәкле әйбер юҡтыр кеүек. Ҡайҙа нимә һалып юлланһаҡ та, яҡын­дарыбыҙға күстәнәс оҙатһаҡ та, кейем төрһәк тә әлеге лә баяғы “кулек”ка мөрәжәғәт итә­беҙ. Ә инде уға пластик шешәнең бормаһын, ҡапҡасын ҡырҡып алып ҡуйһаҡ, төрлө еҫле йә түгелерҙәй нәмәләрҙе, аҙыҡ-түлекте бынамын итеп һаҡлай алабыҙ, ҡырға ашамлыҡ тотоп сыҡҡанда ла һауыт-һаба мәшәҡәте менән баш ватмайбыҙ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә