Инглиз телендәге ике һүҙҙең – “life” (тормош) һәм “hack” (табыш, рецепт) – ҡушылмаһынан барлыҡҡа килгән “лайфхак” төшөнсәһе көнкүрештәге ҡулланыу өсөн уңайлы “уйлап табыуҙар”ҙы аңлата. Ҡәҙимге ваҡ-төйәктән ябай һәм бик ҡулай нәмәләр эшләп була икән. Бөгөнгө тупланмала шундай бер нисә кәңәш тәҡдим итәбеҙ.
Хужабикә ихласлап тәмлекәс әҙерләргә булдымы, рецепттар яҙылған дәфтәренә уңайлы һәм таҙа урын табыу мәсьәләһе алға килеп баҫа. Бының өсөн шкаф тотҡаһына махсус ҡаптырмаһы булған элгес ҡуйып, ярҙамсы-дәфтәрҙе шунда ҡыҫтырып ҡарағыҙ.Баланы фотоға төшөргәндә, уны фотоаппаратҡа тура ҡаратыу өсөн, ғәҙәттә, байтаҡ көс һәм ваҡыт талап ителә. Әгәр объективты сағыу уйынсыҡ йә “тәтәй” менән биҙәһәгеҙ, бәләкәй балалар фотоға тура һәм асыҡ ҡараш менән төшөр.
Хәҙер техниканың ниндәйе генә юҡ: төймәлеһе лә, төймәһеҙе лә, тотҡалыһы ла, тотҡаһыҙы ла тигәндәй. Һәр хәлдә, байтаҡ аҡса түгеп алынған заман ҡорамалының тиҙ генә ҡыйралыуы шатлыҡлы түгел. Шуның өсөн дә телефонға машинаныҡы кеүек, әммә резина беләҙектән “бампер” кейҙерәләр. Яңылыш иҙәнгә төшөп китһә йә берәй ергә бәрелһә лә, телефон әллә ни зарар күрмәҫ.
Кескәйҙәрҙең күбеһе аяҡ кейеменең уңын-һулын айырырға бик оҙаҡ өйрәнә. Был хәлде еңеләйтер өсөн туфли, кроссовки йә башҡа аяҡ кейеме эсенә икегә бүленгән һүрәттең өлөштәрен йәбештерегеҙ. Бала тәүҙә уны дөрөҫ итеп йыйһын, һуңынан инде уң яғын да, һулаҡайын да яңылышмай кейеп китер.
Көнитмештә полиэтилен тоҡтан да популяр һәм кәрәкле әйбер юҡтыр кеүек. Ҡайҙа нимә һалып юлланһаҡ та, яҡындарыбыҙға күстәнәс оҙатһаҡ та, кейем төрһәк тә әлеге лә баяғы “кулек”ка мөрәжәғәт итәбеҙ. Ә инде уға пластик шешәнең бормаһын, ҡапҡасын ҡырҡып алып ҡуйһаҡ, төрлө еҫле йә түгелерҙәй нәмәләрҙе, аҙыҡ-түлекте бынамын итеп һаҡлай алабыҙ, ҡырға ашамлыҡ тотоп сыҡҡанда ла һауыт-һаба мәшәҡәте менән баш ватмайбыҙ.