Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Хаталар өҫтөндә эш
Билдәле булыуынса, 2011 йылда республиканың көньяҡ-көнсығыш төбәген иҡтисади йәһәттән үҫтереү буйынса ҡыҫҡа сроклы комплекслы программа ҡабул ителгәйне. Уға ярашлы Сибайҙа ике тапҡыр төбәк-ара инвестиция форумы үтте, байтаҡ яңы проектҡа башланғыс һалынды, һөҙөмтәлә эш урындары, инвестиция күләме артты. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, “Көньяҡ Урал райондары” программаһы ҡабул ителеүенә дүрт йылдан ашыу ваҡыт үтһә лә, ул йылдам үтәлеше менән ҡыуандырмай. Сәбәбе нимәлә һуң?

Үткән ял көндәрендә төбәк етәксеһе Рөс­тәм Хәмитов эш сәфәре менән Сибай ҡала­һында булды һәм, форсаттан файҙаланып, әле­ге программаның үтәлеше буйынса кә­ңәш­мә үткәрҙе. Уның эшендә республика Хө­кү­мәте Премьер-министры урынбаҫары, Хөкүмәт Аппараты етәксеһе, әлеге дәүләт про­граммаһының координация советы рә­йесе Илшат Тажетдинов, төрлө тармаҡ ми­нист­рҙары һәм көньяҡ-көнсығыштағы ра­­йондар­ҙың хакимиәт башлыҡтары ҡатнашты.
— Бынан дүрт йыл элек ҡабул ителгән программа, һис шикһеҙ, кәрәкле, һәм ул бик ваҡытлы эшләй башланы. Һөҙөмтәләр ҙә юҡ түгел: төбәккә 50 миллиард һумдан ашыу инвестиция һалынды, 8 меңдән ашыу яңы эш урыны барлыҡҡа килде. Көньяҡ-көнсығыш аграрийҙарына ғына 2 миллиард һумдан ашыу ярҙам күрһәтелде. Әммә өмөттәр тулы­һынса аҡланманы: иген, һөт, ит етештереү кү­лә­ме артманы, ҡеүәтле етештереү пред­приятиеһы төҙөлмәне, төбәккә урындағы инвесторҙарҙы йәлеп итә алманыҡ. Халыҡ һаман эш эҙләп ситкә ағыла. Тыуған ер улар­ҙы тартмай икән, тимәк, бында уйланырға урын бар! Ғәҙәттә, район әһәмиәтендәге объект­тарҙың барыһы ла республика йәки ил ҡаҙнаһы иҫәбенә төҙөлә. Бөгөн бюджет аҡ­саһын бүлеүҙе туҡтатһаҡ, быларҙың береһе лә булмаясағы көн кеүек асыҡ. Ниңә үҙегеҙ инвесторҙар йәлеп итеү буйынса эш алып бармайһығыҙ? — тигән ҡырҡыу һорау бирҙе Рөстәм Зәки улы урындағы муниципалитет башлыҡтарына.
Кәңәшмә һүҙҙән эшкә күсергә кәрәклеген аныҡ күрһәтте. Ҡайһы бер докладтар ҡаты тәнҡитләнде.
— Ҡасан ҡоро отчет биреүҙән, һандар менән мауығыуҙан туҡтайһығыҙ? Аныҡ ҡа­рар­ҙар, эшлекле тәҡдимдәр ҡабул итергә ваҡыт. Ни өсөн программа беҙ өмөт иткән һө­ҙөм­тәләргә өлгәшә алмай? Сәбәбен асыҡларға кәрәк, белмәйһегеҙ икән, бер-берегеҙҙән өйрә­нергә, кәңәш алырға мөмкин. Йыл һайын ҡоролоҡҡа һылтанып, “бахырланып” киттек. Әлбиттә, ошоғаса башҡарылған эштәрҙең ыңғай яҡтары ла юҡ түгел. Дүрт йыл эсендә генә иҡтисади яҡтан артта ҡалған төбәкте алға сығарыу мөмкин түгелдер, әммә алға ынтылыш, теләк булыуы мөһим, — тине республика Башлығы.
Рөстәм Зәки улы шулай уҡ һигеҙ муниципалитеттың рейтингын төҙөргә ҡушты. Булған мөмкинлектәрҙе кемдең нисек файҙаланыуын һәм нисек эшләүен күрергә теләй ул. Киләсәктә хакимиәт башлыҡтары менән шәхсән һөйләшеүҙәр буласаҡ.
— Программаны тағы ла 2020 йылға тиклем оҙайтасаҡбыҙ, әммә был юлы һәр ра­йондың аныҡ планы булыуы шарт, — тине Рөстәм Хәмитов үҙ сығышында. — Төп маҡ­сат — урындағы инвесторҙарҙы әүҙем­ләштереү, төбәктәге булдыҡлы кешеләрҙе эҙләп табып, уларҙың фекеренә ҡолаҡ һа­лыу. Ситтән килгән инвестор бер ваҡытта ла төбәктең, халыҡтың йәшәйешен яҡшы белгән урындағылар кеүек ябай кеше мәнфәғәтен күҙаллап эшләмәйәсәк. Барығыҙҙы ла хаталарығыҙ өҫтөндә эшләргә саҡырам: 2020 йылға тиклем Көньяҡ Урал республикала иҡтисади-социаль яҡтан иң алға киткән төбәк булырға тейеш. Бының өсөн ҡеүәт етерлек.
Төбәк Башлығы шулай уҡ Сибайҙың юбилей сараларында ҡатнашты, ҡалалағы хеҙ­мәт алдынғыларының бер төркөмөнә юғары наградалар тапшырҙы, халыҡ менән осрашты.








Автор: Кәримә УСМАНОВА. Район: Сибай ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





11 июндә республикала ҡыҫҡа эш көнө көтөлә
Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла

Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла 10.06.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы Өфөнән Истанбулға осош программаһы асылыуы хаҡында иғлан итте....

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы һәр яҡлап ярҙам күрһәткәндәре өсөн ирекмәндәргә рәхмәт белдерҙе....

Тотош уҡырға 2

Эливия, Рэм һәм Эрлан: Башҡортостанда үҙенсәлекле исемдәр рейтингы
Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй

Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 12 июндән 14-нә тиклем медицина учреждениеларының эш ......

Тотош уҡырға 3

Синоптиктар республикала һауа торошоноң боҙолоуы хаҡында иҫкәртте
Башҡортостанда «Ракета хәүефе» режимы ғәмәлдән сығарылды
Башҡортостан Башлығы төҙөкләндереү объекттары өсөн тауыш бирергә саҡырҙы
Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе 09.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе...

Тотош уҡырға 3

Өфө – Ырымбур трассаһында Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙең яртыһы бер айға ябыла

Өфө – Ырымбур трассаһында Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙең яртыһы бер айға ябыла 09.06.2026 // Йәмғиәт

Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙә трафик тәүлегенә 105 меңдән ашыу автомобиль тәшкил итә....

Тотош уҡырға 4

«Шулай шул»: башҡорт ҡыҙы менән ҡытай егетенең ғаилә ҡороу тарихы

«Шулай шул»: башҡорт ҡыҙы менән ҡытай егетенең ғаилә ҡороу тарихы 08.06.2026 // Йәмғиәт

Ҡайҙалыр Мәскәүҙә, машинала башҡортса йыр яңғырай. Рулдә ҡытай егете ултыра һәм үҙ алдына ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда көслө ямғыр һәм боҙ-борсаҡ яуыуы фаразлана

Башҡортостанда көслө ямғыр һәм боҙ-борсаҡ яуыуы фаразлана 08.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан ҡотҡарыусылары, Башгидромет мәғлүмәттәренә һылтанып, 9 июндә ямғырлы һауа торошо ......

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә