Хаталар өҫтөндә эш25.08.2015
Билдәле булыуынса, 2011 йылда республиканың көньяҡ-көнсығыш төбәген иҡтисади йәһәттән үҫтереү буйынса ҡыҫҡа сроклы комплекслы программа ҡабул ителгәйне. Уға ярашлы Сибайҙа ике тапҡыр төбәк-ара инвестиция форумы үтте, байтаҡ яңы проектҡа башланғыс һалынды, һөҙөмтәлә эш урындары, инвестиция күләме артты. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, “Көньяҡ Урал райондары” программаһы ҡабул ителеүенә дүрт йылдан ашыу ваҡыт үтһә лә, ул йылдам үтәлеше менән ҡыуандырмай. Сәбәбе нимәлә һуң?
Үткән ял көндәрендә төбәк етәксеһе Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Сибай ҡалаһында булды һәм, форсаттан файҙаланып, әлеге программаның үтәлеше буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Уның эшендә республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, Хөкүмәт Аппараты етәксеһе, әлеге дәүләт программаһының координация советы рәйесе Илшат Тажетдинов, төрлө тармаҡ министрҙары һәм көньяҡ-көнсығыштағы райондарҙың хакимиәт башлыҡтары ҡатнашты.
— Бынан дүрт йыл элек ҡабул ителгән программа, һис шикһеҙ, кәрәкле, һәм ул бик ваҡытлы эшләй башланы. Һөҙөмтәләр ҙә юҡ түгел: төбәккә 50 миллиард һумдан ашыу инвестиция һалынды, 8 меңдән ашыу яңы эш урыны барлыҡҡа килде. Көньяҡ-көнсығыш аграрийҙарына ғына 2 миллиард һумдан ашыу ярҙам күрһәтелде. Әммә өмөттәр тулыһынса аҡланманы: иген, һөт, ит етештереү күләме артманы, ҡеүәтле етештереү предприятиеһы төҙөлмәне, төбәккә урындағы инвесторҙарҙы йәлеп итә алманыҡ. Халыҡ һаман эш эҙләп ситкә ағыла. Тыуған ер уларҙы тартмай икән, тимәк, бында уйланырға урын бар! Ғәҙәттә, район әһәмиәтендәге объекттарҙың барыһы ла республика йәки ил ҡаҙнаһы иҫәбенә төҙөлә. Бөгөн бюджет аҡсаһын бүлеүҙе туҡтатһаҡ, быларҙың береһе лә булмаясағы көн кеүек асыҡ. Ниңә үҙегеҙ инвесторҙар йәлеп итеү буйынса эш алып бармайһығыҙ? — тигән ҡырҡыу һорау бирҙе Рөстәм Зәки улы урындағы муниципалитет башлыҡтарына.
Кәңәшмә һүҙҙән эшкә күсергә кәрәклеген аныҡ күрһәтте. Ҡайһы бер докладтар ҡаты тәнҡитләнде.
— Ҡасан ҡоро отчет биреүҙән, һандар менән мауығыуҙан туҡтайһығыҙ? Аныҡ ҡарарҙар, эшлекле тәҡдимдәр ҡабул итергә ваҡыт. Ни өсөн программа беҙ өмөт иткән һөҙөмтәләргә өлгәшә алмай? Сәбәбен асыҡларға кәрәк, белмәйһегеҙ икән, бер-берегеҙҙән өйрәнергә, кәңәш алырға мөмкин. Йыл һайын ҡоролоҡҡа һылтанып, “бахырланып” киттек. Әлбиттә, ошоғаса башҡарылған эштәрҙең ыңғай яҡтары ла юҡ түгел. Дүрт йыл эсендә генә иҡтисади яҡтан артта ҡалған төбәкте алға сығарыу мөмкин түгелдер, әммә алға ынтылыш, теләк булыуы мөһим, — тине республика Башлығы.
Рөстәм Зәки улы шулай уҡ һигеҙ муниципалитеттың рейтингын төҙөргә ҡушты. Булған мөмкинлектәрҙе кемдең нисек файҙаланыуын һәм нисек эшләүен күрергә теләй ул. Киләсәктә хакимиәт башлыҡтары менән шәхсән һөйләшеүҙәр буласаҡ.
— Программаны тағы ла 2020 йылға тиклем оҙайтасаҡбыҙ, әммә был юлы һәр райондың аныҡ планы булыуы шарт, — тине Рөстәм Хәмитов үҙ сығышында. — Төп маҡсат — урындағы инвесторҙарҙы әүҙемләштереү, төбәктәге булдыҡлы кешеләрҙе эҙләп табып, уларҙың фекеренә ҡолаҡ һалыу. Ситтән килгән инвестор бер ваҡытта ла төбәктең, халыҡтың йәшәйешен яҡшы белгән урындағылар кеүек ябай кеше мәнфәғәтен күҙаллап эшләмәйәсәк. Барығыҙҙы ла хаталарығыҙ өҫтөндә эшләргә саҡырам: 2020 йылға тиклем Көньяҡ Урал республикала иҡтисади-социаль яҡтан иң алға киткән төбәк булырға тейеш. Бының өсөн ҡеүәт етерлек.
Төбәк Башлығы шулай уҡ Сибайҙың юбилей сараларында ҡатнашты, ҡалалағы хеҙмәт алдынғыларының бер төркөмөнә юғары наградалар тапшырҙы, халыҡ менән осрашты.