Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Халҡын ҙурлай ул һәм ҡыҙҙары
Халҡын ҙурлай ул һәм ҡыҙҙары Эшҡыуар Хәйҙәр Ғайсин, тыуған ауылын тергеҙеп, яҡташтарының оло ихтирамын яуланы. Үҫәргәндәр уҙаманға сикһеҙ рәхмәтле. Хәйҙәр Миңшәриф улы Ҡарабәрҙелә беренсе булып бынамын тигән йорт һалдырҙы, үҙенең өлгөһөнә эйәреүсе йәштәрҙе ярҙамынан өҙмәй. Төп маҡсаты – йәшәү шарттарын яҡшыртыу. Бының өсөн ауылға газ индереү эштәрен башҡарҙы, электр сымдары һуҙҙы, юл төҙөттө. Хәйер, Ҡарабәрҙе халҡы ата-бабаларының тарихына, үткәненә битараф түгел. Сығышы менән ошо ауылдан булған шәхес, район башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Рәшит Иҙрисов менән һәүәҫкәр шағир Шаһивилдан Иҙрисов тарихты ентекләп өйрәнеп, унда йәшәгән ырыу-араларҙың шәжәрәһен төҙөгән, “Тамырҙарым һиндә, Ҡарабәрҙем” тигән китап баҫтырып сығарып, ата-бабаларының хеҙмәт данын, героик үткәнен мәңгеләштергән. Билдәле сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһы гимны авторы Фәрит Иҙрисов та – ошо төбәктән.
Уҙған быуаттың 70-се йылдарында “перспективаһыҙ ауыл” мөһөрө тағылып юҡҡа сыҡҡан Ҡарабәрҙелә быйыл тыл хеҙмәтсәндәренә һәм һуғыш балаларына арнап мемориаль таҡтаташ асылды.

Тантаналы сара Назар (халыҡ телендә – Вәлишә) ауылы муллаһы Венер Ғайсиндың ошондағы зыяратта ерләнгән ҡан-бабаларының рухына аят уҡыуынан башланды. Унан һуң тыуған төйәктәренә ҡайтҡан ҡунаҡтар уба башында Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәре иҫтәлегенә ҡуйылған обелиск янына йыйылды. Яңы Себенле ауыл биләмәһе башлығы Шамил Хәсәнов билдәләүенсә, йыйындың әһәмиәте бигерәк тә йәш быуын өсөн баһалап бөткөһөҙ ҙур. Йорт-ерең ниндәй, көсөң дә шундай, тине ул.
– Был таҡтаташҡа 101 тыл хеҙмәт­сәненең һәм һуғыш балаларының исем-шәрифе индерелгән, – тине район башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Рәшит Иҙрисов. – Әле мәғлүмәттәр туплауҙы дауам итәм, шуға ла кемдәрҙеңдер яҡын туғанының исеме был таҡтаташта юҡ икән, борсолмағыҙ. Киләһе йыл Еңеү көнөнә уларҙың да исеме индереләсәк, тип һеҙгә вәғәҙә бирәм.
Таҡтаташты Иҫәнғол оҫтаһы Вәли Мырҙашев эшләгән һәм уны обелисктың тәғәйен урынына үҙе үк килтереп ҡуйған. Иҫәнғол ауыл Советының ветерандар ойошмаһын оҙаҡ йылдар уңышлы етәкләгән аҡһаҡал Рафиҡ Мөхәмәтов һәм ҡунаҡтар яугирҙәргә, тыл хеҙ­мәтсәндәренә, һуғыш балаларына оло хөрмәт йөҙөнән обелискка сәскәләр һалды. Ҡарабәрҙе ауылының оло быуын кешеләре таҡтаташтан яҡын туған­дарының исем-шәрифен уҡып, хәти­рәләргә бирелде.
– Ошо ауылда тыуып үҫтем, колхозда һауынсы булып эшләнем, – тип иҫтәлектәре менән уртаҡлашты фронтовик ҡыҙы Миңниса Хәсәнова-Мәм­бәтшина. – Атайым Хәйбулла пехотала хеҙмәт иткән, Польшаға тиклем яу юлын үткән. Немецтарҙа әсирлектә булған, уларҙы союздаштар армияһы ҡотҡарған. Ҡайтҡас, колхозда бухгалтер булып эшләне. Буш ваҡыттарында ауыл халҡына быйма төпләне, итек йүнәтте. Ул был кәсепкә тотҡонда булған саҡта өйрәнгән. Аяҡ кейемен йүнәттерергә уға яҡын-тирә ауылдарҙан да килгәндәре иҫемдә. Атайым математик иҫәпләүҙәргә ифрат шәп ине. Шул һәләте ейәненә лә күскән. Улым быйыл БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалындағы физика-математика факультетын уңышлы тамамланы.
Сулпан Иҙрисов белдереүенсә, уның атаһы Солтан колхозлашыу осоронда милицияла, унан һуң янғын һүндереүсе булып эшләгән. Сәсеү мәлендә еңел арбаһына пар аттар егеп, колхоз техникаһына Һарыҡташтан, Таҙларҙан яғыулыҡ-майлау материалдары ташы­ған. Һуғышҡа 1942 йылдың баштарында алынып, күп тә үтмәҫтән Калининград өлкәһенең Горбово ауылы өсөн барған аяуһыҙ алышта һәләк булған. Әйткәндәй, нәҡ уларҙың ғаиләһе 1995 йылда Ҡарабәрҙене иң һуңғыларҙан ҡалдырып, Яңы Николаевка (Һарыбай) ауылына күсенгән.
Район хакимиәте башлығының кадрҙар һәм социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Рауил Ҡунаҡбаев та, яҡташтарын тәбрикләп, уларҙың тыуған еренә булған һөйөүен башҡа ауылдарға үрнәк итеп ҡуйҙы.
– Ысынлап та, Ҡарабәрҙе халҡы берҙәм, ойошҡан булыуы менән һоҡ­ланыу уята, – тине Рауил Ғибәт улы. – Нигеҙебеҙ ҡороно, тип ситтә ҡайғырып ятмайһығыҙ. Ауыл зыяратын һәр саҡ тәрбиәләп тотаһығыҙ. Ата-бабағыҙ төйәк иткән ерҙә осрашыуҙар үткәрәһегеҙ. Был тәңгәлдә яҡташтарығыҙ әүҙемлек күрһәтә. Мәҫәлән, Хәйҙәр Миңшәриф улы иң беренселәрҙән атай йорто нигеҙендә зауыҡ менән биҙәлгән заманса өй һалды. Районыбыҙҙа туризмды үҫтереүгә башланғыс бирҙе. Ауылға газ үткәргән, электр линияһын һуҙҙырған, быйыл юлды йүнәттергән. Быуала балыҡ үрсетә, умарталығын киңәйткән.
– Бында кешегә төйәкләнеү өсөн бар шарттар ҙа булдырылған, – тип йәштәргә мөрәжәғәт итте “Инәк” совхозында 30 йыл агроном булып эшләгән Айҙар Ҡотлобаев. – Йорт төҙө лә йәшә лә кит. Ауылдың тәбиғәте иҫ китмәле матур, һауаһы саф, ере уңдырышлы. Дөрөҫ әйтә ауылдың аҡһаҡалдары: яңы технологияларҙы ҡулланмай тороп та бында бойҙайҙың гектарынан 15 – 18 центнер уңыш алырға мөмкин. Ә инде минераль ашламалар индереп, яңыса ер эшкәртеү ысулдарын файҙаланғанда, Ҡарабәрҙе баҫыуҙары уңышты 2-3 тапҡырға күберәк бирәсәк.
Һуғыш йылдарында, Ҡарабәрҙе ауылында “бөтәһе лә фронт өсөн, барыһы ла Еңеү өсөн” тип тир түккән тыл ветерандары ла һанаулы ҡалған бөгөн. Уларҙың исеменән Фәтих ағай Мусин телмәр тотто. Уның сығышында колхозында йәне-тәнен аямай эшләгән ауылдаштарының исем-шәрифе яңғыраны.
– Тыныс тормоштоң ҡәҙерен белегеҙ, заманға яраҡлашып, файҙалы эштәр менән шөғөлләнегеҙ, – тине ул, йәштәргә мөрәжәғәт итеп.
50 йыл бергә ғүмер кисергән биш ғаиләгә иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Аҙаҡтан тыуған яҡтарын, туғандарын һағынып ҡайтҡан ҡунаҡтар ХХ быуаттың 50-се йылдарында звено етәксеһе Разия апай хәстәрлегендә ултыртылған саған, ҡайын ағастары һалҡынындағы бер матур аҡланда усаҡ яғып, самауыр ҡуйып, табын ҡорҙо. Йырлап-бейеп, йәшлек хәтирәләренә бирелде, иҫтәлеккә фотоға төштө улар.
Эйе, йәшлек йылдарын, ғәзиз төйәген кемдәр генә һағынмай?! Һандуғастар ҙа бит, яҙҙар еткәс, тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтып, уның гүзәл тәбиғәтендә һайрашып туя алмай...





Ил тойғоһо

Рәми ҒАРИПОВ

Ил тойғоһо иргә миҙал түгел,
Муйынына тағып йөрөргә.
Ил тойғоһо ирҙең намыҫында,
Йөрәгендә йөрөй гел бергә.

Тәнемдәге һәр бер күҙәнәгем
Ил тойғоһо менән тулғанда,
Тамаҡ ярып ниңә ҡысҡырырға,
Ниңә миңә миҙал, туғандар?

Ил тойғоһо – бар тормошом минең,
Тын алышым, йөрәк тибешем,
Ул – ғазабым, ул – хазинам минең...
Һәм иҫбатлар уны тик эшем.



Тарихи белешмә

Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, 38 йортло Ҡарабәрҙе ауылының 41 ир-уҙаманы ҡулына ҡорал алып, иленең азатлығын һаҡлаусылар сафына баҫҡан. Шуларҙың 27-һе яу яланында башын һалған. 112-се башҡорт кавалерия дивизияһында Мәһәҙи Иҙрисов, Йәнғәле Кәримов, Харис Бикмөхәмәтов, Ниғмәтулла Мусин, Ғазали Искәнйәров хеҙмәт иткән. Әйләнеп ҡайтмаған яугирҙәрҙең ҡатындары Маһикамал Ғайсина, Гөлсирә Кәримова, Фәхирә Мусина, Миңлеямал Хәсәнова, Хәлиҙә Түлбаева йыл әйләнәһенә колхоздың иң яуаплы, ауыр бурыстарын үтәүгә йәлеп ителгән. 10 – 12 йәшлек балалар ҙа колхоз эшенән ҡалмаған. Ҡарабәрҙе ауылынан иң һуңғы ғаилә 1995 йылда күсенеп киткән.
Октябрь революцияһына тиклемге осорҙа был ерҙәргә хәҙерге Ырымбур өлкәһе биләмәһендә йәшәгән сауҙагәр, эре ер биләүсе Базанов хужа булған. Ауыл байы Янбай Йосопов 20-гә яҡын баш һыйыр, башҡа төрлө күп мал тотҡан. Ул Ырымбур баҙарында аҡ май һатып кәсеп иткән, ә Базанов күпләп көнбағыш үҫтергән.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 698

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 772

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 827

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 873