Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Милли көрәш донъя кимәленә сығырмы?
Милли көрәш донъя кимәленә сығырмы? Тәүәккәллек – йөрәк ҡомары, аҡылдан да ҡай саҡ юғары, тиҙәр. Был һүҙҙәр бигерәк тә спортты үҙ итеүселәргә ҡағыла. Йыраҡ йөрөйһө түгел, милли көрәште генә алайыҡ. Рингка сығып, дәғүәсең менән яғалашыу өсөн уға ҡарағанда йөрәклерәк булырға тейешһең бит. “Башҡортостандың көрәш һәм билбаулы көрәш буйынса спорт федерацияһы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе, республикабыҙҙың атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре, күп тапҡыр төбәктең абсолют чемпионы булған, Рәсәйҙең спорт мастеры исемен алған майҙан батыры, Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Вәкил ИЛЬЯСОВ менән әңгәмәлә ошо юҫыҡта һүҙ барҙы.
– Көрәш йылдан-йыл киңерәк танылыу яулай. Ә ниңә уны Олимпия уйындары программаһына индермәйҙәр икән?
– Ысынлап та, милли көрәш йылдан-йыл үҫешә бара тип әйтергә тулы нигеҙ бар. Мәҫәлән, 2013 йылда Ҡазанда үткән Универсиадала уның ярыштар исемлегенә индерелеүе программаны ифрат байытып ебәрҙе, төрләндерҙе. Маҡтаныу түгел, әле­­ге сарала баш судьяның беренсе урынбаҫары вазифаһын башҡарҙым. Эйе, элек көрәшкә иғтибар артыуы тураһында хыяллана ғына инек – бына, тормошҡа ашты бит.
Универсиаданы тиккә генә “кесе Олимпиада” тимәйҙәр. Киләсәктә Олимпия уйындарында ла күрербеҙ әле көрәште. Ике йыл элек уның Рәсәйҙә спорт төрҙәре реестрына индерелеүен ғорурланып ҡабул иттек. Былтыр иһә Башҡортостанда спорттың был төрөн уҡыусылар спартакиадаһына индерҙеләр. Быларҙың барыһы ла беҙгә мәртәбәле ярыштар ойоштороу өсөн ҙур мөмкинлектәр асты. Тимәк, малайҙарға урам буйлап “эт һуғарып” йөрөүҙән арынып, сәләмәт тормош рәүешенә күсеү өсөн сәбәп күберәк хәҙер. Үҙегеҙ ҙә шаһит: ҡайһы һабантуй көрәшһеҙ үтһен, ти. Әлбиттә, халыҡ был ярышты һәр саҡ көтөп ала, дәртләнеп ҡатнаша, ҡыҙыҡһынып ҡарай.
Шул иғтибарға лайыҡ: һәр халыҡтың үҙенә генә хас көрәше бар, улар бер-береһенә әҙме-күпме оҡшаған да хатта. Билбау көрәше буйынса донъя чемпионатын үткәреүгә өлгәштек. Яҡташ­тарыбыҙ һынатманы – Мәләүездән Альберт Рәхмәтуллин, Ҡыйғынан Артур Зөлҡәрнәев еңеү яуланы, Саҡмағоштан Рөстәм Исламов та шулай уҡ һынатманы. Маҡ­сатыбыҙ аныҡ – көрәште донъя кимәленә сығарыу.
– Көрәш һеҙҙең өсөн нимә: йәшәү мәғәнәһеме, һөнәрме, әллә мауығыу ғынамы?
– Илдар, ундай һорауҙы бер һинән генә ишетмәйем, үҙебеҙҙә лә, сит тараф­тарҙа ла уратып та, туранан-тура ла төп­сөнәләр. Ирмен тигән кеше нисек тә ғаи­ләһен ҡарарға ынтыла, аҡса табыу юлдарын эҙләй. Хәйер, мин заманында Баш­ҡортостан ауыл хужалығы институтының (әле – Башҡортостан дәүләт аграр университеты) иҡтисад һәм ауыл хужалығы идараһы факультетын тамамлағайным, ҡайҙан булһа ла икенсе эш табырға мөмкин инде.
Ауырғазы районының Төрөмбәт ауылынанмын. Беҙҙекеләргә шапырыныу, танауҙы юғарыға сөйөү шикелле ғәҙәт бөтөнләй ят. Мәктәптә уҡығанда уҡ күңелемдә көрәшкә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уянғайны. Физкультура уҡытыусыһы Вәкил Ғилметдинов менән хәрби әҙерлек буйынса етәксебеҙ Әхмәт Заһитов ағайҙарға сикһеҙ рәхмәтлемен – улар мине көрәш тигән серле лә, сәмле лә донъяға етәкләп тигәндәй алып инде. Барыһы ла шунан башланды. Ә инде армиянан һуң был шөғөлгә ныҡлап тотондом. Көрәш, спорттың күпселек төрҙәре кеүек үк, кешелә ныҡлыҡ, ихтыяр көсө тәрбиәләй.
– Вәкил Искәндәр улы, беренсе тап­ҡыр келәмгә сыҡҡанығыҙҙы хәтер­ләйһегеҙҙер?
– 1981 йылда булды был хәл. Талбазы ауылында ойошторолған район һабан­ту­йына етди әҙерләнеп килгәйнем. Ни тиһәң дә, армия бутҡаһын мул ашаған егет булараҡ, үҙемде ышаныслы тотам, көс-ғәйрәт ташып тора. Шулай ҙа дәғүәселәр мыҡты күренә, ағайҙар минән тәжри­бә­лерәк, таһыллыраҡ, һис тә бил бир­мәҫтәр, тим. Ҡайһылайтып еңергә? Әммә сират етеп, майҙанға сыҡҡас, оҙаҡ уйлап тороп буламы ни – үҙемдә оло ғәйрәт тойоп, тура килгәндәрҙең барыһын да бер-бер артлы ырғытып бөттөм. Ҡайһы бе­рәүҙәренең ҡолап ятҡаны һаман да күҙ алдымда. Шунда беренсе тапҡыр тәкә алдым.
Элек йомшаҡ булһын өсөн ерҙе ҡаҙып, шунда нимәлер түшәй инек, хәҙер генә ул уңайлы келәмдәр бар һәр урында.
– Ә йәмғеһе нисә тәкә алғанығыҙҙы һанаманығыҙмы?
– Уларын нисек иҫәпләп бөтәһең инде? Бер йәйҙә генә 21 һарыҡ алып, рекорд ҡуйҙым! Айғыр бүләк иттеләр ҡасандыр, Туймазы районында абсолют чемпион булғанда, ул саҡта дефицит һаналған ҙур туңдырғыс биргәйнеләр. 2005 йылда Салауат районында уҙған Салауат Юлаев көндәрендә лә абсолют чемпион титулын яҡланым.
– Көрәш гел генә райондарҙа уҙа. Ә ни өсөн миллиондан ашыу халҡы булған Өфөлә түгел?
– Йыл да Ҡырмыҫҡалы районында генерал Миңлеғәле Шайморатов призына көрәш турниры үтә, Тәтешлелә билбау көрәше буйынса Рәсәй чемпионаты уҙҙы, шишмәләр иһә уны ауыл уйындары программаһына индерҙе, Илештә ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев иҫтәлегенә көрәш ойошторолдо. Хакимиәт башлыҡтары Фәнзил Сыңғыҙов, Рушан Гәрәев, Флүр Ураҙмәтов, Илдар Мостафин менән аңлашып эш итәбеҙ. Баш ҡалала былай ҙа спорт саралары йыш булып тора, ауыл кешеһе көрәш ҡарау өсөн генә ҡалаға юлланмаҫ бит. Әгәр ҙә ярыштар район үҙәктәрендә үтһә, халыҡ барыбер килеп ҡарарға ваҡыт таба.
– Вәкил Ильясов призына 2004 йыл­да үткәрелгән көрәш буйынса асыҡ республика турнирын да өҫ­тәйек.
– Эйе, тыуған яғымда – Ауырғазы райо­нында – булды ул бәйге.
– Көрәшкә өйрәтәләрме, әллә уға һәләт кешегә тыумыштан биреләме?
– “Шыуышыусылар осорға өйрәнә алмай”, – тип ҡабатларға ярата бер дуҫым. Мин уның фекерен тулыһынса хуплайым. Ысынлап та, нәҫелдән биреләлер ул, милли мөхиттә ҡайнап йәшәгәндә ҡанға һеңәлер.
– Көҙгә “Башҡортостан” гәзитенең күсмә кубогына һәм приздарына милли көрәш буйынса III Асыҡ республика бәйгеһе үткәреләсәк. Белеүемсә, уны ойоштороуҙа һеҙ ҙә үҙ өлө­шөгөҙҙө индерәһегеҙ...
– Элек “Совет Башҡортостаны” гәзите призына ойошторолған ярыштарҙан да ситтә ҡалманым. 1981 йылдағыһы хәтергә уйылған – 24 йәштә инем, 1-се урынды биргәйнеләр. “Башҡортостан” гәзите редакцияһы был йоланы тергеҙеп, һуңғы йылдарҙа республика кимәлендә бер нисә чемпионат ойошторҙо. Быйыл да уны уҙғарыуҙа ихлас ҡатнашырға иҫәп тотабыҙ.
– Балаларығыҙҙың спортҡа ҡара­шы нисек?
– Нисек кенә булмаһын, был тормошта һәр береһе үҙ урынын тапһын. Һүҙ ҙә юҡ, спорт яраталар. Тағы бер мөһим нәмә: кәләшем Гүзәл мине һәр саҡ хуплай, һүҙ ярҙамын тоям. Еңеүҙәр яулауымда ҡыҙҙарым Ләйсән, Алһыу һәм Алинаның да өлөшө бар.
– Вәкил Искәндәр улы, ихлас яуаптарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде

Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде 13.03.2026 // Йәмғиәт

Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде...

Тотош уҡырға 2

Республика халҡын томан һәм тайғаҡ булыуы хаҡында иҫкәрттеләр
Радий Хәбиров Талас ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны менән күреште
Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр

Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр 13.03.2026 // Йәмғиәт

Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр...

Тотош уҡырға 1

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды 13.03.2026 // Йәмғиәт

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды...

Тотош уҡырға 2

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде 12.03.2026 // Йәмғиәт

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде...

Тотош уҡырға 3

Башҡорт йырсыһы Гөлназ Асаева аварияла зыян күргән ҡатындың хәле тураһында хәбәр итте

Башҡорт йырсыһы Гөлназ Асаева аварияла зыян күргән ҡатындың хәле тураһында хәбәр итте 11.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡорт йырсыһы Гөлназ Асаева аварияла зыян күргән ҡатындың хәле тураһында хәбәр итте...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостандың тораҡ пункттарына мобиль интернет үткәрелә

Башҡортостандың тораҡ пункттарына мобиль интернет үткәрелә 11.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың тораҡ пункттарына мобиль интернет үткәрелә...

Тотош уҡырға 2

Майҙа Башҡортостан халҡын бер көнгә күберәк ял көтә

Майҙа Башҡортостан халҡын бер көнгә күберәк ял көтә 11.03.2026 // Йәмғиәт

Майҙа Башҡортостан халҡын бер көнгә күберәк ял көтә...

Тотош уҡырға 3

Кваркуш яҫы таулығында иҫән ҡалған Өфө турисы йүнәлә башлаған

Кваркуш яҫы таулығында иҫән ҡалған Өфө турисы йүнәлә башлаған 11.03.2026 // Йәмғиәт

Табиптар әйтеүенсә, уның хәле уртаса ауырлыҡта тип баһалана....

Тотош уҡырға 2

Баймаҡта һуғыш ветеранына 103 йәш тулды

Баймаҡта һуғыш ветеранына 103 йәш тулды 11.03.2026 // Йәмғиәт

Баймаҡта һуғыш ветеранына 103 йәш тулды...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда хәбәрһеҙ юғалғандарҙың бишәүһе үле килеш табылған

Башҡортостанда хәбәрһеҙ юғалғандарҙың бишәүһе үле килеш табылған 11.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда хәбәрһеҙ юғалғандарҙың бишәүһе үле килеш табылған...

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә