Тәүәккәллек – йөрәк ҡомары, аҡылдан да ҡай саҡ юғары, тиҙәр. Был һүҙҙәр бигерәк тә спортты үҙ итеүселәргә ҡағыла. Йыраҡ йөрөйһө түгел, милли көрәште генә алайыҡ. Рингка сығып, дәғүәсең менән яғалашыу өсөн уға ҡарағанда йөрәклерәк булырға тейешһең бит. “Башҡортостандың көрәш һәм билбаулы көрәш буйынса спорт федерацияһы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе, республикабыҙҙың атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре, күп тапҡыр төбәктең абсолют чемпионы булған, Рәсәйҙең спорт мастеры исемен алған майҙан батыры, Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Вәкил ИЛЬЯСОВ менән әңгәмәлә ошо юҫыҡта һүҙ барҙы.– Көрәш йылдан-йыл киңерәк танылыу яулай. Ә ниңә уны Олимпия уйындары программаһына индермәйҙәр икән?
– Ысынлап та, милли көрәш йылдан-йыл үҫешә бара тип әйтергә тулы нигеҙ бар. Мәҫәлән, 2013 йылда Ҡазанда үткән Универсиадала уның ярыштар исемлегенә индерелеүе программаны ифрат байытып ебәрҙе, төрләндерҙе. Маҡтаныу түгел, әлеге сарала баш судьяның беренсе урынбаҫары вазифаһын башҡарҙым. Эйе, элек көрәшкә иғтибар артыуы тураһында хыяллана ғына инек – бына, тормошҡа ашты бит.
Универсиаданы тиккә генә “кесе Олимпиада” тимәйҙәр. Киләсәктә Олимпия уйындарында ла күрербеҙ әле көрәште. Ике йыл элек уның Рәсәйҙә спорт төрҙәре реестрына индерелеүен ғорурланып ҡабул иттек. Былтыр иһә Башҡортостанда спорттың был төрөн уҡыусылар спартакиадаһына индерҙеләр. Быларҙың барыһы ла беҙгә мәртәбәле ярыштар ойоштороу өсөн ҙур мөмкинлектәр асты. Тимәк, малайҙарға урам буйлап “эт һуғарып” йөрөүҙән арынып, сәләмәт тормош рәүешенә күсеү өсөн сәбәп күберәк хәҙер. Үҙегеҙ ҙә шаһит: ҡайһы һабантуй көрәшһеҙ үтһен, ти. Әлбиттә, халыҡ был ярышты һәр саҡ көтөп ала, дәртләнеп ҡатнаша, ҡыҙыҡһынып ҡарай.
Шул иғтибарға лайыҡ: һәр халыҡтың үҙенә генә хас көрәше бар, улар бер-береһенә әҙме-күпме оҡшаған да хатта. Билбау көрәше буйынса донъя чемпионатын үткәреүгә өлгәштек. Яҡташтарыбыҙ һынатманы – Мәләүездән Альберт Рәхмәтуллин, Ҡыйғынан Артур Зөлҡәрнәев еңеү яуланы, Саҡмағоштан Рөстәм Исламов та шулай уҡ һынатманы. Маҡсатыбыҙ аныҡ – көрәште донъя кимәленә сығарыу.
– Көрәш һеҙҙең өсөн нимә: йәшәү мәғәнәһеме, һөнәрме, әллә мауығыу ғынамы?
– Илдар, ундай һорауҙы бер һинән генә ишетмәйем, үҙебеҙҙә лә, сит тарафтарҙа ла уратып та, туранан-тура ла төпсөнәләр. Ирмен тигән кеше нисек тә ғаиләһен ҡарарға ынтыла, аҡса табыу юлдарын эҙләй. Хәйер, мин заманында Башҡортостан ауыл хужалығы институтының (әле – Башҡортостан дәүләт аграр университеты) иҡтисад һәм ауыл хужалығы идараһы факультетын тамамлағайным, ҡайҙан булһа ла икенсе эш табырға мөмкин инде.
Ауырғазы районының Төрөмбәт ауылынанмын. Беҙҙекеләргә шапырыныу, танауҙы юғарыға сөйөү шикелле ғәҙәт бөтөнләй ят. Мәктәптә уҡығанда уҡ күңелемдә көрәшкә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уянғайны. Физкультура уҡытыусыһы Вәкил Ғилметдинов менән хәрби әҙерлек буйынса етәксебеҙ Әхмәт Заһитов ағайҙарға сикһеҙ рәхмәтлемен – улар мине көрәш тигән серле лә, сәмле лә донъяға етәкләп тигәндәй алып инде. Барыһы ла шунан башланды. Ә инде армиянан һуң был шөғөлгә ныҡлап тотондом. Көрәш, спорттың күпселек төрҙәре кеүек үк, кешелә ныҡлыҡ, ихтыяр көсө тәрбиәләй.
– Вәкил Искәндәр улы, беренсе тапҡыр келәмгә сыҡҡанығыҙҙы хәтерләйһегеҙҙер?
– 1981 йылда булды был хәл. Талбазы ауылында ойошторолған район һабантуйына етди әҙерләнеп килгәйнем. Ни тиһәң дә, армия бутҡаһын мул ашаған егет булараҡ, үҙемде ышаныслы тотам, көс-ғәйрәт ташып тора. Шулай ҙа дәғүәселәр мыҡты күренә, ағайҙар минән тәжрибәлерәк, таһыллыраҡ, һис тә бил бирмәҫтәр, тим. Ҡайһылайтып еңергә? Әммә сират етеп, майҙанға сыҡҡас, оҙаҡ уйлап тороп буламы ни – үҙемдә оло ғәйрәт тойоп, тура килгәндәрҙең барыһын да бер-бер артлы ырғытып бөттөм. Ҡайһы берәүҙәренең ҡолап ятҡаны һаман да күҙ алдымда. Шунда беренсе тапҡыр тәкә алдым.
Элек йомшаҡ булһын өсөн ерҙе ҡаҙып, шунда нимәлер түшәй инек, хәҙер генә ул уңайлы келәмдәр бар һәр урында.
– Ә йәмғеһе нисә тәкә алғанығыҙҙы һанаманығыҙмы?
– Уларын нисек иҫәпләп бөтәһең инде? Бер йәйҙә генә 21 һарыҡ алып, рекорд ҡуйҙым! Айғыр бүләк иттеләр ҡасандыр, Туймазы районында абсолют чемпион булғанда, ул саҡта дефицит һаналған ҙур туңдырғыс биргәйнеләр. 2005 йылда Салауат районында уҙған Салауат Юлаев көндәрендә лә абсолют чемпион титулын яҡланым.
– Көрәш гел генә райондарҙа уҙа. Ә ни өсөн миллиондан ашыу халҡы булған Өфөлә түгел?
– Йыл да Ҡырмыҫҡалы районында генерал Миңлеғәле Шайморатов призына көрәш турниры үтә, Тәтешлелә билбау көрәше буйынса Рәсәй чемпионаты уҙҙы, шишмәләр иһә уны ауыл уйындары программаһына индерҙе, Илештә ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев иҫтәлегенә көрәш ойошторолдо. Хакимиәт башлыҡтары Фәнзил Сыңғыҙов, Рушан Гәрәев, Флүр Ураҙмәтов, Илдар Мостафин менән аңлашып эш итәбеҙ. Баш ҡалала былай ҙа спорт саралары йыш булып тора, ауыл кешеһе көрәш ҡарау өсөн генә ҡалаға юлланмаҫ бит. Әгәр ҙә ярыштар район үҙәктәрендә үтһә, халыҡ барыбер килеп ҡарарға ваҡыт таба.
– Вәкил Ильясов призына 2004 йылда үткәрелгән көрәш буйынса асыҡ республика турнирын да өҫтәйек.
– Эйе, тыуған яғымда – Ауырғазы районында – булды ул бәйге.
– Көрәшкә өйрәтәләрме, әллә уға һәләт кешегә тыумыштан биреләме?
– “Шыуышыусылар осорға өйрәнә алмай”, – тип ҡабатларға ярата бер дуҫым. Мин уның фекерен тулыһынса хуплайым. Ысынлап та, нәҫелдән биреләлер ул, милли мөхиттә ҡайнап йәшәгәндә ҡанға һеңәлер.
– Көҙгә “Башҡортостан” гәзитенең күсмә кубогына һәм приздарына милли көрәш буйынса III Асыҡ республика бәйгеһе үткәреләсәк. Белеүемсә, уны ойоштороуҙа һеҙ ҙә үҙ өлөшөгөҙҙө индерәһегеҙ...
– Элек “Совет Башҡортостаны” гәзите призына ойошторолған ярыштарҙан да ситтә ҡалманым. 1981 йылдағыһы хәтергә уйылған – 24 йәштә инем, 1-се урынды биргәйнеләр. “Башҡортостан” гәзите редакцияһы был йоланы тергеҙеп, һуңғы йылдарҙа республика кимәлендә бер нисә чемпионат ойошторҙо. Быйыл да уны уҙғарыуҙа ихлас ҡатнашырға иҫәп тотабыҙ.
– Балаларығыҙҙың спортҡа ҡарашы нисек?
– Нисек кенә булмаһын, был тормошта һәр береһе үҙ урынын тапһын. Һүҙ ҙә юҡ, спорт яраталар. Тағы бер мөһим нәмә: кәләшем Гүзәл мине һәр саҡ хуплай, һүҙ ярҙамын тоям. Еңеүҙәр яулауымда ҡыҙҙарым Ләйсән, Алһыу һәм Алинаның да өлөшө бар.
– Вәкил Искәндәр улы, ихлас яуаптарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт!