Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Самолет тауышы
Самолет тауышы “Бөтә ерҙә лә һылыуҙарҙың һуғышта йөрөүенә аптырайҙар ине. Ҡыҙҙар батальоны ойоштороуға Башҡортостан инициатор булған икән. Һуғышта йәш ҡыҙҙарға бик ауырға тура килде шул. Үҙебеҙ 45 килограмм, йөкмәгән нәмәбеҙ 33 килограмм була торғайны. Йәйге селләлә поста торғанда шинелде лә төрөп арҡаға аҫырға тейеш инек. Ауырлыҡҡа ла, ҡайғы-хәсрәткә лә түҙҙек, үҙебеҙ тураһында уйламаныҡ, тиҙерәк илебеҙҙе фашистарҙан азат итергә тырыштыҡ. Мин һуғышта өс йыл да өс ай булдым. 1942 йылдың август – октябрь айҙарында Сталинград фронтында, 1942 йылдың октябренән 1943 йылдың мартына тиклем Дон фронтында, 1943 йылдың мартынан алып 1945 йылдың 9 майына тиклем Белорус фронтында хеҙмәт итеп, Еңеүҙе Германияның Бранденбург ҡалаһында ҡаршы алдым. Землянканан сығып барғанда Полина Иванованы күреп ҡалдым. “Победа! Мы победили! А теперь куда денемся?” – ти. Ул ошонда ҡалдырыуҙарынан ҡурҡа ине. Һәр көн, һәр минут Еңеү тураһында хыяллана торғайныҡ, “Еңеү” һүҙен ишеткәс, ҡаушап ҡалдым. Көскә башыма барып етте. Беҙ уйлағанса, шунда уҡ тыуған яҡҡа ҡайтарып ебәрмәнеләр. Тағы ла өс ай күҙәтеү алып барҙыҡ. Хатта Еңеүҙән һуң ғүмере өҙөлгәндәр ҙә булды. Краков ҡалаһында йәшерен һуғыш барҙы, фашист бирелергә теләмәне. Польшала майҙанда торғанда ата башланылар, ике ҡыҙыбыҙ шулай һәләк булды.
Самолет тауышыНиһайәт, зарығып көткән ҡайтыр көн килеп етте. Позднола батальондың иҫән ҡалған һалдаттарын йыйып сафҡа теҙҙеләр. Командир Бороненко партияның рәхмәтен белдереп беҙҙе маҡтаны ла: “Ефрейтор Кадырова! Два шага вперед!”– тип бойорҙо. Мине бында ҡалдыралар икән, тип ҡотом осто, шулай ҙа сығып баҫтым. “Остроглазая башкирочка, тебе отдельное спасибо за службу, за то, что выдержала двое суток без еды, без сна, а пост не покинула! Ты спасла много жизней! Ты внесла огромный вклад в Великую Победу!” – тине. Мәскәүгә бер ҙә ауырһынмай товарнякта ҡайттыҡ, беҙ өйгә хатта йәйәү йүгерергә лә әҙер инек”, – тип һөйләне Шәрифә Шакир ҡыҙы. Был ваҡытта уның уйсан күҙҙәре нурланып киткәндәй булды.
Шәрифә Ҡадирова Туҡтағолға 26 августа ҡайтып инә. Тыуған ергә аяҡ баҫыу әйтеп аңлата алмаҫлыҡ бәхет була! Ата-әсәһенең яғымлы ҡарашы, юҡ ҡына нәмәнән дә тәмле итеп әҙерләнгән ризыҡ, ҡайын миндеге һәм парлы мунса... Мунса ингәндә һуғыштың бер көнө иҫенә төшә. Иҫке Бобович станицаһында ике генә мунса була. Рөхсәт алып, утын хәстәрләп береһенә яғалар. Мунсаға тип барһалар, ишек алдына һыулы күнәктәр күтәргән халыҡ йыйылған. Ҡыҙҙар нисек кенә аңлатырға теләмәһен, ишетеүсе лә булмай! Аптырағас, бер ҡыҙ мылтыҡ тотоп ишек төбөнә баҫа, шулай итеп мунса инәләр, шунан бөтә ауыл халҡы йыуына...
Ял итеп ятырға ваҡыт булмай, Шәрифә Шакир ҡыҙын мәғариф бүлегенә саҡырталар. Уның мөдире Әнисә Ғәли ҡыҙы Латипова уҡытыусыларҙы яугир ҡыҙ менән таныштыра һәм уны Ярмунса мәктәбенә военрук итеп эшкә ебәрә. Һуғыш яланынан ҡайтҡан хәрби кейемдә йөрөгән кешегә уңып бөткән булһа ла ҡара күлдәк, биш метр ситса бирәләр, шулай итеп өҫ-башын бөтәйтеп эшкә керешә. Заманаһына күрә яҡшы ғына эш хаҡы ала: 36 һум! Район үҙәгенә фуфайка, сабата кейеп, йәйәүләп йөрөгән осорҙа аҡса алыу ҙур бәхет һанала. Ә эш бик ауыр була! Утын яғып йылытылған иҫке мәктәптә икешәр смена уҡыталар, 36 пар күҙ һиңә баға. Күбеһе етемдәр. Ас-яланғас булһалар ҙа, белем алырға ынтылыштары көслө.
Шәрифә Шакир ҡыҙы ситтән тороп Бәләбәй педагогия училищеһын тамамлай. 1947 йылда Бүздәк районының Йондоҙло ауылы егете Кәшфулла Ғиниәтулла улына тормошҡа сыға. Ул ҡатынын шул тиклем ярата, хөрмәт итә, хатта сессия ваҡытында 100 саҡрымдағы Бәләбәйгә велосипедҡа ултыртып илтеп ҡуя һәм барып ала. Бәхетле ғаиләлә бер-бер артлы өс ҡыҙ донъяға килә. Тәүгеһенә яуҙашы хөрмәтенә Тамара, икенсеһенә Сталиндың ҡыҙының исемен Светлана, кинйәкәйенә Гөлшат тип исем ҡушалар. Балалары аҡыллы, кешелекле булып үҫә. Өлкәне хаҡлы ялға сыҡҡансы Йәрмөхәмәттә балалар баҡсаһы мөдире, Светлана Кәшфулла ҡыҙы – шәфҡәт туташы, кинйәһе туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы булып эшләй.
Сталинградта үлем менән көрәшкәндә: “Иҫән-һау ҡайтһам, ата-әсәйемде үҙем ҡараясаҡмын!” – тигән һүҙенә тоғро ҡалып, икеһен дә үҙе ҡарап һуңғы юлға оҙата.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 1990 йылда Кәшфулла Ғиниәтулла улы вафат була. Һуғыш тамуғын, замана ауырлыҡтарын ғорурлыҡ менән күтәргән көслө рухлы ҡатын ауыр юғалтыуҙан һығылып төшмәй. Һөйгәнен юҡһынмаған бер генә көнө булмаһа ла, түҙә...
“Һуғыш аҙ ғына ла иҫтән сыҡмай. Нимес һалдаттарының землянкаға яҡынлашыуы, ҡара-ҡаршы атышыу, икәүһен әсиргә алып, һаҡ аҫтында колхоз контораһына илтеп бикләү, юлда барғанда йәш ҡыҙҙарҙы күреп иҫе киткән өлкәнерәк йәштәге фашистың: “Беҙ үҙ иркебеҙ менән һеҙгә атабыҙ, тип уйлайһығыҙҙыр әле. Беҙ бары тик бойороҡто үтәйбеҙ!” – тип аҡланыуы кисә генә булған кеүек. Тәүҙәрәк самолет тауышы ишетелһә, берәйһендә ашта ултырған ерҙән йүгереп сығып китеп ҡарап керә инем. Төшөмдә лә һуғышты йыш күрәм: “Хенкель” оса, мин тиҙерәк хәбәр итергә тырышам, ә ул бомба ташлай... Уянғас та, йәнемде өшөтөп, самолет, шартлау тауыштары ҡолағымда сыңлап тора”, – тип һөйләй Шәрифә Шакир ҡыҙы.
Һуғыш ветерандарын онотмауҙарына ҡыуана Шәрифә апай. Күп йылдар уҙғас, яуҙаштары менән осрашыу ойошто­роусыларға ла рәхмәте сикһеҙ. Һуғышта үткән ерҙәргә ҙур ҡунаҡ булып барыу тулҡын­ландырғыс ваҡиға була. “Орел өлкәһе Новозепковола “Беҙҙе һаҡлаусы әсәләр!” – тигән йыр менән ҡаршы алдылар, хөрмәт иттеләр. Батальондан иҫән ҡалғандар менән Өфөлә, Һарытауҙа ла матур осрашыуҙар үтте. Волгоградтағыһы (Сталинград) иң тулҡын­ландырғысы булды. Павлов йорто, тирмән, һуғыш яландарына, Мамаев курганына алып барҙылар. Һуғышсылар һыны, атыу, шартлау тауыштары йәнде ҡуҙғытты. Сталинград менән Һарытау араһындағы күперҙе ныҡлап һаҡлауыбыҙ, бер әбейҙең ҙур икмәк килтереүе “И-и, балаҡайҙар, ата-әсәгеҙ һеҙҙе нисек ебәрҙе? Был мәхшәргә ниңә индегеҙ? Сибәр ҡыҙҙар урыны һуғышта түгел бит!” – тип ҡулымдан һыйпағаны, бер туҡтауһыҙ шартлау, атыш тауыштары, һауаны ярып самолеттар осоуы иҫкә төштө. Мемориалға төшкәс, һаҡта торған һалдаттарҙы күреп, үҙемдең дә, иң яҡшы яугир булараҡ, һуғыш осоронда керпек тә ҡаҡмай полк байрағын һаҡлауымды хәтерләнем”, – бәләкәй генә буйлы Шәрифә апай был турала һөйләгәндә үткер күҙле, ҙур, көслө бөркөттө хәтерләтте.
“Ваҡыт үткән һайын дәүләт беҙҙе нығыраҡ иҫкә ала, – тип дауам итте һүҙен Шәрифә Шакир ҡыҙы. – Һуғыш ветераны булараҡ бүленгән аҡсаға ҡаланан фатир алыуҙан баш тартҡас, йорт һалып бирҙеләр. Әле бөтә шарттар булдырылған уңайлы өйҙә ҡыҙым Светлана менән бергәләп йәшәп ятабыҙ”.
92 йәшлек һуғыш ветераны әле лә сафта. Шәрифә Шакир ҡыҙы хәтирәләре, өгөт-нәсихәте, шәхси үрнәге менән йәш быуынды патриотик рухта тәрбиәләй.
Ләлә Абзалова,
уҡытыусы.


Район: Туймазы районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Ләйсән Үтәшева Башҡортостанға өләсәһенә ҡунаҡҡа ҡайтҡан

Ләйсән Үтәшева Башҡортостанға өләсәһенә ҡунаҡҡа ҡайтҡан 05.06.2026 // Йәмғиәт

Ләйсән Үтәшева Башҡортостанға өләсәһенә ҡунаҡҡа ҡайтҡан...

Тотош уҡырға 3

Тағы бер авиакомпания Өфөнән Краснодарға осоштар программаһын асты

Тағы бер авиакомпания Өфөнән Краснодарға осоштар программаһын асты 05.06.2026 // Йәмғиәт

Тағы бер авиакомпания Өфөнән Краснодарға осоштар программаһын асты...

Тотош уҡырға 1

Өфө үҙәгендә төндә ике урам ябыла

Өфө үҙәгендә төндә ике урам ябыла 05.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө үҙәгендә төндә ике урам ябыла...

Тотош уҡырға 1

Константин Климин Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры итеп тәғәйенләнде

Константин Климин Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры итеп тәғәйенләнде 05.06.2026 // Йәмғиәт

Константин Климин Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры итеп тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда Өфө – Бөрө – Яңауыл юлы участкаһы төҙөкләндерелде

Башҡортостанда Өфө – Бөрө – Яңауыл юлы участкаһы төҙөкләндерелде 04.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда Өфө – Бөрө – Яңауыл юлы участкаһы төҙөкләндерелде...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда ҡойма ямғырҙар көтөлә

Башҡортостанда ҡойма ямғырҙар көтөлә 04.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда ҡойма ямғырҙар көтөлә...

Тотош уҡырға 1

Рәсәйҙә хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең яҡындары уңайлы ваҡытта отпуск алырға мөмкин

Рәсәйҙә хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең яҡындары уңайлы ваҡытта отпуск алырға мөмкин 04.06.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең яҡындары уңайлы ваҡытта отпуск алырға мөмкин...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда туристарҙы айыуҙарҙың әүҙемләшеүе тураһында иҫкәрттеләр

Башҡортостанда туристарҙы айыуҙарҙың әүҙемләшеүе тураһында иҫкәрттеләр 04.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда туристарҙы айыуҙарҙың әүҙемләшеүе тураһында иҫкәрттеләр...

Тотош уҡырға 4

Йыл башынан республикала 9,5 меңдән ашыу сабый тыуған

Йыл башынан республикала 9,5 меңдән ашыу сабый тыуған 03.06.2026 // Йәмғиәт

Йыл башынан республикала 9,5 меңдән ашыу сабый тыуған...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда ауыл интернет-трафигы ҡала трафигы менән тигеҙләште

Башҡортостанда ауыл интернет-трафигы ҡала трафигы менән тигеҙләште 03.06.2026 // Йәмғиәт

Ауыл халҡы айына уртаса 22 гигабайт ҡуллана, эре үҙәктәрҙән алыҫыраҡ урынлашҡан ҡасабаларҙа ......

Тотош уҡырға 3

Июндә республикала йәшәүселәргә пенсия ваҡытынан алда күсерелә

Июндә республикала йәшәүселәргә пенсия ваҡытынан алда күсерелә 03.06.2026 // Йәмғиәт

Июндә республикала йәшәүселәргә пенсия ваҡытынан алда күсерелә...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда йәшәүселәрҙе ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтә

Башҡортостанда йәшәүселәрҙе ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтә 03.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда йәшәүселәрҙе ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтә...

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә