Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Һөнәрле ҡулда бәрәкәт бар
800 йыллыҡ бай тарихҡа эйә Юлдыбай ауылының ғорурлығы, даны — ул 80-се лицей. Республикабыҙҙың башланғыс һөнәри белем биреү системаһында иң өлкән һәм абруйлы уҡыу йорттарының береһе былтыр үҙенең 80 йыллыҡ юбилейын билдәләне.

1934 йылда барлыҡҡа килгән белем усағы ошо дәүерҙә Көньяҡ Урал төбәге өсөн 46 мең­дән ашыу йәш белгес әҙерләп сығарҙы, ауыл хужалығын, техниканы белгән, йә­шел­сәсе­лек­тә, умартасылыҡта оҫта эш иткән хеҙмәт­кәрҙәр, етәкселәр менән тәьмин итеүгә ҙур өлөш индерҙе. Был уҡыу йортон тамам­ла­ған Риза Яхин, Ғилметдин Ҡырым­ғужин, Абдулла Фәйзуллин, Мәҡсүт Заманов, Василий Солонин Социалистик Хеҙмәт Геройы исемен алды. Башҡортостан ғына түгел, Рәсәй кимәлендә танылған шәхестәр ҙә байтаҡ.
Абруйлы уҡыу йортона сифатлы белгестәр әҙерләү өсөн ныҡлы матди-техник база, уңайлы йәшәү шарттары булдырылған. Бөтә етештереү базаһы газға көйләнгән. Өсәр ҡатлы ике ятаҡханала егет һәм ҡыҙҙар өсөн уңайлы социаль-көнкүреш шарттары булдырылған, 100 урынлыҡ ашхана, китапхана, спортзал, ял бүлмәләре эшләй. Бында республиканың Йылайыр, Баймаҡ, Бөрйән, Хәйбулла, Учалы, Белорет райондарынан килеп белем алалар, уларға дөйөм ятаҡтан урын бирелә, ашатыу бушлай.
Лицейҙың директоры – район Советы рәйесе, Башҡортос­тан­дың атҡаҙанған мәғариф хеҙ­мәт­кәре Ғәле Нәҙерғолов. Баш­ҡортостан ауыл хужалығы институтын тамам­лаған Ғәле Яхъя улы төрлө яуаплы вази­фа­ларҙы атҡара, әммә яҙмыш уны ҡа­сандыр атаһы етәкләгән ошо белем усағына килтерә. Тимәк, быуындар күсәгилешлеге дауам итә. Тап ул директор булып килгәс, уҡыу йортонда ыңғай үҙгәрештәр башлана, төҙөк­ләндереүгә ҙур иғтибар бүленә. Тимәк, коллектив етәксенән уңған.
Лицей, Башҡортостандың Мәға­риф министрлығы иғлан иткән инновациялы белем биреү программаһы буйынса конкурста ҡат­нашып, 20 мил­лион һумлыҡ грантҡа лайыҡ булған. Был сумма тулыһынса матди базаны нығытыуға һәм үҙгәртеп ҡороуға тотонолған. Мәҫәлән, заманса ауыл хужалығы техникаһы, ағасты беренсел эшкәртеү комплекслы ҡорамалы, сит ил ағас эшкәртеү станоктары һатып алынған. Былар уҡыу йортона белем биреү хеҙмәттәре исемлеген киңәйтергә, баҙар талап иткән эшсе көстө сифатлыраҡ кимәлдә әҙер­ләргә ярҙам иткән. Матди базаны заманға яраҡлаштырыу уҡыу процесына яңы темалар, йүнәлештәр индерергә мөмкинлек биргән. Мәҫә­лән, сит ил ауыл хужалығы машиналарын хеҙмәтләндереү, ялан шарт­та­рында ауыл хужалығы техни­каһын ремонтлау, йылҡы­сы­лыҡ, со­лоҡсолоҡ...
Былар, берҙән, уҡыу йортонда әҙерләгән белгестәрҙең хеҙмәт ба­ҙа­рында конкурентлығын арттырһа, икен­сенән, уларға шәхси йүнәлештә йәки крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары төҙөп, үҙҙәренең мөмкинлектәрен тулыраҡ асырға һәм ҡулланырға ярҙам итә. Уҡыу йорто лабораторияларында, оҫтаханалар­ҙа грант иҫә­бенә алынған заманса ҡорамалдарҙа, шулай уҡ Интернет аша электрон белем биреү сыға­наҡтарына мөрә­жәғәт итеп, үҙаллы шөғөлләнеү ҙә тик файҙаға ғына.
Белем усағы тармаҡтағы алдынғы предприятиелар менән эшлекле бәй­ләнеш бул­дырған. Мәҫәлән, билдәле “Алексеевка” сов­хо­зы, “Урал аръяғы” МТС-ы, “Саллы-Профи” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте – шулар иҫәбен­дә. Улар, үҙҙәренең заманса йыһаз­ландырылған етештереү базаһында хеҙмәт практикаһы үткән йәш ҡыҙҙар менән егеттәргә оҫталыҡты арттырыу мөмкинлеген булдырып, инновациялы белем биреү программаһын тормош­ҡа ашырырға ярҙам итә.
Юғары квалификациялы белгес­тәр туплан­ған коллективта 80-дән ашыу кеше эшләй. Улар һәр студентты үҙ балаһылай күреп, белем серҙәре менән уртаҡлаша, йәштәргә рух ныҡлығы биреүгә, уларҙы донъя ауырлыҡ­тарына ҡаршы тора алыр­ҙай ысын шәхес итеп тәрбиәләүгә ҙур көс һала.
Буласаҡ белгестәр уҡыуҙан тыш ваҡытын бушҡа уҙғармай: үҙешмәкәр түңәрәктәргә йөрөй, спорт менән шөғөлләнә, сәләмәт йәшәү рәүеше алып бара. Йыш ҡына район, республика күләмендә үткәрелгән һөнәри оҫталыҡ конкурстарында, спар­та­киадаларҙа әүҙемлек күрһәтеп, приз­лы урындар яулай, лицей данын яҡлап төрлө фестивалдәрҙә, ярыш­тарҙа ҡатнаша.
Хеҙмәтенә күрә – хөрмәте. Былтыр Юлды­байҙағы 80-се һөнәрселек лицейы, иң яҡшы башланғыс һөнәри белем биреү учреждениеһы тип танылып, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Дипломы менән бүләк­ләнде. Был да — Ғәле Яхъя улының оҙаҡ йылдар тынғыһыҙ хеҙмәтенең бер емеше. Тап ошо көндәрҙә Йыла­йырҙың арҙаҡлы ир-уҙаманы – гәзи­те­беҙ­ҙең күптәнге дуҫы – күркәм юби­ле­йын билдәләй. Абруйлы етәк­се, өлгөлө ғаилә башлығына 60 йәш тула. Матур ғүмер байрамың мөбәрәк булһын, Ғәле Яхъя улы! “Ал да нур сәс халҡыңа” тип тап һеҙҙең турала әйтелгән төҫлө.




Автор: Г. МӨХӘРРӘМОВА. Район: Йылайыр районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә