Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Алма таты, бал тәме – йәйҙең йәме
Алма таты, бал тәме – йәйҙең йәме Һуңғы йылдарҙа Ғафуриҙа бал байрамы уҙғарыу матур йолаға әүерелде. Ике йыл рәттән ул “Һөт көнө” менән берлектә үткәрелгән ине. Быйыл иһә сараға яңы төҫ биреү уйы менән бал һәм алма байрамы итеп үҙгәртелде. Шулай ҙа һөт ризығы ла тәҡдим ителде.
Мәжит Ғафури исемендәге майҙанға төрлө тарафтарҙан ауыл хужалығы продукцияһы тейәгән машиналар килеп тулды. Йыш ҡына уҙғарылып торған йәрминкәгә халыҡ был юлы ла эркелде. Ана, Сә­йетбабанан Лоҡмановтарҙың тауарын һатып алыр өсөн сиратҡа баҫҡандар. Улар, һәр ваҡыттағыса, иттән төрлө ярым­фабрикаттар һәм һөт ризыҡ­тары алып килгән. Войновка ауылынан Татьяна Карева – сусҡа ите, Ибраһимдан бил­дәле ҡортсо Мансаф Килмө­хәмәтов хуш еҫле йүкә балы менән сауҙа итә...
Алма таты, бал тәме – йәйҙең йәмеСтәрлетамаҡ ҡалаһының умартасылыҡ ҡорамалдары етештереү заводы үҙ тауары менән килгәйне йәрминкәгә. Халыҡ сағыштырмаса осһоҙ хаҡҡа кәрәк-яраҡ һатып алды. Тәҡдим ителгән тауар хаҡы магазиндыҡынан арзаныраҡ, һәр кем теге йәки был нәмә артынан заводҡа ла барып йөрөй алмай.
Дәүләт Йыйылышы – Ҡо­рол­тай депутаты, “Башҡорт­остан умартасылыҡ һәм апи­терапия ғилми-тикше­ре­неү үҙәге” директоры Әмир Ишем­ғолов район мәктәп­тәренә умарта һатып алып биргән ине. Бал байрамында умар­тасылыҡ менән шөғөлләнгән 12 мәктәптең алтауһы ҡат­нашты. Уларҙың күргәҙмәһе бик матур итеп биҙәлгәйне. Айырыуса Красноусол баш­ҡорт гимназия-интернатының 12 өҫтәлде берләштергән сауҙа йәрмин­кәһе иғтибарҙы йәлеп итте. Бурлы мәктәбе коллективы ла был сараға ҙур әһәмиәт биргән. Бал, һөт, ҡатыҡ, эремсек, ҡорот, май, бер нисә төрлө алма, төрлән­дереп бешерелгән ҡамыр ризыҡтары, өҫтәүенә эҫе сәй ҙә тәҡдим иттеләр. Юлыҡ, Ҡауарҙы, Яңғыҙҡайын, Үтәк мәктәптәре лә әүҙем булды.
Алма таты, бал тәме – йәйҙең йәмеБайрам барышында төрлө конкурстар ойошторолдо, еңеүселәр бүләкләнде. Район умартасылар йәмғиәте рәйесе Рәдиф Халиҡов төбәктә ҡортсолоҡто үҫтереү өсөн ҙур мөмкинлектәр булыуын билдәләне. “Бөгөн беҙҙә 1200 самаһы кеше умар­тасылыҡ менән шөғөлләнә, 18 меңдән ашыу күс бар. Ғафури ба­лының даны алыҫтарға таралған”, – тине ул.
Район хакимиәте башлығының ауыл хужа­лығы буйынса урын­ба­ҫары Флүр Ибраһимов, халыҡты тәбрикләп, бер төркөм алдын­ғы­ларҙы бүләкләне. Красноусолдан билдәле умартасы Марат Солтанов, 130-сы һөнәрселек учи­лищеһында умартасылыҡ дәрестәрен алып барған уҡытыусы Наталья Плаксина, Ташбүкән ауылынан оҫта ҡортсо Ғәле Ҡо­товҡа — район хаки­миәтенең Маҡтау грамо­таһы, ә Фәрит Хәйруллин (Сәйетбаба), Раиса Коно­нова (Красноусол), Рифғәт Мөлөков (Ҡотло­ғужа) һәм Александр Дитечен­коға (Красноусол) Рәхмәт хаты тапшырылды.
Хакимиәт башлығының иҡтисад һәм финанс буйынса урынбаҫары Светлана Ғөбәйҙуллина кон­курстарҙа еңеү яулағандарҙы бүләкләне. “Иң һәй­бәт баллы-алмалы табын өҫтәле” бәйгеһендә I урын Бурлы мәктәбе коллективына бирелде. Крас­ноусол башҡорт гимназия-интернаты – икен­се, Курорт мәктәбе коллективы — III урында. Крас­ноусолдағы 2-се мәктәп, Яңғыҙҡайын, Юлыҡ, Үтәк мәктәптәре һәм Ҡауарҙы ауыл биләмәһе хаки­миә­те дәртләндереү призына лайыҡ булды.
Умартасылыҡ өлкәһендә “Олпат эш тәжрибәһе” номинацияһында Виталий Коротков, Рәшит Шәри­пов (икеһе лә — Красноусолдан), “Оҫта ҡортсо” була­раҡ – Мансаф Килмө­хәмәтов (Ибраһим) менән Ана­толий Осипов (Красноусол), “Иң йәш умартасы”ла Азамат Исхаҡов (Сәйетбаба) еңеүсе тип табылды.
Балдан сәксәк бешереүгә алдан конкурс иғлан ителгән ине. Бында береһе лә бүләкһеҙ ҡалманы. Красноусол башҡорт гимназия-интернаты, Бурлы мәктәбе ашнаҡсылары, Үзбәк ауылы мәҙәниәт йортонан Флүрә Ғәзизова, Красноусолдан Любовь Семенова, Имәндәштән Рәзилә Зөбәйҙуллина менән Фәниә Усманова, Юрмаш ауылынан игеҙәк ҡыҙҙар – Наҙгөл менән Фаягөл Салауатовалар, оҫталыҡтарын иҫбатлап, үҙ эштәренә ижади ҡараған. Уларға “Афарин!” тиәһе генә ҡала.
“Бал ҡорто” костюмына ла конкурс иғлан ител­гән ине. Шуға ла байрам барышында матур-матур “нәҙекәй­бил­дәр” (башлыса балалар) халыҡ араһын­да “безелдәшеп” йөрөнө. Был конкурста үҙе “инә ҡорт” булып кейенеп, ҡыҙы менән һеңлеһен “эшсе ҡорттар” иткән Айгөл Латипова ғаиләһе еңеүсе тип табылды.
Йыр-моңһоҙ ниндәй байрам бул­һын инде! Йәрминкә барған майҙан уйын-көлкөнән гөрләп торҙо. Район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре, Балалар ижады үҙәге, ветерандарҙың “Землячки” халыҡ ансамбле, Бурлы мәктәбе коллективының сығыштары сараға үҙенсәлекле йәм өҫтәне. Бындай йәрминкәне йышыраҡ уҙғарып торорға кәрәк, тип таралышты халыҡ.



Автор: Самат ҒӘЛИУЛЛИН Район: Ғафури районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә