Һуңғы йылдарҙа Ғафуриҙа бал байрамы уҙғарыу матур йолаға әүерелде. Ике йыл рәттән ул “Һөт көнө” менән берлектә үткәрелгән ине. Быйыл иһә сараға яңы төҫ биреү уйы менән бал һәм алма байрамы итеп үҙгәртелде. Шулай ҙа һөт ризығы ла тәҡдим ителде.Мәжит Ғафури исемендәге майҙанға төрлө тарафтарҙан ауыл хужалығы продукцияһы тейәгән машиналар килеп тулды. Йыш ҡына уҙғарылып торған йәрминкәгә халыҡ был юлы ла эркелде. Ана, Сәйетбабанан Лоҡмановтарҙың тауарын һатып алыр өсөн сиратҡа баҫҡандар. Улар, һәр ваҡыттағыса, иттән төрлө ярымфабрикаттар һәм һөт ризыҡтары алып килгән. Войновка ауылынан Татьяна Карева – сусҡа ите, Ибраһимдан билдәле ҡортсо Мансаф Килмөхәмәтов хуш еҫле йүкә балы менән сауҙа итә...
Стәрлетамаҡ ҡалаһының умартасылыҡ ҡорамалдары етештереү заводы үҙ тауары менән килгәйне йәрминкәгә. Халыҡ сағыштырмаса осһоҙ хаҡҡа кәрәк-яраҡ һатып алды. Тәҡдим ителгән тауар хаҡы магазиндыҡынан арзаныраҡ, һәр кем теге йәки был нәмә артынан заводҡа ла барып йөрөй алмай.
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, “Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия ғилми-тикшеренеү үҙәге” директоры Әмир Ишемғолов район мәктәптәренә умарта һатып алып биргән ине. Бал байрамында умартасылыҡ менән шөғөлләнгән 12 мәктәптең алтауһы ҡатнашты. Уларҙың күргәҙмәһе бик матур итеп биҙәлгәйне. Айырыуса Красноусол башҡорт гимназия-интернатының 12 өҫтәлде берләштергән сауҙа йәрминкәһе иғтибарҙы йәлеп итте. Бурлы мәктәбе коллективы ла был сараға ҙур әһәмиәт биргән. Бал, һөт, ҡатыҡ, эремсек, ҡорот, май, бер нисә төрлө алма, төрләндереп бешерелгән ҡамыр ризыҡтары, өҫтәүенә эҫе сәй ҙә тәҡдим иттеләр. Юлыҡ, Ҡауарҙы, Яңғыҙҡайын, Үтәк мәктәптәре лә әүҙем булды.
Байрам барышында төрлө конкурстар ойошторолдо, еңеүселәр бүләкләнде. Район умартасылар йәмғиәте рәйесе Рәдиф Халиҡов төбәктә ҡортсолоҡто үҫтереү өсөн ҙур мөмкинлектәр булыуын билдәләне. “Бөгөн беҙҙә 1200 самаһы кеше умартасылыҡ менән шөғөлләнә, 18 меңдән ашыу күс бар. Ғафури балының даны алыҫтарға таралған”, – тине ул.
Район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Флүр Ибраһимов, халыҡты тәбрикләп, бер төркөм алдынғыларҙы бүләкләне. Красноусолдан билдәле умартасы Марат Солтанов, 130-сы һөнәрселек училищеһында умартасылыҡ дәрестәрен алып барған уҡытыусы Наталья Плаксина, Ташбүкән ауылынан оҫта ҡортсо Ғәле Ҡотовҡа — район хакимиәтенең Маҡтау грамотаһы, ә Фәрит Хәйруллин (Сәйетбаба), Раиса Кононова (Красноусол), Рифғәт Мөлөков (Ҡотлоғужа) һәм Александр Дитеченкоға (Красноусол) Рәхмәт хаты тапшырылды.
Хакимиәт башлығының иҡтисад һәм финанс буйынса урынбаҫары Светлана Ғөбәйҙуллина конкурстарҙа еңеү яулағандарҙы бүләкләне. “Иң һәйбәт баллы-алмалы табын өҫтәле” бәйгеһендә I урын Бурлы мәктәбе коллективына бирелде. Красноусол башҡорт гимназия-интернаты – икенсе, Курорт мәктәбе коллективы — III урында. Красноусолдағы 2-се мәктәп, Яңғыҙҡайын, Юлыҡ, Үтәк мәктәптәре һәм Ҡауарҙы ауыл биләмәһе хакимиәте дәртләндереү призына лайыҡ булды.
Умартасылыҡ өлкәһендә “Олпат эш тәжрибәһе” номинацияһында Виталий Коротков, Рәшит Шәрипов (икеһе лә — Красноусолдан), “Оҫта ҡортсо” булараҡ – Мансаф Килмөхәмәтов (Ибраһим) менән Анатолий Осипов (Красноусол), “Иң йәш умартасы”ла Азамат Исхаҡов (Сәйетбаба) еңеүсе тип табылды.
Балдан сәксәк бешереүгә алдан конкурс иғлан ителгән ине. Бында береһе лә бүләкһеҙ ҡалманы. Красноусол башҡорт гимназия-интернаты, Бурлы мәктәбе ашнаҡсылары, Үзбәк ауылы мәҙәниәт йортонан Флүрә Ғәзизова, Красноусолдан Любовь Семенова, Имәндәштән Рәзилә Зөбәйҙуллина менән Фәниә Усманова, Юрмаш ауылынан игеҙәк ҡыҙҙар – Наҙгөл менән Фаягөл Салауатовалар, оҫталыҡтарын иҫбатлап, үҙ эштәренә ижади ҡараған. Уларға “Афарин!” тиәһе генә ҡала.
“Бал ҡорто” костюмына ла конкурс иғлан ителгән ине. Шуға ла байрам барышында матур-матур “нәҙекәйбилдәр” (башлыса балалар) халыҡ араһында “безелдәшеп” йөрөнө. Был конкурста үҙе “инә ҡорт” булып кейенеп, ҡыҙы менән һеңлеһен “эшсе ҡорттар” иткән Айгөл Латипова ғаиләһе еңеүсе тип табылды.
Йыр-моңһоҙ ниндәй байрам булһын инде! Йәрминкә барған майҙан уйын-көлкөнән гөрләп торҙо. Район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре, Балалар ижады үҙәге, ветерандарҙың “Землячки” халыҡ ансамбле, Бурлы мәктәбе коллективының сығыштары сараға үҙенсәлекле йәм өҫтәне. Бындай йәрминкәне йышыраҡ уҙғарып торорға кәрәк, тип таралышты халыҡ.