Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Зәйнулла ишан Әҙәби-документаль повестан өҙөк
Тыумыштан зирәк зиһенле, яҡшы хәтерле, ғилемгә ыштылышлы үҫмер хәҙистәр китабына йотлоғоп йомола, уны дәфтәренә күсереп яҙып алырға тырыша. Мөритенең иждиһатлы икәнен белгән Абдулла ахун китабын ашыҡтырмай. Бер нисә ай үтеп тә китә. Ниһайәт, шәкерт китапты үҙенә күсереп ала. Был изгелеге өсөн мөғәллименә әллә ниҙәр бирерҙәй булған ярлы шәкерт, телебеҙҙә булған иң аҫыл һүҙҙәрҙе ҡулланып, рәхмәтен әйтә:
– Мөхтәрәм Абдулла ахун хәҙрәттәре, Аллаһ һеҙҙән риза булһын, Баһауетдин Наҡшбәнд рухтары һеҙгә изге доғаларын ебәреп торһон, – тип аҫылташтарҙан ҡиммәтлерәк китапты, оҫта ҡуллы әсәһе һуҡҡан ап-аҡ етен таҫтамалға төрөп, ҡайтарып бирә.
– Изгелектә һәм тәҡүәлектә бер-берегеҙгә ярҙам итегеҙ, тиелгән Ҡөрьәндә. Барыһын да Аллаһ хаҡы өсөн эшләйбеҙ, мөритем. Был көндәрҙә Зәйнулланың барлыҡ уйын, хисен Мөхәммәт рәсүлуллаһ Саллаллаһу ғәләйһи үәссәләм биләп алды: ниндәй һоҡланғыс затты ебәргән ергә Аллаһы Тәғәләбеҙ! Аллаһ миңә лә уның сифаттарын насип итһен ине, тип теләне үҫмер. Пәйғәмбәрҙе күҙ алдына килтерергә тырышты. Ибраһим пәйғәмбәр, уның улы Исмәғил пәйғәмбәр ерлегенән яралған был илаһи заттың алһыу йөҙөнән нур бөркөлөп торған, тиҙәр. Урта буйлы, киң яурынлы, буй-һыны ҡойоп ҡуйғандай килешле булған. Ҙур ҡара уйсан күҙҙәре гел яғымлы ҡараған, бите аҡ булған, ҡаштары ҡыйылып торған. Унан һәр саҡ тәмле еҫ аңҡыған. Тәбиғәттән нескә күңелле, кеселекле, кешелекле булған. Хисләнеп киткән үҫмерҙең йөрәгендә Мөхәммәт пәйғәмбәргә шундай көслө мөхәббәт уянды, Аллаһ мине бөтә ғүмерем буйы тайпылышһыҙ ошо аҫыл заттың юлынан әйҙәһен ине, тип теләне ул. Иншалла, уның иманын бер кем дә, бер ҡасан да ҡаҡшата алмаҫ. Ун алты йәшлек Зәйнулла быны ап-асыҡ күҙ алдына килтерҙе. Егеттең Ҡөрьәндең тәфсирен тағы ла төплөрәк өйрәнгеһе, Мөхәммәт ғәләйһиссәләмдең ҡалдырған мираҫын артабан ҙурыраҡ мәҙрәсәләрҙә дауам иттергеһе килә башлай. Ахун ауылы мәҙрәсәһен тамамлағас, Троицкиға барып уҡырға хыяллана. Әммә Яҡуп хәҙрәттең, байтаҡ шәкерткә дәрес биреп, яҡшы мөғәллим итеп танытҡан Зәйнулланы үҙенән һуң ошо мәҙрәсәлә өлкән мөдәррис итеп ҡалдырғыһы килә.
– Беҙҙә йөҙҙән ашыу шәкерт белем ала, уларға яҡшы дини белем бирерҙәй тәҡүә уҡытыусыны тик һиндә күрәм, яратҡан мөритем, – ти. – Мин дә, Абдулла ахун Даушев та ҡартайҙыҡ инде, ошо мәҙрәсәгә үҙең хужа булып, башлаған эштәребеҙҙе дауам иттерһәң ине, тип уйлағайным.
– Һеҙҙәрҙе бик ихтирам итәм, остазым, бында мин ғәрәп, фарсы телдәрен, тарихты өйрәндем, хәҙистәр китабын күсереп яҙып алдым, Көнсығыш аҡыл эйәләренең ижады менән таныштым. Белемемде артабан камиллаштырыу маҡсатында юғары белем бирә торған мәҙрәсәлә уҡырға теләйем.
– Аңлашылды, ихтыярың, юлыңа кәртә ҡуйыу гонаһ булыр. – Оло йөрәкле Яҡуп бән Әхмәт әл-Ахунди шәкертенә изге юлдар теләп, Троицкиҙың ҡайһы мәҙрәсәһенә төбәп барырға өйрәтеп, оҙатып ҡалды.
1851 йылда ун һигеҙ йәшлек Зәйнулла Мөхәммәт тигән шәкерт менән Шәрип ауылынан ике йөҙ саҡрым самаһында ятҡан бай тарихлы Троицкиға уҡырға юллана.
Яҡуп хәҙрәт оҙатҡанда:
– Троицк, йәғни, беҙҙеңсә, Өстамаҡ шәһәре — динебеҙҙең төп терәге. Башҡорт халҡы тәүгеләрҙән булып 922 йылда уҡ ислам динен ҡабул итә. Шуға Аллаһ унда үҙенең нурын төшөргән, бәрәкәтен биргән, унда муллыҡ, байлыҡ, мәҙрәсәләр күп, — тигәйне.
Әҙерәк йөрөгәс, шәкерттәр бының шулай икәненә ышанды. Мәшһүр ҡала Урта Азияға, Бохараға, Хиваға, Ташкентҡа, йәнә Ҡытайға, Һиндостанға, Ғәрәпстанға бара торған юлдарҙың сатында урынлашып, Европанан Азияға, Себерҙән Көньяҡҡа барыусы каруан юлдары уның аша үтә икән. Бында тормош ҡайнай. Каруан юлы һис буш тормай. Сауҙагәрҙәр төрлө-төрлө тауар тейәгән сыҙамлы дөйәләрен туҡтатып ял иттерә. Баҙарҙа келәмдәр, Көнсығыш тәм-томдары, кипкән емеш-еләк, ебәк тауар һатыу гөрләп бара. Бында йәнең теләгән әйберҙе һатып алырға була. Сауҙагәрҙәр күберәген төрки һәм фарсы телдәрендә аралаша. Бакиров, Яуышев, Иҙрисов, Вәлиев, Уразаев, Ғәфүров һымаҡ абруйлы байҙар ҡаланың йөҙөн билдәләй. Бында мәсеттәр, мәҙрәсәләр ҙә байтаҡ, унда уҡыу меценаттар бүлгән зәҡәт, хәйер-саҙаҡа иҫәбенә алып барыла. Һәр хәлле кеше алынған табыштарының ҡырҡтан бер өлөшөн хәйер итеп тарата, саҙаҡаны күбеһенсә мәсеттәргә бирә. Мөршите Яҡуп хәҙрәттең Бохарала уҡып, төплө ғилем алған Әхмәт бин Хәлид әл-Миңгәрәй тигән шәйех уҡытҡан мәҙрәсәгә барырға кәңәш биреүен иҫләп, Зәйнулла төбәп ошо мәҙрәсәгә килде һәм мәсет янындағы пансионға еңел генә барып урынлашты.
– Троицк ҡалаһының тәүге төп таш мәсетенә Хәлид әл-Мәңгәрәй нигеҙ һалған, – тине бында күптән уҡып йөрөгән бер шәкерт. – Ул үҙ ваҡытында Бохара шәһәрендәге данлыҡлы Күклеташ мәҙрәсәһен тамамлаған. Беҙҙең мөғәллим бик талапсан, фарыз ғәмәлдәрҙе еренә еткереп башҡарырға ҡуша.
Атаһының “Наҡшбәнд – ариф һәм уэйс” тигән һүҙҙәре, мөршите Яҡуп хәҙрәттең, бөйөк ғалимыбыҙ Баһауетдин Наҡшбәнд шәйехты Абдулхалиҡ Гудждувани рухы тәрбиәләгән, ғилем күңеленә үҙенән-үҙе бирелгән, тигәндәре Зәйнулланың гел иҫендә. Хисле шәкерттең күңелен ябай тел менән аңлатып биргеһеҙ шатлыҡлы хис солғап алды, сырайына ҡартлыҡ тәрән эҙ һалған булһа ла, йөҙө һаман нур сәсеп торған Хәлид әл-Миңгәрәй янына килеүен ул Аллаһ Тәғәләгә бер аҙымдай булһа ла яҡынайыуҙай итеп тойҙо.
Уҡыусылар өсөн бында бөтә шарттар тыуҙырылған: көнөнә өс тапҡыр бушлай ашатыу, кейендереү, өҫтәп бай китапхана улар ҡарамағында. Белемгә һыуһаған Зәйнуллаға иң оҡшағаны – китапхана: ниндәй генә китаптар юҡ унда, көнө-төнө уҡыһаң да уҡып бөтөрлөк түгел. Әммә остаздары Әхмәт бин Хәлид әл-Миңгәрәй тәүге көндән үк шәкерттәренә: “Китаптар күп тип, күҙҙәрегеҙ алаңламаһын, кәрәклеләренең исемлеген бирәм, шуларҙы ғына уҡығыҙ”, – тип иҫкәртте.
Тәүге йома намаҙында уҡ яңы килгән шәкерттәргә беренсе мәсеттең өлкән мөдәррисе, имам-хатибы, шәйех Әхмәт хажи Рахманҡуловты күреү насип була. Утыҙ йәштәр тирәһендәге көс-ҡөҙрәте ташып торған баһадир кәүҙәле, киң яурынлы, түшенә миҙал таҡҡан, елән кейгән, башына сәллә ураған имам вәғәз һөйләй башлағас, Зәйнулла күреп туймаҫтай, һәр әйткән һүҙен йотоп алырҙай булып уға төбәлде. Ҡойоп ҡуйған ғәрәп илдәре шәйехе: нур сәсеп балҡып торған сибәр йөҙ, ҡап-ҡара ҡуйы ҡаш, бер Аллаһҡа төбәлгән етди уйсан ҡара күҙҙәр, тараҡ батмаҫлыҡ көрәктәй һаҡал-мыйыҡ – былар барыһы ла шәкерткә таң ҡалдырғыс тәьҫир итте. Уның вәғәз һөйләгәндәге яңғырауыҡлы, асыҡ, көслө маҡамын ишетеп, тағы ла бер хайран ҡалды. Бирһә бирә икән Аллаһ шундай ҙа илаһи матурлыҡты бәндәһенә. Яңы килгән шәкерттәрҙең барлығын иҫкә алып, буғай, ахун-хәҙрәт был вәғәзен исламдың фарыз ғәмәлдәрен аңлатыуҙан башланы.
– Ислам динендә булыу Аллаһ ҡушҡандарға буйһоноуҙы, бар эштәреңде Аллаһҡа тапшырыуҙы аңлата, – тип уратыбыраҡ башланы ул һүҙен. – Исламдың биш фарыз шарты бар: 1) әшһәдү – Аллаһтың берлегенә һәм Мөхәммәттең Рәсүллегенә ышаныу; 2) әс-саләт – намаҙ уҡыу, ғибәҙәт; 3) әс-саум – ураҙа тотоу; 4) әз-зәҡәт – ярлылар хаҡына һалым түләү; 5) әл-хаж – хаж ҡылыу.
Зәйнулла, быларҙы күптән белгән булһа ла, тәү тапҡыр ишеткәндәй булып, бар иждиһатын һалып тыңланы. Был һүҙҙәрҙе шәйех Әхмәт хажи Рахманҡулов түгел, Мөхәммәт ғәләйһиссәләм үҙе һөйләгәндәй хис итте.
Аҙаҡ, өлкәнерәк шәкерттәрҙән һорашып, Зәйнулла шәйех Әхмәт Рахманҡуловтың йәш сағында Урта Азияла белем алғанын, артабан уҡыуын Төркиәлә дауам иткәнен, остазы шәйех Әхмәт Йәләлетдиндә өс йыл дәрес алғандан һуң шәйехлеккә имтихан биргәнен, өс тапҡыр хаж ҡылғанын белде. Был мәҙрәсәлә эшләүҙән тыш ул ҡаланың барлыҡ муллаларына, руханиҙарына баш итеп ҡуйылған икән. Шуға уны ҡалала, ололоҡлап ахун-хәҙрәт тип йөрөтәләр. Ырымбур губернаһы мәсеттәрен тамамлаған барлыҡ шәкерттәр имтиханды ахун-хәҙрәткә тапшыра, уның ҡулынан танытма ала, ти. Ырымбур губернаһының арҙаҡлы шәхесе, күренекле руханийы булараҡ, Батша хөкүмәте уны миҙал менән дә наградлаған. Күп булһа, үҙенән ун һигеҙ-егерме йәшкә өлкән күренгән Әхмәт хәҙрәттең шул саҡлы ла ҙур дәрәжәләргә өлгәшеүе, күренекле ғалим булыуы хаҡындағы даны бөтә Рәсәйгә таралыуы Зәйнулланы хайран итте. Үҙҙәрен шәйех ахун-хәҙрәт Әхмәт хажи Рахманҡулов, шәйех Әхмәтшаһ бин Хәлид әл-Миңгәрәй кеүек арҙаҡлы дин әһелдәренән ғилем алыуына шатланып, түбәһе күккә тейә яҙҙы. Яңыраҡ, ул суфый икән, тип тә ишетеп ҡалды. Шулай булһа, нисек тә ахун-хәҙрәттең эргәһенә барып һөйләшергә, яҡындан танышырға ине, тик ҡапылда ҡыйыулығы етмәне.
Беҙ ҡапсыҡта ятмай тигәндәй, Зәйнулла исемле шәкерттең тырышлығы менән башҡаларҙан айырылып тороуы, барлыҡ уҡытылған фәндәрҙе тиҙ үҙләштереүе, буш сағында бер нисә шәкерткә хәлфәлек тә итә башлауы, йыш ҡына төндәрен зекерҙә ултырыуы шәйех Әхмәтшаһ Миңгәрәй хажиҙың иғтибарынан ситтә ҡалманы. Бигерәк тә ғилми-фәлсәфәүи хеҙмәттәргә төплө яуап биреүе хайран итте уны. Был егет тора-бара Ҡотоп заман булыр ул, тип уйлап ҡуйҙы. Бер осрашҡанда унан:
– Һин тәриҡәттәме? – тип һораны.
– Эйе.
Шәйех йәш шәкерткә төбәлеп, иғтибар менән бер генә ҡараны ла, әйтерһең, уның бөтә булмышын үтәнән-үтә күрҙе. Араларында тел менән әйтелмәгән, һиҙемләү аша ғына була торған дуҫлыҡ ебе һуҙылды.
– Остазың бармы?
– Аныҡ ҡынаһы юҡ.
– Булыр, иншалла, ваҡыты етмәгән. Бының өсөн бер ни тиклем һынау үтергә тура килер.
– Ниндәй һынау?
– Әлегә сер. Һиҙемләү һәләтең бар, хикмәт аша хәҡиҡәткә юл табылыр, иншаллаһ.
Был һөйләшеүҙән һуң Зәйнулла мөршите ахун-хәҙрәт Әхмәт бин Хәлид Миңгәрәй менән йыш осрашты. Улар мәсеттә ахшам намаҙынан һуң Наҡшбәндийә тәриҡәтенең Ханафи мәзһәбенә ҡараған “Хатмүл хуаджаған” тигән зекерен бергәләп әйтте. Йома көндәре был зекерҙе ике рәт ҡабатланылар. Әхмәт ахун-хәҙрәт “Хатмүл хуаджаған” зекерен Баһауетдин Мөхәммәд әл-уэйси әл-Бухариҙан килгән силсилә хуаджағанийә тип атаны һәм уға ныҡ ихтирам менән ҡарауҙы талап итте, мөриттәренән бөтә ҡушылғандарҙы еренә еткереп үтәүҙе һораны. Зекер ошонан ғибәрәт ине:
“Аллаһу Тәғәләнең ризалығы өсөн Хәтем ҡылыуға ниәт итәбеҙ:
Кәлимәтүш шәһәәдәт: Әшһәдү әлләә иләәһә илләллааһү үә әшһәдү әннә Мүхәммәдән ғәбдүһү үә рәсүүлүһ (3 тап­ҡыр).
Истиғфар: Әстәғфируллааһ (25 тап­ҡыр). Үтенес: Аллаһтан ғәфү үтенәм. Аҙағынан: Әстәғфируллааһәл ғаҙыйиимәл ләҙии ләә иләәһә һүүәл хәйүл ҡаййүм үә әтүүбү иләйһи иннәһү һүүәт тәүүәәбир-рахиим (Аллаһу Тәғәләнән башҡа илаһ юҡ, Ул Мәңге тере, Үлемһеҙ һәм мин Уның алдында тәүбә итәм).
Әл-Фатиха (ете тапҡыр).
Саләүәәт (ун тапҡыр).
Аллааһүммә салли ғәләә Мүхәммәдиү үә ғәләә әәли Мүхәммәдиү үәс-сәллим.
(Әй, Аллаһ! Мөхәммәткә һәм уның ғаиләһенә разалыҡ бир һәм тыныслыҡ бүләк ит).
Зекер “Джалалааһ”.
Аллааһ (100 тапҡыр).
Һүү (33 тапҡыр).
Хәҡҡ (33 тапҡыр).
Хәйй (33 тапҡыр).
Аллааһ Һүү Аллааһ Хәҡҡ (10-12 тапҡыр).
Аллааһ Һүү Аллааһ Хәйй (10-12 тапҡыр).
Аллааһ Хәйй йәә Ҡаййүм (10-12 тапҡыр).

Дауамы. Башы 151-153-сө һандарҙа.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 698

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 772

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 827

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 873