Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Алға”лар алға бара
“Алға”лар алға бара Көйһөҙ тәбиғәт кенә көтмәгәндә ял бирмәһә, механизатор иртә яҙҙан ҡара көҙгәсә эштән бушамай. Мал аҙығы әҙерләү бөтөр-бөтмәҫтән иген урағы ишек ҡаҡты, унан инде ужым баҫыуы үҙенә тартты.

Оло юл буйында ятҡан пар ерендә саң-туҙан күтәреп эш башлаған сәсеү агрегатына ҡарап үттем. Түҙмәнем, ярайһы уҡ майҙанды айҡап өлгөргән механизаторҙар янына һуғылдым. “Алға” хужалығы етәксеһе Рифҡәт Хәтмуллин үҙе лә егеттәр янында булып сыҡты.
— Бына, йома көнгә тура килтереп, ужым арышын сәсә башланыҡ, — тип ҡаршыланы ул. — “Сулпан” сортлы, орлоҡ тулыһынса үҙебеҙҙеке. Эште ваҡытында башлаһаң, уңышы ла мул ғына була. Артҡанын район хужалыҡтарына ла һатабыҙ.
— Кәйефтәре нисек һуң егеттәрҙең?
— Улар эш тип атлығып тора инде. Барыһы ла тырыша, тәжрибәләре етерлек.
Яков Биктубаевтың өс сәскесле агрегаты орлоҡ өҫтәргә туҡтаны. Сәсеүселәр үҙ эштәре менән булған арала Рифҡәт Ҡәүи улы механизаторҙар менән һөйләшеп алды, иртәгәгә яңы бурыстар билдәләне. Баҫыуҙағыларҙың һорау-теләктәре менән ҡыҙыҡһынды.
Етәксе үҙ хәстәрҙәре менән китеп, сәсеү агрегаты эшен дауам иткәс, орлоҡ ташыған Ғәзизйән Мирзаһитов һәм ерҙе дискылы культиватор менән эшкәрткән Мулланур Хажимөхәмәтов менән әңгәмәләшәм. Улар икеһе лә ҡәнәғәт ҡиәфәттә:
— Беҙҙең өсөн кәрәкле бар шарттар ҙа булдырылған, — тине. — Ике тапҡыр йылы аш әҙерләп, яланға алып киләләр. Орлоҡ етерлек, яғыулыҡ бар. Һауа шарттары яҡшы булһа, эште оҙаҡҡа һуҙмабыҙ.
Уларҙың был һүҙҙәрендә ныҡлы ышаныс яңғыраны. Башҡаса булыуы ла мөмкин түгелдер. Бына, мәҫәлән, элегерәк хужалыҡта механизатор булып эшләп киткән, Ағиҙел ҡалаһының бер ойошмаһынан хаҡлы ялға сыҡҡан Мулланур ағай Хажимөхәмәтов һуңғы өс йылда яҙҙан көҙгәсә баҫыуҙа икән.
— Һаулыҡ бар, бындай ҡыҙыу эш ваҡытында нисек инде буш ятаһың?! — тип ветеран тракторына табан ыңғайланы. Тиҙҙән уның “ҡорос аты” киң баҫыуҙы үҙ йырына күмде.
Орлоҡ ташыған Ғәзизйән Мирзаһитов өс тиҫтә йыл хужалыҡта эшләй. Яҙҙан алып көҙгә тиклем орлоҡ һәм яңы иген уңышын, ҡышын башҡа төрлө йөк ташый.
Шундай үҙ эшен яратҡандар булғанға күрә, “Алға” хужалығы ныҡлы аҙымдар менән алға атлай ҙа инде.


Автор: Ансар НУРЕТДИНОВ. Район: Краснокама районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә