Көйһөҙ тәбиғәт кенә көтмәгәндә ял бирмәһә, механизатор иртә яҙҙан ҡара көҙгәсә эштән бушамай. Мал аҙығы әҙерләү бөтөр-бөтмәҫтән иген урағы ишек ҡаҡты, унан инде ужым баҫыуы үҙенә тартты. Оло юл буйында ятҡан пар ерендә саң-туҙан күтәреп эш башлаған сәсеү агрегатына ҡарап үттем. Түҙмәнем, ярайһы уҡ майҙанды айҡап өлгөргән механизаторҙар янына һуғылдым. “Алға” хужалығы етәксеһе Рифҡәт Хәтмуллин үҙе лә егеттәр янында булып сыҡты.
— Бына, йома көнгә тура килтереп, ужым арышын сәсә башланыҡ, — тип ҡаршыланы ул. — “Сулпан” сортлы, орлоҡ тулыһынса үҙебеҙҙеке. Эште ваҡытында башлаһаң, уңышы ла мул ғына була. Артҡанын район хужалыҡтарына ла һатабыҙ.
— Кәйефтәре нисек һуң егеттәрҙең?
— Улар эш тип атлығып тора инде. Барыһы ла тырыша, тәжрибәләре етерлек.
Яков Биктубаевтың өс сәскесле агрегаты орлоҡ өҫтәргә туҡтаны. Сәсеүселәр үҙ эштәре менән булған арала Рифҡәт Ҡәүи улы механизаторҙар менән һөйләшеп алды, иртәгәгә яңы бурыстар билдәләне. Баҫыуҙағыларҙың һорау-теләктәре менән ҡыҙыҡһынды.
Етәксе үҙ хәстәрҙәре менән китеп, сәсеү агрегаты эшен дауам иткәс, орлоҡ ташыған Ғәзизйән Мирзаһитов һәм ерҙе дискылы культиватор менән эшкәрткән Мулланур Хажимөхәмәтов менән әңгәмәләшәм. Улар икеһе лә ҡәнәғәт ҡиәфәттә:
— Беҙҙең өсөн кәрәкле бар шарттар ҙа булдырылған, — тине. — Ике тапҡыр йылы аш әҙерләп, яланға алып киләләр. Орлоҡ етерлек, яғыулыҡ бар. Һауа шарттары яҡшы булһа, эште оҙаҡҡа һуҙмабыҙ.
Уларҙың был һүҙҙәрендә ныҡлы ышаныс яңғыраны. Башҡаса булыуы ла мөмкин түгелдер. Бына, мәҫәлән, элегерәк хужалыҡта механизатор булып эшләп киткән, Ағиҙел ҡалаһының бер ойошмаһынан хаҡлы ялға сыҡҡан Мулланур ағай Хажимөхәмәтов һуңғы өс йылда яҙҙан көҙгәсә баҫыуҙа икән.
— Һаулыҡ бар, бындай ҡыҙыу эш ваҡытында нисек инде буш ятаһың?! — тип ветеран тракторына табан ыңғайланы. Тиҙҙән уның “ҡорос аты” киң баҫыуҙы үҙ йырына күмде.
Орлоҡ ташыған Ғәзизйән Мирзаһитов өс тиҫтә йыл хужалыҡта эшләй. Яҙҙан алып көҙгә тиклем орлоҡ һәм яңы иген уңышын, ҡышын башҡа төрлө йөк ташый.
Шундай үҙ эшен яратҡандар булғанға күрә, “Алға” хужалығы ныҡлы аҙымдар менән алға атлай ҙа инде.