Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Башаҡтар шауын тойоп...
Башаҡтар шауын тойоп... Бишҡурайҙан көньяҡтараҡ Лена исемле бик матур бер ауыл бар. Оло юлдан йыраҡ, урманлы тәбиғәт ҡосағында йырсы ҡоштар моңона күмелеп йәшәй ул. Ана шул бәләкәй ауылда хисле, моң яратҡан егеттәр-ҡыҙҙар үҫте.


Наил ағай менән Фәғилә апайҙың баш балаһы Фаил да, тиҫтерҙәре кеүек, йәшләй хеҙмәткә егелде. Бесән осоронда ат менән күбә тарттырҙы, урып йыйыу етһә, ырҙын табағында эшләү, ашлыҡ ташыусы машиналарҙа йөксө булып йөрөү... Көҙөн картуф, сөгөлдөр уңышын йыйыуҙа ла ситтә ҡалмай. Юғары класс уҡыусылары техникаға тартылды. Фаил да комбайнсы ярҙам­сыһы булып эшләне. Икмәк тәмен, йәйҙең йәмен бик йәшләй төшөндө егет.
1972 – 1977 йылдарҙа Ауыл хужа­лығы институтында агроном һөнәренә эйә була. Студент халҡына тынғыһыҙ­лыҡ хас: уҡыу, спорт, комсомол эше... Етмәһә, халыҡ-ара хәлдәр буйынса лектор – был ауыр йөктө комсомол өлкә комитеты ышанып тапшыра үҙенә. Республиканың бөтөн райондарын йөрөп сыға Фаил Наил улы. Халыҡ алдында сығыш яһай, әңгәмәләшә. Бына шул осорҙа ныҡлап таныша ла инде ауыл тормошо, уның проблемалары менән буласаҡ белгес.
1977 йыл­да Иглин районына эшкә юллана. “Охлебинин” совхозында бер йыл эшлә­гәндән һуң, эрудициялы, һәр нә­мә­не белергә ынтылыусы агрономды Чапаев исемендәге колхозға рәйес урын­баҫары итеп тәғәйенләйҙәр. Үҙал­лы аҙымдары шулай башлана. Йәш белгесте тиҙҙән район комсомол комитетына — икенсе секретарь, өс айҙан беренсе секретарь итеп үрләтәләр. Комсомол лидеры Фа­ил Ғәскәров эшләгән дәүерҙе иглиндәр бөгөн дә хәтерләй. ВЛКСМ Үҙәк коми­тетының Почет грамотаһына лайыҡ булған егеткә яңы офоҡтар асыла, күтәрелеш башлана...
Шулай ҙа бөтөн булмышы, тормошо менән Илешенә тартылып йәшәгән егеттең хыялы, ниһайәт, бойомға аша: тыуған төйәгенә ҡайта, атаҡлы игенсе­ләр Т. Рахманов, Г. Сираев мәктәбен үтеү Фаил Наил улын ғалим-агроном бейеклегенә тиклем күтәрҙе. Ике тап­ҡыр колхоз рәйесе (“Башҡортостан” һәм С. Юлаев исемендәге колхоздар), әй­ҙәүсе агроном, ауыл хужалығы про­дук­цияһының сифаты буйынса баш инс­пектор, әҙерләүҙәр инспекцияһы начальнигы булып эшләү дәүерендә ра­йон етәкселеге ышанысын ул намыҫлы хеҙмәте менән аҡланы. 1995 йылда ауыл хужалығы идаралығы начальнигы, район хакимиәте башлығы урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. Был осорҙа Мәскәү, сит өлкәләр менән эш итә етәксе. Һәр нәмәгә үҙ фекере, үҙ ҡарашы. Кәрәкле һүҙҙе ҡасан, ҡайҙа, нисек әйтә белеү — был Фаил Наил улының етәкселек һәләте.
Ә оҫталыҡ үҙенән-үҙе генә килмәй. Күпме кәртәләр аша үтергә, тырышлыҡ, сыҙамлыҡ һалырға, эске һыҙланыуҙар кисерергә насип була. “Һәләт тә кәрәк кешегә, әммә уны фәҡәт тырышлыҡ ярҙамында ғына үҫтерәһең. Ҡайһы берәүҙәр, тәүге уңыштарға өлгәшеү менән үк, тынысланып, бер урында тороп ҡала. Киреһенсә, һәр ваҡыт үҙеңдән ҡәнәғәт булмау, күңелеңә нимәлер етмәгәнен тойоу үҫергә этәргес көс бирә. Икмәк үҫтереүгә ғүмереңде бағышлау — бәхет түгелме ни!” — ти Фаил Наил улы, эш тәжрибәһе менән уртаҡлашып.
Республика етәкселеге тарафынан илештәргә һәр ваҡыт юғары баһа бирелә. Бында Ф. Ғәскәровтың да хеҙмәт өлөшө ҙур. “Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем, Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығының Почет грамотаһы һәм башҡалар — ана шул тынғыһыҙ, яуаплы, уңышлы хеҙмәтенә лайыҡлы хөрмәт. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты ғилми дәрәжәһенә өлгәшеп, булмышы, холҡоноң асылы балҡып китә. Йәнендә башаҡтар шауын тойоу — был йәшә­йештең үҙе, тимәк, тәбиғәт менән берлектә мәңгелек хәрәкәттә ул!
Яратҡан эше, үҙен аңларҙай ғаиләһе менән бәхетле уҙаман — ҡатыны Резидә, ҡыҙҙары Миләүшә, Светлана, Элина, кейәүҙәре, ейәндәре бар. Бер һүҙ менән әйткәндә, Фаил Наил улының таяныу нөктәһе ныҡлы — ул тыуған тупраҡ...

Рафаил ХАФИЗОВ,
яҙыусы.



Район: Илеш районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы

Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы 15.09.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә республика етәксеһе Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһының ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө 14.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө...

Тотош уҡырға 0

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә