Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Сит илдә фәһем ал, үҙ ереңдә көсөң һал
Сит илдә фәһем ал, үҙ ереңдә көсөң һал Республикабыҙҙа ураҡ ҡыҙғандан-ҡыҙа. Был йәһәттән айырыуса Тәтешле районы тырышлыҡ күрһәтә. “Агро-Танып”, Ленин һәм Крупская исемендәге хужалыҡтар ҡышҡылыҡҡа мал аҙығы хәстәрләүҙе (бөгөнгә бөтәһе 10 мең тонна бесән әҙерләнгән, 55 мең тонна сенаж, 100 мең тонна силос һалынған) тамамлау менән шунда уҡ ураҡҡа төшкән.


Райондың баш агрономы Иҙрис Ғиләжев оҙа­ты­уында Иҫке Ҡәлмиәр ауылына – “500 ферма” програм­ма­һы­на ингән “Агро-Танып” ауыл хужалығы етештереү кооперативына юлландыҡ. Хужалыҡ рәйесе Сергей Ханов, ваҡы­ты тығыҙ булыуы сәбәпле, беҙҙе үҙе­нең уң ҡулы һәм таянысы – агроном Динис Мәрҙәмшин ҡарамағына ҡал­дырҙы ла район үҙәге Үрге Тәтешлегә ауыл хужалығы кәңәшмәһенә ашыҡты.
Сит илдә фәһем ал, үҙ ереңдә көсөң һал– Егет агросәнәғәт комплексын биш бармағылай белә, барыһын да тәф­сир­ләп һөйләр, – тине. – Әйткәндәй, Германияла тәжрибә туплап ҡайтты.
Балан уйһыулығындағы баҫыуға яңы ғына төшкән уңғандар. Иген әкрен генә иҫкән елгә лә сайҡалып-сайҡалып ҡуя, ә инде башаҡты усҡа алып ҡарағанда, уның тулы булыуын күреү бигерәк тә һөйөнөслө. Динис Милиғәле улының һүҙҙәренә ҡарағанда, улар йыл да “Ҡунаҡбаев” сортына өҫтөнлөк бирә. Башҡортос­тандың төньяҡ өлө­шөндә ярайһы мул уңыш алып була унан. Дөйөм алғанда, 1 мең гектар ерҙе биләй иген культуралары.
– Беҙ игенде фураж һәм орлоҡ өсөн үҫтерәбеҙ, – ти әңгәмәсем. – Яғыулыҡ­ты алдан уҡ хәстәрләп ҡуйғас, был тәңгәлдә бер ниндәй ҙә ҡытыршылыҡ юҡ. Техника ла төҙөк, урып йыйыу эшен йыл да үҙебеҙҙең көс менән башҡарабыҙ. Ҡайһы саҡта күршеләрҙе лә ярҙамдан өҙмәйбеҙ.
– Һеҙҙә барлыҡ эш тә һәйбәт ойош­торолған. Шулай ҙа күңелде өйкәгән күренештәр ҙә барҙыр бит? – тип һорайым Динис Мәрҙәмшиндан.
– Йәшермәйем, бына йәштәрҙең хужалыҡҡа килергә ашҡынып тормауы борсолдора, – тип дауам итте ул һүҙен. – Әле 70-ләп кеше эшләй. Тағы бер нисә йылдан кемдәрҙер хаҡлы ялға сыҡһа... Нисек тә егет һәм ҡыҙҙарҙы тыуған ауылында ҡалдырыу бурысын алдыбыҙға ҡуйғанбыҙ, ситтән дә йәлеп итергә ине. Мәҫәлән, ауылға килен булып төшкәндәргә ниңә эшкә килмәҫкә?!
Баҫыу батырҙары янына барып, хәл-әхүәл беле­шәбеҙ. Комбайнсылар Алексей Шайсолтанов, Генрих Шәйхетдинов менән шофер Рауил Рафиҡовтың кәйефе шәп.
Агрономдан хужалыҡ етәксеһе Сергей Тимерйән улы әйткән Германия хаҡында һорашам. Динис Милиғәле улы әйтеүенсә, сит илдә, берен­се­нән, техниканы йыш яңырталар, икен­сенән, үҫемлекселектә технология бик алға киткән, улар шуның менән алдыра.
– Штутгарт ҡалаһы янындағы ра­йонда стажиров­ка үттем, – ти ул. – Зетцингер ауылы фермеры Ханс Фройншх менән иген үҫтерҙек. Уларҙа механи­за­торҙар ап-аҡ күлдәк кейеп, галстук тағып, бойҙай сәсә йәки комбайнсылар ашлыҡ һуға. Мин трак­тор­ҙан төшмә­нем. Ҡыҫҡаһы, Европанан бай тәьҫо­раттар менән ҡайттым. Беҙҙә лә шул кимәлгә ынтылырға була, теләк кенә кәрәк.
Динис Мәрҙәмшиндың ыҫпай кейеме тәүҙән үк күҙгә ташланғайны. Уның шулай уҡ эш тип янып-көйөп йөрөүенә лә иғтибар иттек. Була бит баҫҡан ерендә ут сәсрәтеүселәр!




Автор: Илдар АҠЪЮЛОВ. Район: Тәтешле районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә