Республикабыҙҙа ураҡ ҡыҙғандан-ҡыҙа. Был йәһәттән айырыуса Тәтешле районы тырышлыҡ күрһәтә. “Агро-Танып”, Ленин һәм Крупская исемендәге хужалыҡтар ҡышҡылыҡҡа мал аҙығы хәстәрләүҙе (бөгөнгә бөтәһе 10 мең тонна бесән әҙерләнгән, 55 мең тонна сенаж, 100 мең тонна силос һалынған) тамамлау менән шунда уҡ ураҡҡа төшкән. Райондың баш агрономы Иҙрис Ғиләжев оҙатыуында Иҫке Ҡәлмиәр ауылына – “500 ферма” программаһына ингән “Агро-Танып” ауыл хужалығы етештереү кооперативына юлландыҡ. Хужалыҡ рәйесе Сергей Ханов, ваҡыты тығыҙ булыуы сәбәпле, беҙҙе үҙенең уң ҡулы һәм таянысы – агроном Динис Мәрҙәмшин ҡарамағына ҡалдырҙы ла район үҙәге Үрге Тәтешлегә ауыл хужалығы кәңәшмәһенә ашыҡты.
– Егет агросәнәғәт комплексын биш бармағылай белә, барыһын да тәфсирләп һөйләр, – тине. – Әйткәндәй, Германияла тәжрибә туплап ҡайтты.
Балан уйһыулығындағы баҫыуға яңы ғына төшкән уңғандар. Иген әкрен генә иҫкән елгә лә сайҡалып-сайҡалып ҡуя, ә инде башаҡты усҡа алып ҡарағанда, уның тулы булыуын күреү бигерәк тә һөйөнөслө. Динис Милиғәле улының һүҙҙәренә ҡарағанда, улар йыл да “Ҡунаҡбаев” сортына өҫтөнлөк бирә. Башҡортостандың төньяҡ өлөшөндә ярайһы мул уңыш алып була унан. Дөйөм алғанда, 1 мең гектар ерҙе биләй иген культуралары.
– Беҙ игенде фураж һәм орлоҡ өсөн үҫтерәбеҙ, – ти әңгәмәсем. – Яғыулыҡты алдан уҡ хәстәрләп ҡуйғас, был тәңгәлдә бер ниндәй ҙә ҡытыршылыҡ юҡ. Техника ла төҙөк, урып йыйыу эшен йыл да үҙебеҙҙең көс менән башҡарабыҙ. Ҡайһы саҡта күршеләрҙе лә ярҙамдан өҙмәйбеҙ.
– Һеҙҙә барлыҡ эш тә һәйбәт ойошторолған. Шулай ҙа күңелде өйкәгән күренештәр ҙә барҙыр бит? – тип һорайым Динис Мәрҙәмшиндан.
– Йәшермәйем, бына йәштәрҙең хужалыҡҡа килергә ашҡынып тормауы борсолдора, – тип дауам итте ул һүҙен. – Әле 70-ләп кеше эшләй. Тағы бер нисә йылдан кемдәрҙер хаҡлы ялға сыҡһа... Нисек тә егет һәм ҡыҙҙарҙы тыуған ауылында ҡалдырыу бурысын алдыбыҙға ҡуйғанбыҙ, ситтән дә йәлеп итергә ине. Мәҫәлән, ауылға килен булып төшкәндәргә ниңә эшкә килмәҫкә?!
Баҫыу батырҙары янына барып, хәл-әхүәл белешәбеҙ. Комбайнсылар Алексей Шайсолтанов, Генрих Шәйхетдинов менән шофер Рауил Рафиҡовтың кәйефе шәп.
Агрономдан хужалыҡ етәксеһе Сергей Тимерйән улы әйткән Германия хаҡында һорашам. Динис Милиғәле улы әйтеүенсә, сит илдә, беренсенән, техниканы йыш яңырталар, икенсенән, үҫемлекселектә технология бик алға киткән, улар шуның менән алдыра.
– Штутгарт ҡалаһы янындағы районда стажировка үттем, – ти ул. – Зетцингер ауылы фермеры Ханс Фройншх менән иген үҫтерҙек. Уларҙа механизаторҙар ап-аҡ күлдәк кейеп, галстук тағып, бойҙай сәсә йәки комбайнсылар ашлыҡ һуға. Мин тракторҙан төшмәнем. Ҡыҫҡаһы, Европанан бай тәьҫораттар менән ҡайттым. Беҙҙә лә шул кимәлгә ынтылырға була, теләк кенә кәрәк.
Динис Мәрҙәмшиндың ыҫпай кейеме тәүҙән үк күҙгә ташланғайны. Уның шулай уҡ эш тип янып-көйөп йөрөүенә лә иғтибар иттек. Була бит баҫҡан ерендә ут сәсрәтеүселәр!