Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Туҡ буйының башҡорто данлап йәшәй баш йортон!
Туҡ буйының башҡорто данлап йәшәй баш йортон! Һуңғы өс айҙа Ырымбур өлкәһенә өсөнсөгә сәфәргә юлланам. Тәүгеһендә Шәйех Мәхмәт Әдилдең әсәһенең тыуған ауылы Баҡайға сәйәхәт ҡылырға насип булғайны. Был ерҙәргә мәғәнәүи ҡеүәт килер, тигәйнеләр, Аллаһ тәғәлә бойорһа, киләсәктә төбәк башҡорттарының дарманы, даны тағы ла артыр. Икенсе сәфәр хаҡында ла гәзит уҡыусыларыбыҙ яҡшы таныш: күренекле башҡорт яҙыусыһы Сәғит Агиштың тыуған ауылында уның юбилейына арналған байрамдар үтте, мәктәптә яҙыусы иҫтәлегенә таҡтаташ асылды. Һәм бына тағы ла бер рухиәт байрамы – Ырымбур өлкәһе башҡорттары мәҙәниәте көндәре.
Һеҙҙең ер,
тип таный башҡа халыҡтар


Башҡортостандан ҙур делегация юлланды Ырымбурға. Юҡҡа ғына төркөмөбөҙ етәксеһе, тарихсы Нурислам Ҡалмантаев Стәрлетамаҡ ере аша үткәндә башҡорт ырыуҙарын ентекләп өйрәнгән фән докторы Рим Янғужинды хәтерләп китмәгән, күрәһең. Ырымбурҙа ла башҡорт ырыу­ҙары вәкилдәре көн итә – ҡыпсаҡ, табын, мең, үҫәргән... Бөгөн был төбәктең Новосергеевка, Красногвардейск, Гай, Переволоцк, Төйләгән, Ҡыуандыҡ, Һарыҡташ, Александровка райондарында, Ырымбур, Орск, Новотроицк, Медногорск ҡалала­рында милләттәштәребеҙ йәшәй. “Урал батыр” эпосында телгә алын­ған Яйыҡ йылғаһы буйында ҡасандыр көн иткән ата-бабаларыбыҙҙың вариҫтары – бөгөнгө замандаштарыбыҙ. Башҡортостандың Әҙәби картаһына ғына күҙ һалһаң да, был данлыҡлы ерҙең башҡорт һүҙ сәнғәтенә күп яҙыусылар биргәненә тағы бер тапҡыр инанаһың.
Туҡ буйының башҡорто данлап йәшәй баш йортон!Ә инде Ырымбур өлкәһе башҡорттары мәҙәниәте көндәре юҡҡа ғына Ҡәйепҡол ауылы биләмәһендә ойошторолманы: бында билдәле режиссер, Башҡорт кино сәнғә­тенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе, “Башҡортостан” киностудияһы директоры, актер Әмир Абдразаҡов тыуған. Унан тыш, тап Александровка районының Кән­сер ауылында Баш­ҡорт­остандың атҡаҙанған рәссамы Рәхим Ишбулатов, Ҡотоста ирекле көрәш буйынса чемпиондар Илсур менән Рәмис Теләкәевтәр тыуған.
Ырымбур өлкәһе баш­ҡорт­тары мәҙәниәте көндәре “Инештәр” фольклор, “Йәй­ғор”, “Шатлыҡ”, “Райхан” хоре­ография кол­лек­тивтарының һәм “Һин һәм мин” халыҡ вокаль төр­көмөнөң берҙәм сығышынан башланып китте. Ә инде Александровка райо­нының гимны яңғырау менән, ҙур байрамға йыйылған халыҡ, майҙандың ҡайһы ерендә булыуына ҡарамаҫтан, аяғүрә баҫып, тыуған төйәгенә хөрмә­тен күрһәтте.
Тәүгеләрҙән булып һүҙ Ырымбур өлкәһе Хөкүмәте рәйесенең эске эштәр буйынса урынбаҫары Вера Бәшироваға бирелде. Ул башҡорт халҡын байрамдары менән тәбрик итте һәм: “Мәҙәниәт көндәре һеҙҙең ерҙә, беҙҙең ерҙә байрам ителеүе юҡҡа түгел. Тәүгеләрҙән булып был төбәкте башҡорттар төйәк иткән. Бөгөн 140-тан ашыу милләт бер-береһенә терәк булып, хеҙмәте һәм рухи ҡеүәте менән дан ҡаҙанып йәшәй!”– тине. “Һеҙҙең ерҙә” тигән һүҙбәйләнешкә иғтибар итмәй буламы һуң! Әллә Ырымбур ере үҙе шундай, әллә Күктәр ҡөҙрәте менән, бында кешеләр йөрәк һүҙҙәрен асыҡтан-асыҡ әйтергә тартынмай аралаша. Сара барышында был һөйләмдең буш түгел­легенә инаныр мәлдәр тағы ла булды әле, улары тураһында – һуңғараҡ. Вера Ирек ҡыҙы үҙ сиратында башҡорт халҡының мәҙәниәтен һаҡлауға ҙур өлөш индергәндәре өсөн Иҫәнгилде ауылы клубы мөдире Рәйсә Сарбаеваға, шәхси ойошма механизаторы Урал Яҡшы­ғоловҡа, “Аҡлан” ябыҡ акционерҙар йәмғиәте механигы Фәрит Сәйетовҡа губернаторҙың Рәхмәт хаттарын тап­шырҙы.
Александровка районы хакимиәте башлығы Александр Писарев был юлы ла ихласлығы менән ҡунаҡтарҙы ғына түгел, яҡташтарын да һоҡландырҙы. Уның башҡортса сәләмләүе, башҡорт халҡының тарихы хаҡында хәбәрҙар булыуын башҡа етәкселәргә өлгө итеп ҡуйырлыҡ. Был район юҡҡа ғына Александровка районы тип аталмай, күрәһең, тигән һығымтаға киләһең, йылмайып. Александр Петрович төбәктәге башҡорттарҙың рухиәтен һаҡлауға ҙур өлөш индергәндәре өсөн Ҡәйепҡол фельдшер-акушерлыҡ пункты мөдире Наилә Абдразаҡоваға, Иҫәнгилде мәктәбе директоры Рузилә Сарбаеваға, Ҡотос ауылы китапханаһының баш китапханасыһы Әнисә Ғәбйәлиловаға – район хакимиәте башлығының, шәхси эшҡыуар Илһам Ҡасҡыновҡа Ырымбур өлкәһе Иҡтисади үҫеш, сәнәғәт сәйәсәте һәм сауҙа министрлығының Рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Афарин үҙ төйәгендә арымай-талмай көс түккән милләттәштәребеҙгә! Уларҙы тәбрикләп сәхнәгә “Таң йондоҙо” фольклор ансамбле һәм уның етәксеһе, моңло тауышлы йырсы Луиза Райманова “Башҡортмон тип күкрәгемде ҡағам” йырын башҡарҙы. Был әҫәр Ырымбурҙа бөтөнләй башҡаса яңғырай. Ысын мәғәнәһендә милләтенең вәкиле булыуына ҡыуанып йәшәгән замандаштарыбыҙҙы күреп, күҙҙәргә йәш эркелә. “Йәшлек” фольклор ансамбленең, “Ҡотос егеттәре” вокаль төркөмө сығыштарынан шулай уҡ урындағы халыҡтың дәрте, дарманы сағылып торҙо.
Туҡ буйының башҡорто данлап йәшәй баш йортон!Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты идараһы ағзаһы, Башҡортостандағы Ырымбур башҡорттары яҡташтар ойошмаһы рәйесе, тарихсы-ғалим Нурислам Ҡалмантаев менән Мәғариф министрлығының милли мәғариф, төбәк-ара хеҙмәттәшлек һәм әсбаптар нәшер итеү бүлеге начальнигы Гөлсәсәк Мөхәмәтйәнова төбәк халҡына баш йорттан ҡайнар сәләмен еткерҙе. “Бөгөн һәр бала үҙ туған телен уҡырға хоҡуҡлы. Бөтә закондар ҙа һеҙҙең яҡта, иң мөһиме, үҙегеҙ телебеҙгә, илебеҙгә тоғро булығыҙ!”– тине Гөлсәсәк Ғиниәт ҡыҙы һәм Мәғариф министрлығының Маҡтау ҡағыҙҙарын башҡорт телен һаҡлауға, балаларҙы милли рухта тәрбиәләүгә ҙур өлөш индергән уҡытыусыларға – Иҫәнгилде мәктәбе директоры Рузилә Сарбаева, Ҡотос мәктәбе директоры Әмин Агишев, Иҫәнгилде мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Альмира Юлдашева, Ҡотос мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зөлфиә Яҡшығоловаға тапшырҙы. Нурислам Мирхәйҙәр улы, төбәктә генә түгел, хәҙер тотош Рәсәйҙә башҡорт телен өйрәнеүгә ҙур иғтибар бүленер тигән ышаныс белдерҙе, ШОС һәм БРИКС илдәре саммитында был хаҡта РФ Президенты Владимир Путин әйтеп китеүен дә иҫкә алды. Ул Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты исеменән Рәхмәт хаттары менән Азамат Абдразаҡовты, Миңнулла Ғәбитовты, Әүрикә Ишҡыуатованы, Урал Сәйетовты, Айрат Татлыбаевты, Марат Сарбаевты тәбрикләне.
Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы вәкиле Ирек Иманғәлин, милләттәштәрен сәләмләп, тап туған моңдар, милли мәҙәниәт аша йәш быуында халҡыңа ҡарата һөйөү тәрбиәләнеүен билдәләп үтте. Ул, мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡованың ҡотлау сәләмен уҡып ишеттергәс, төбәктәге мәҙәниәт үҫешенә йөрәк йылыһын һалғандарға Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырҙы. Боронғо йырҙарҙы оҫта башҡарыусылар Иҫәнгилде ауылынан Наил Агишев, Филарет Агишев, ошо уҡ ауылда балаларҙы ҡурайҙа уйнарға өйрәткән Рәйлә Булташева, Ҡотломбәт ауылы мәҙәниәт йорто директоры Сафия Ғәбйәлилова, сәхнәгә күтәрелеп, лайыҡлы бүләктәрен алды. Рәйлә Тәлғәт ҡыҙы тураһында айырым әйтеп үтке килә. Үткәнендә Иҫәнгилдегә С. Агиштың юбилей кисәләренә барғанда ла ул беҙҙе үҙенең оҫталығы менән хайран иткәйне. Күҙ алдығыҙға килтерәһегеҙме: ҡунаҡтар килеп төшөүгә бер ҡатын ҡурай уйнап ҡаршылап тора! Етмәһә, аҙаҡ ауыл клубы сәхнәһенән ҡурайсылар ансамбле тирә-яҡҡа моң таратты. Башҡорт ҡатынының рухи ҡаһарманлығы бит был күренеш! Моңло йырсылар Наил һәм Филарет ағайҙарҙың башҡарыуында урындағы көйҙәрҙе лә ҙур кинәнес менән тыңларға насип булды беҙгә. Маҡтау ҡағыҙҙары шулай уҡ Резеда Күсерова менән Луиза Раймановаға ла тапшырылды.
Туҡ буйының башҡорто данлап йәшәй баш йортон!“Каруанһарай” Ырымбур башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Марат Сарбаев балалар йортонан сабыйҙар алып башҡорт рухында тәрбиәләгән Сарбаевтар ғаиләһенә рәхмәт белдерҙе. Рәйсә һәм Ғәли Сарбаевтарҙың күмәк ҡыҙлы матур ғаиләһе тураһында яҙып киткәйнек инде. “Ғәли байҙың ҡыҙҙары” бейеүен башҡарып, тамашасыларҙы хайран итеүселәр – улар! Аллаһ бойорһа, киләһе йыл “Байыҡ” балалар бейеү фестивалендә күрергә яҙһын үҙҙәрен!
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ҡарамағындағы Йәштәр советы ағзалары Ринат Әлибаев, Илгиз Сабиров тотош Ырымбурҙағы милләттәштәренә яҡты теләктәрен еткерҙе. Киләсәктә бөтөн донъялағы башҡорттар тураһында мәғлүмәт туплап, улар менән ғәм халыҡты таныштырырға йыйынған был егеттәр яңы идеялар менән яна, уларҙы Ырымбур халҡына ла еткерҙе. Илгиз ҡурайҙа “Ҡаһым түрә”не уйнаһа, Ринат халҡыбыҙ тарихы хаҡында һөйләне. Афарин, тип һоҡландым республикабыҙ исеменән күршеләрҙә сығыш яһаған йәштәребеҙгә. Башҡортостанда ғына түгел, рәсми рәүештә булһа ла унан ҡырға бер аҙым яһау менән һәр ҡылығың милләт вәкиленеке тип ҡабул ителеүен оноторға ярамай. Башҡортостан йәштәре юғары рухлы һәм белемле, тип һоҡланыуын йәшермәне вице-губернатор Вера Ирек ҡыҙы ла.
Ырымбур өлкәһенең ЗАГС комитеты рәйесе Татьяна Ганина төбәктә тәүгеләрҙән булып милли туйҙар уҙғарыла башлауы тураһында хәбәр итте. Моғайын, сираттағыһы башҡорт туйы булыр. Шуның менән мәшһүр яҡташтары Мөхәмәтша Буранғоловты ла иҫкә алырҙар төбәктәге милләттәштәр. Ырымбур өлкәһенең Балалар хоҡуҡтары буйынса вәкиле Ольга Ковальская ла, байрамда ҡатнашыусыларҙы тәбрикләп, милли байрамға уңыштар теләне.
Фәниә Дауытова апай менән ырымбурҙарҙы таныштырып тороу ҙа кәрәкмәйҙер – ул Ҡотос ауылы ҡыҙы. Шуға ла ҡунаҡ булараҡ килгән яҡташтарының сығышын бында бик йылы ҡабул иттеләр. Туғандар осрашыуы, милли байрамдар, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы хаҡындағы йырҙар һәр кемдең күңеленә хуш килде. Башҡортостандың Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғилми хеҙмәткәре Юлиә Әпсәләмова ла – ошо яҡ ҡыҙы. Ул да яҡташтарына ҡайнар сәләмдәрен тапшырҙы. Башҡорт халҡының боронғо тарихын өйрәнгән Юлиә үҙенең фәнни ҡаҙаныштары менән Ырымбур шәхестәре юлынан атлай.
Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары Спартак Ильясов Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы уңайынан халыҡҡа башҡорт халҡының яугирлеге, данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы тураһында һөйләне. “Ырымбурҙан да һалдаттар байтаҡ булған унда, был төбәктең казактары ла, башҡа милләт вәкилдәре лә дуҫлыҡты байраҡ итеп еңеп сыҡҡан был һуғышта. Киләсәктә лә туғанлыҡ тойғоһо беҙҙе берҙәм итһен!” – тине ул сығышының һуңында.
“Юлдаш” радиоһы журналисы, үҙенсәлекле тапшырыуҙары менән халыҡ араһында танылыу яулаған Венера Ситдиҡованы бергә килгәндә генә күреп ҡалдыҡ. Ул, һәр ваҡыттағыса, халыҡ араһына инеп китте лә юғалды, тиергә була. Бер ҡараһаң, ҡәләмдәшебеҙ Ырымбур инәйҙәре менән әңгәмәләшә, икенсе ҡараһаң, музей ҡомартҡылары хаҡында бабайҙарҙы һөйләтә. Үҙ эшенә мөкиббән киткән коллегабыҙҙың радиоюлъяҙмалары аша танышырбыҙ әле Туҡ буйында йәшәгән милләттәштәр менән! “Башҡортостан” телевидениеһы журналисы Гүзәл Борханова хаҡында ла ошондай уҡ йылы һүҙҙәр әйтер инем. Ул урындағы халыҡтан ғына түгел, етәкселәрҙән, Башҡортостандан килгән рәсми делегация вәкилдәренән дә фекерҙәр алып өлгөрҙө. Етмәһә, милли моңдар тейәп килгән тартмаһынан өр-яңы диск­тар, аудио һәм видеояҙмалар тәҡдим итте. Оператор Рәмзәт Билалов менән йүгереп-йүгереп байрам рухын сағылдырырлыҡ репортаж әҙерләне улар.
Туҡ буйының башҡорто данлап йәшәй баш йортон!Күршеләрһеҙ ниндәй байрам булһын инде! Башҡортостандың Көйөргәҙе районынан мәҙәниәт бүлеге начальнигы Фәнир Малбаев етәкләгән ижади коллектив ырымбурҙарҙы моңло йырҙары, ялҡынлы бейеүҙәре менән сәләмләне. Дим Асаинов ҡурайҙа уйнап, Ришат Вахитов халыҡ йырҙарын яңғыратты.
Мишәрҙәр ҙә, украиндар ҙа, башҡа милләт вәкилдәре лә ҡотларға килгәйне башҡорт ҡәрҙәштәрен рухиәт байрамы менән. Мәҙәни берҙәмлекте сағылдырып, сәхнәнән төрлө милләт телдәрендә йырҙар яңғырап торҙо, бейеүҙәр күрһәтелде.
Ә бына Нәбирә апай Абдразаҡова йырлаған “Туҡ буйы” көйөн күпме хәтеремдә ҡалдырайым, тип тырышһам да, булманы. Моң эйәһенең тауышында бала саҡта табындарҙа ишеткән боронғо инәйҙәрҙең ауазы яңғырағандай булды. Их, һүҙҙәрен яҙып алырға ине, тиһәм, уныһын ҡағыҙға төшөрөрһөң дә ул, әммә был йырҙың көйөн Туҡ буйы башҡорттары ла ота алғаны юҡ, тинеләр миңә. Бына һиңә йыр! Баҡтиһәң, Нәбирә апайҙан башҡа берәү ҙә уны йырламай икән. Йәшерәк быуындан берәйһе һеңдерһә ине йөрәгенә был моңдо! Тотош халыҡ тарихы, милләт асылы һыйған был әҫәргә. Кем белә, бәлки, был йыр Ырымбур башҡорттарының бетеүелер?!.

Һабантуйҙа
еңде милли рух!


Ырымбур өлкәһе башҡорттары мәҙәниәте көндәрендә һабантуй байрамы ла гөрләп барҙы. Ана, берәү йүгереп ярыша, кемдер яһалма быуала балыҡ тота. Ырымбур башҡорттары ҡоролтайы инешендә торған кеше, арҙаҡлы милләттәштәребеҙҙең береһе, дала уҙаманы Миңнулла ағай Ғәбитов менән көрәш майҙанына юлландыҡ. Көрәшселәр янына килеп еткәнсе шәхси музей менән дә танышып киттек. Фазулла Сәйетов ағай өйөндә йыйған анау хәтлем ҡомартҡыны! Бында нимә генә юҡ – самауыр, ҡул тирмәндәренән алып боронғо һүрәттәр, XIX быуат, уҙған быуат башы фотолары ла урын алған. “Ә бына был Туҡсоран мадоннаһы, йәғни беҙҙең һылыуҡай”, – тип таныштырҙы ағай ике фото менән. Унан яҡты ҡарашлы, йөҙөнән сабырлыҡ, эске нур балҡыған йәш ҡатын ҡарап тора. Ә бит ул хаҡлы – һәр халыҡтың үҙенә хас матурлығы.
Иҫке Ғүмәр ауылы муллаһы Мөнир ағай Ғайсин бик үҙенсәлекле кеше булып сыҡты. Ул ғәрәп телендәге китаптарҙы урыҫсаға, башҡортсаға тәржемә итә. “Үҙемдә лә бар боронғо яҙмалар, уларҙа бик бай мәғлүмәт һаҡлана!” – тине ул.
Туҡ буйының башҡорто данлап йәшәй баш йортон!Аҙым һайын эсе тулы хазина йөрөткән ағайҙар осрап ҡына тора. Фәнил ағай Ишбулатов Иҫке Ғүмәрҙә Зәки Вәлидигә таҡтаташ асыу идеяһы менән яна: “1918 йылдың 3-4 апрелендә арҙаҡлы милләттәшебеҙ Әхмәтзәки әфәнде Ғәлимулла Ғайсиндарҙа булып киткән. Был хаҡта һөйләрлек кешеләр ҙә иҫән әле. Башҡортостан ғалимдары беҙгә З. Вәлидиҙең дәүләт эшмәкәре булыуы тураһында тейешле ҡағыҙҙар, документтар менән ярҙам итеп ебәрһә, ошо эште атҡарып сығыуы еңелерәк булыр ине. Ырымбур етәкселегендә уның турала шикле фекер ҡалырға тейеш түгел. Донъя кимәлендәге ғалимыбыҙ беҙҙең яҡтарҙа ла ҙур эш алып барған, шуға күрә лә уның исемен мәңгеләштерергә теләйбеҙ”, – тине ул.
“Бер туған Теләкәевтәргә еткән кеше булырмы икән, улар хәҙер тирә-яҡта билдәле спортсылар”, – тинеләр көрәш майҙанында. Ысынлап та, Илсур менән Рәмискә ҡаршы сығыусы булманы. Улар үҙ-ара һарыҡ өсөн алыш башланы. Ә был яҡта гер күтәреүселәр ярыша. Күмәк егеттәр сыҡҡан майҙанға, әммә Рәсәйҙең спорт мастеры, Ырымбур педагогия институтының физкультура факультеты студенты Рәйеф Аҙаҡаевҡа етеүсе булманы – биш минутта 115 тапҡыр күтәрҙе ул герҙе. Афарин, егет!
Ул арала 19 йәшлек Рәмис 24 йәшлек Илсур ағаһын еңде лә инде. Әйткәндәй, әллә йөрәк йылыһынан, әллә уртаҡ яҡты мөнәсәбәттәр ҡайнарлығынан Ырымбурҙа бик эҫе булды был көндө – 42 градус! Өфөлә болотло, ямғырлы көндәргә өйрәнгәс, яңынан йәйгә ҡайтҡандай тойҙоҡ үҙебеҙҙе. Бүләккә тип алып килгән һарыҡ та саҡ-саҡ тын алып ята, егеттәр оҙаҡ уйлап торманы, шунда уҡ һарыҡты салып та ебәрҙе! Әйткәндәй, был баһадир егеттәрҙең аталары ла көслө заттарҙан икән: Илдус Афған һуғышында ҡатнашҡан. Ҡатыны Зарема – башҡорт әлифбаһы авторы Ҡасим Аҙнабаевтың яҡын ғына һеңлеһе.
“Ҡан-ҡәрҙәштәргә – китап”

Туҡ буйының башҡорто данлап йәшәй баш йортон!“Башҡортостан” гәзитенең “Ҡан-ҡәрҙәштәргә – китап” акцияһын ойоштороуы хаҡында гәзит уҡыусыларыбыҙ хәбәрҙар инде. Яңыраҡ ошо уңайҙан Силәбе өлкәһендә сәфәрҙә йөрөп ҡайтты бер төркөм ҡәләмдәштәребеҙ. Бына, ниһайәт, Ырымбур халҡына рухи күстәнәс тапшырыр көндәр ҙә килеп етте. Аллаға шөкөр, сәхнәлә тауҙай өйөлөп ятты беҙ килтергән китаптар. Уларҙы шунда уҡ Миңнулла ағай Ғәбитов башҡорт ауылдарына бүлеп таратты. Башҡорт теле буйынса әсбаптар, яҙыусыларҙың шиғри, проза йыйынтыҡтары, Башҡортостан тарихы буйынса әҫәрҙәр, “Башҡортостан”, “Киске Өфө” гәзиттәре, “Ватандаш”, “Ағиҙел” журналдары, иманым камил, бында үҙ уҡыусыһын табыр. Иң ҡәҙерле бүләктәй ҡабул итте милләттәштәребеҙ рухи хазиналарҙы. Рәхмәт һүҙ сәнғәте, милли баҫма, милли матбуғат ҡәҙерен белгәндәре өсөн! Сит төбәктәрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙгә арналған шиғырҙы ла иҫкә төшөрөп китке килә ошо урында:
Оло Башҡортостан – мәмләкәтем!
Эҙләп табырлыҡмы сигеңде?!.
Әле ҡасан ғына батшаларҙы
Башҡорт ҡалҡыр тигән шик еңде...

Берҙәм булһа, улар ҙур көс тиеп,
Аямаған улар халыҡты.
Күпме башҡорт ябай фарман менән
Ябай түгел хәлгә юлыҡты.

Күпме милләттәшем ситтә ҡалды,
Төшөп ҡалған кеүек караптан.
Ярай әле Күктәр ҡәүемемде
Рухы сәмле итеп яратҡан!

Бер йөрәкте телгеләгән кеүек
Унан-бынан ерҙәр бысылған:
Миңзәләнең йылғалары һыҡтай,
Ырымбурҙа илай сал ҡылған.

Баш йортоңда башҡорт булыу – бер хәл,
Башҡорт булып ҡара һин ситтә!
Ырымбурҙың башҡорттары беҙгә
Ысын башҡорт рухын күрһәтә!

Туҡ буйының башҡорто данлап йәшәй баш йортон!Ысынлап та, бына кемдәрҙән өйрәнергә кәрәк ул ҡәүемең кешеһе булырға! Хатта күңелгә шундай уй ҙа килеп ҡуйҙы – Башҡортостан башҡорттары әсәһе янында иркәләнеп үҫкән бала кеүек, шуға мыжығыраҡ, ниндәйҙер кимәлдә көйәҙерәк. Ә республиканан ситтә йәшәгәндәрҙең кәйеф төшөнкөлөгөнә бирелеп ултырырға ваҡыты юҡ. Ул эш менән мәшғүл. Етмәһә, ошо ҙур байрамды ойошторорға ярҙам иткән башҡорт эшҡыуарҙары ҡыуаныслы хәбәр еткерҙе. “Элегерәк ерҙәр арендаға ғына бирелә ине. Хәҙер губернатор беҙгә уны һатып бирергә рөхсәт итте. Ошо яҡ кешеләре булараҡ, ата-бабаларыбыҙҙың аҫыл һөйәктәре ошонда ятыуын да иҫәпкә алғанда, был ер беҙгә бик ҡәҙерле. Уның бөгөнгө инвесторҙары – Ырымбур башҡорттары. Был иҡтисади тармаҡтағы ҙур алға китеш!”– тине Юлис Әхмәҙуллин. Уның һүҙҙәренә эшҡыуарҙар Тәлғәт Итҡолов та, Эдуард Абдразаҡов та ҡушылды. Ерҙең тупраҡ ҡына түгел икәнлеген кем-кем, әммә башҡорттар яҡшы аңлай. Ҡәҙер күрһәткәндәргә ул да бәрәкәтен йәлләмәҫ. Киләсәктә Туҡ буйында халҡыбыҙҙы ишәйтеп йәшәр көндәр бына-бына көтөп тора.
Мең башҡорттары ла күсенеп ултырған икән был яҡҡа. Шуға һис кенә лә һабантуй аҙағына “Яман яҡшы байрам булды!” тигән һүҙбәйләнеш ишеткәс, һис аптыраманым. Был осраҡта “яман” һүҙе көсәйтеү мәғәнәһендә әйтелә. Ҡыҙлар, егетләр, тип тә һөйләшә Туҡ буйы башҡортлары. Хатта Димдең бөгөлөн Ырымбурҙа күреп, хайран ҡалып ҡарап үттем. Шулай инде, ҡайҙа ғына йөрөһәк тә, үҙебеҙгә яҡын һыҙаттар, милли асыл эҙләйбеҙ. Ырымбур – әйтерһең дә, Башҡортостандың бер өлөшө, унда үҙеңде ситтә тип тойоп булмай. Эйе, байрам концерттарын да юғары кимәлдә ойошторорға, табындарҙы ла иҫ киткес ҡорорға мөмкин, ә бына ихласлыҡты бер ни менән дә алыштырып булмай. Ана бит арҙаҡлы милләттәштәребеҙҙең береһе Миңнулла ағай ҙа йола буйынса юлға ҡаршы сығып ҡаршы ала, бер килке Ырымбур ере буйлап оҙата бара. Ошо үҙе үк туғанлыҡ, ҡәрҙәшлек билгеһе түгелме ни?! Ул йә бар, йә юҡ. Ҡәүемебеҙгә хас ихласлыҡ арбай Ырымбур ерендә.



Ырымбурҙағы Башҡорт мәҙәниәте көндәренән фотоларҙы ошонда ҡарағыҙ: album




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 097

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 987

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 895

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 650

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 241

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 462

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 436

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 515

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 338

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523