Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Төбәгебеҙ “Солтан”дары
Төбәгебеҙ “Солтан”дары Ергә йылмайыу бүләк ит,
Йылмайыу ул – саҙаҡа,
Бәхет килтерер һәр кемгә,
Үҙең өсөн сауап та.

Ошо “Йылмайыу – саҙаҡа” йыры менән тамашасының күңелен тиҙ арала яуланы “Солтан” студияһында шөғөлләнгән балалар. “Ихлас” мәсете ҡарамағындағы төркөмдөң ойошторолоуына күптән түгел бер йыл тулды.


Үтә йәш булыуына ҡарамаҫтан, “Солтан”дар байтаҡ уңышы менән һөйөндөрөп өлгөрҙө. Үҙҙәре генә түгел, ә билдәле сәхнә оҫталары менән берлектә лә сығыш яһай улар. Мәҫәлән, Айҙар Ғәлимовҡа, Вәсилә Фәттәховаға ҡушылып йырлауҙары һәр кемдең күңеленә хуш килде. Балалар ил кимәлендә уҙғарылған “Ҡырым – Рәсәй” тигән митингта ла ихлас ҡатнашты.
Төркөмдөң репертуары киңәйгәндән-киңәйә. Йырҙарҙың һәммәһе лә берҙәмлеккә, татыулыҡҡа әйҙәй, тормоштоң ҡәҙерен белеп йәшәргә саҡыра. Мәҫәлән, “Халыҡтар дуҫлығы” (Айгөл Сиражетдинова һүҙҙәре, Урал Иҙелбаев көйө) тигәнендә әҙәм балалары бер-береһен белһен, аралашһын өсөн Аллаһ Тәғәләнең уларҙы төрлө ҡәүем итеп яралтҡаны, барса кешенең тигеҙ булыуы хаҡында әйтелә. Ошо йыр, шулай уҡ “Нурислам” исемлеһе буйынса клип та төшөрөлгән.
“Солтан”дар мәрхәмәтлек сараларында әүҙем ҡатнаша, балалар, ҡарттар йорттарында сығыш яһай. Былтыр – Ҡорбан, быйыл Ураҙа байрамында, һабантуйҙарҙа халҡыбыҙҙы матур йырҙары менән һөйөндөргәндәр. Ошондай әүҙем эшмәкәрлеге өсөн ансамбль Рәсәй һәм Башҡортостан мосолмандары мөфтиәттәре рәйестәре Тәлғәт хәҙрәт Тажетдин менән Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллиндың рәхмәт хаттарына лайыҡ булған.
– Ансамблдең уңышлы эшләүендә балаларҙың ата-әсәһенең өлөшө лә баһалап бөткөһөҙ, – ти студия етәксеһе Гүзәл Кәлимуллина. – Улар һәр башланғысыбыҙҙы ҡеүәтләй, һәр яҡлап ярҙам итә, ҡайһы берҙәре гастролдәргә лә бергә бара. Киләсәккә ҙур маҡсат ҡуйып йәшәйбеҙ. “Солтан”дар тамашасыларҙы яңынан-яңы йырҙары, клиптар менән ҡыуандырыр, иншаллаһ. Мәрхәмәтлек эштәрендә лә әлегеләй даими ҡатнашасаҡбыҙ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә