Ергә йылмайыу бүләк ит,
Йылмайыу ул – саҙаҡа,
Бәхет килтерер һәр кемгә,
Үҙең өсөн сауап та.
Ошо “Йылмайыу – саҙаҡа” йыры менән тамашасының күңелен тиҙ арала яуланы “Солтан” студияһында шөғөлләнгән балалар. “Ихлас” мәсете ҡарамағындағы төркөмдөң ойошторолоуына күптән түгел бер йыл тулды.Үтә йәш булыуына ҡарамаҫтан, “Солтан”дар байтаҡ уңышы менән һөйөндөрөп өлгөрҙө. Үҙҙәре генә түгел, ә билдәле сәхнә оҫталары менән берлектә лә сығыш яһай улар. Мәҫәлән, Айҙар Ғәлимовҡа, Вәсилә Фәттәховаға ҡушылып йырлауҙары һәр кемдең күңеленә хуш килде. Балалар ил кимәлендә уҙғарылған “Ҡырым – Рәсәй” тигән митингта ла ихлас ҡатнашты.
Төркөмдөң репертуары киңәйгәндән-киңәйә. Йырҙарҙың һәммәһе лә берҙәмлеккә, татыулыҡҡа әйҙәй, тормоштоң ҡәҙерен белеп йәшәргә саҡыра. Мәҫәлән, “Халыҡтар дуҫлығы” (Айгөл Сиражетдинова һүҙҙәре, Урал Иҙелбаев көйө) тигәнендә әҙәм балалары бер-береһен белһен, аралашһын өсөн Аллаһ Тәғәләнең уларҙы төрлө ҡәүем итеп яралтҡаны, барса кешенең тигеҙ булыуы хаҡында әйтелә. Ошо йыр, шулай уҡ “Нурислам” исемлеһе буйынса клип та төшөрөлгән.
“Солтан”дар мәрхәмәтлек сараларында әүҙем ҡатнаша, балалар, ҡарттар йорттарында сығыш яһай. Былтыр – Ҡорбан, быйыл Ураҙа байрамында, һабантуйҙарҙа халҡыбыҙҙы матур йырҙары менән һөйөндөргәндәр. Ошондай әүҙем эшмәкәрлеге өсөн ансамбль Рәсәй һәм Башҡортостан мосолмандары мөфтиәттәре рәйестәре Тәлғәт хәҙрәт Тажетдин менән Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллиндың рәхмәт хаттарына лайыҡ булған.
– Ансамблдең уңышлы эшләүендә балаларҙың ата-әсәһенең өлөшө лә баһалап бөткөһөҙ, – ти студия етәксеһе Гүзәл Кәлимуллина. – Улар һәр башланғысыбыҙҙы ҡеүәтләй, һәр яҡлап ярҙам итә, ҡайһы берҙәре гастролдәргә лә бергә бара. Киләсәккә ҙур маҡсат ҡуйып йәшәйбеҙ. “Солтан”дар тамашасыларҙы яңынан-яңы йырҙары, клиптар менән ҡыуандырыр, иншаллаһ. Мәрхәмәтлек эштәрендә лә әлегеләй даими ҡатнашасаҡбыҙ.