Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тәүге ордендарҙың береһен ул алған
Тәүге ордендарҙың береһен ул алған Башҡортостандың ауыл хужалығы эшсәндәре араһында тәүге Ленин орденын алған, заманында яңы тормош ҡороу өсөн ал-ял белмәй хеҙмәт иткән, Бөйөк Ватан һуғышында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы составында фашист илбаҫарҙарына ҡаршы һуғыштағы ҡаһарманлығы өсөн “Батырлыҡ өсөн”, “Хәрби хеҙмәттәре өсөн”, “Берлинды алған өсөн”, “Германияны еңгән өсөн” һәм башҡа миҙалдарға лайыҡ булған Әхмәҙиә Мөхәмәҙиә улы Мөхәмәтйәров менән хаҡлы ғорурлана әбйәлилдәр. Ул 1980 йылда, 80 йәшендә, вафат була. 2000 йылда балалары, ейәндәре уның тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы Шәжәрә байрамы уҙғарғайны. Быйыл халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улының 115 йыллығына ҡарата йәнә лә Шәжәрә байрамы ойошторолдо. Унда 150-гә яҡын кеше ҡатнашты.
Үкендереп үтә ғүмерҙәр. Баҡыйлыҡҡа күскән һәр кем үҙе менән әллә күпме тарих алып китә. Иҫәндәргә ул тарихтың бик аҙ өлөшө генә тороп ҡала. Ярай ҙа һинән ҡалған ҡомартҡыны ҡәҙерләп һаҡлар, киләһе быуындарға түкмәй-сәсмәй еткерер зат-зәүерең булһа...
Был йәһәттән Әхмәҙиә олатай Мөхәмәт­йә­ровтың рухы тыныстыр: балалары, ейәндәре, бүлә һәм тыуалары үҙ ғүмеренә тотош бер быуат тарихын һыйҙырған, заманының барса яҡшы һәм яман боролоштарына шаһит булған, халҡының һәммә ҡыуаныс һәм хәсрәт даръяларын бергә кискән Кешенең изге хәтирәһен һаҡлайҙар, әле саҡ теле асылған, тәпәй баҫҡан сабыйҙары аңына мөҡәддәс фекерҙе һеңдереп ҡалырға тырышалар: беҙҙең затта шундайын да олуғ шәхес булған!
Тарих тәгәрмәсе ун туғыҙынсы быуатты артта ҡалдырып, егерменсе быуат тәгәрәгән мәлдә генә донъяға килә Әхмәҙиә олатай. Бәләкәй генә Ҡушый ауылының йәшел хәтфәһендә уйнап, Тәрән үҙәктә емеш-еләк тиреп, Ҡушый йылғаһының теш ҡамаш­тырғыс һалҡын, әммә татлы һыуын уртлап, буй еткерә. Уның артабанғы тормошонда ла ошо саф йылға һыуындай һыуыҡ осорҙар, татлы минуттар бихисап буласаҡ әле.
“Күгәреп кенә ятҡан күл микән,
Һыҙылып ҡына ятҡан юл микән?
Был ғүмеркәйҙәрҙе уҙа, тиҙәр,
Уҙып ҡына барыуы шул микән?” —
Әхмәҙиә олатай Мөхәмәтйәровтың яратып йырлаған ошо йыры ҡолаҡта сыңлап киткәндәй. Моңло, сағыу тауышы менән:
“Бәләкәй генә бүртә аҡрын юрта,
Аҡрын ғына юртып, күп китә,
Ашаған да бөтә, кейгән — туҙа,
Татыу йәшәгәнгә ни етә!” —
тип йырлап ебәргәнендә, әле саҡ буй еткереп кенә килгән Ғәлиә, Ғәзизә, Зөләйха өләсәйҙәр, ҡойонан силәктәренә һыу тултырырға ла онотоп, иҫтәре китеп тыңлар булған. Һәр ҡайһыһы үҙе бер рухи донъяны хасил итерҙәй әлеге өләсәйҙәр ҙә фани донъяларҙа юҡ инде. Яҙмыш Ҡушый ауылының тилбер, егәрле, моңло егетен “Красная Башкирия”, “Урал”, “Йәнгел” совхоздары буйлап сиҙәм күтәреүҙә йөрөткәндә, ә һуңынан күр­шеләге Яңауыл ауылына ғүмерлеккә бәйлә­гәндә, моғайын да, Ҡоръятмаҫ буйҙары етем­һерәп ҡалғандыр. Быныһы инде һуңғараҡ...
Ә әлегә үҫмер малай байҙарҙа көтөү көтә, тырыш хеҙмәте өсөн орлоҡҡа быҙау, һарыҡ бәрәстәре алып, ниһайәт, үҙ хужалығын булдыра. 17-18 йәшлек Әхмәҙиәнең киләсәккә өмөт-хыялдары ҙур: оҙаҡламай берәй матур ҡыҙҙы әйт­терер һәм икәүләп ныҡлы хужалыҡ булдырырҙар, күп итеп балалар үҫтерерҙәр... Тик хыялдарҙы ҡалдырып торорға тура килә, илде Октябрь революцияһы дауылдары “дер” һелкеткәндән һуң граждандар һуғышы башланып китә. Ҡайҙа уң, ҡайҙа һул — белгән юҡ, ата — улға, ҡусты ағайға ҡаршы сыға. Ауылдарҙы берсә аҡтар баҫып ала, берсә ҡыҙылдар килеп инә. Тыңлаһаң, ике яҡ та дөрөҫлөккә бара кеүек, асылда тегеләре лә, былары ла талай, язалай.
1919 йылдың мартында хәрби хеҙмәткә алын­ған Әхмәҙиә Мөхәмәтйәров Ҡустанайға, Колчак армияһына барып эләгә. Ләкин дүрт айҙан үҙе хеҙмәт иткән часть менән Ҡыҙыл Армия сафтарына сыға. Дүрт йыл дауамында Себерҙе, Ырымбур һәм Силәбе тирәһен революция дош­ман­дарынан таҙартыуҙа, туғандаш Монголияны барон Унгерндан ҡотҡарыуҙа ҡатнаша.
Ауылда иһә уны әүәлге, бер ниндәй үҙгә­решһеҙ тормош ҡаршылай. Егерменсе йылдар башындағы ҡот осҡос йотлоҡ тотош ғаиләләрҙе ҡырып һалған. Революция вәғәҙә иткән ыңғай үҙгәрештәр тойолмай: әлеге шул байҙар ҙа уларға ялланып эшләүсе фәҡирҙәр.
“Беҙ ни өсөн көрәштек, ҡан ҡойҙоҡ? Ирекле мул тормош хаҡында хыялланманыҡмы ни? – Әхмәҙиәне шундай һорауҙар борсой. — Үҙ йәшәйешебеҙҙе үҙебеҙ үҙгәртмәһәк, юғарынан килеп, берәү ҙә бер ни ҡыла алмаясаҡ”. Шулай нығына унда сәйәси аң. Белорет яҡтарында Ағиҙел буйлап һал ағыҙып, элеккесә ауыл байҙарына бил бөгөп тә иркен тормошҡа сыға алмаған элекке ҡыҙылармеец үҙе кеүек бер нисә алдынғы ҡарашлы иптәше менән ТОЗ (ерҙе күмәкләп эшкәртеү ширҡәте) ойоштороп ебә­рәләр. Тора-бара ТОЗ “Аҙыға таш” исемле ар­телгә үҙгәртеп ҡорола. Уның тәүге рәйесе лә Әхмәҙиә Мөхәмәтйәров була. Район үҙәгендә тракторсылар курсы асылғас та, ул үҙ ирке менән уҡырға китә. Яңы тормошто ғилемһеҙ төҙөп булмаясағын яҡшы аңлаған йәш тракторсыны тыуған ауылына ҡайтармайҙар, ә яңы ойошто­ролған “Красная Башкирия” совхозына эшкә ебәрәләр. Әлбиттә, йәш хужалыҡта әле береһе, әле икенсеһе етешмәй. Техника аҙ, яғыулыҡ юҡ, тигәндәй. Әммә яҡты өмөттәр менән йәшәгән кешеләрҙә дәрт көслө, улар көндө төнгә ялғап эшләй, үҙҙәренә йөкмәтелгәнде арттырып ат­ҡа­ра. Николай Емельянов менән ярышып эшләгән Әхмәҙиә Мөхәмәтйәров беренселекте бирмәй: нормаһын һәр саҡ арттырып үтәй, яғыулыҡты һаҡсыл тотона.
1930 йылдың 6 апрелендә СССР-ҙың Юғары Советы Президиумы тарафынан илдең иң юғары наградаларының береһе — Ленин ордены булдырыла. Ә йәйгә алдынғы механизатор Әхмәҙиә Мөхәмәҙиә улы Мөхәмәтйәровты Мәскәүгә саҡыралар. Бөтә Союз старостаһы М.И. Калинин уға үҙ ҡулдары менән Ленин орденын тапшыра. Башҡортостандан тәүге йылда орденға өс кеше генә лайыҡ була. Ә. Мөхәмәтйәров – улар араһында был юғары баһаны алған беренсе ауыл эшсәне. Уның ордены 88-се һанлы.
Эйе, заманалар үҙгәрҙе. Бөгөн беҙ революция, Ленин, социализм, коммунизм кеүек һүҙҙәрҙе телгә алмаҫҡа тыры­шабыҙ. Ил тарихын ҡайтанан “яҙабыҙ”. Йәнәһе, үткәндәрҙе емереп, яңы, капитализм ҡоролошон төҙөп маташабыҙ. Әле һайлаған юлыбыҙ ни дәрәжәлә дөрөҫтөр — ваҡыт күрһәтер. Әммә ки шул хаҡ: намыҫ һәм выждан төшөнсәләре бер ниндәй ҡоролошҡа, үҙгәртеп ҡороуҙарға, ғөмү­мән, сәйәсәткә буйһонмай. Һәйкәлдәрҙе емереп, китаптарҙы юҡ итеп, тарих биттәрен дә юйып ташлап булмай. Үткәндәге бөтә яңылыш-хата­ларыбыҙ, ҡылған игелектәребеҙ — барыһы ла үҙебеҙҙеке. Илем, халҡым, тип йәшәгәндәр ниндәй осорҙа ла уларға хеҙмәт итеүҙән туҡ­тамай. Иманым камил, Әхмәҙиә олатай бөгөнгө заманда йәшәһә лә алғы сафта булыр ине.
31-се йылда Коммунистар партияһы сафына ингәс, Ә. Мөхәмәтйәров үҙендә икеләтә яуап­лылыҡ тоя. Комбайнсы, механик ярҙамсыһы, механик... Ҡайҙа ғына эшләмәһен, һәр ваҡыт үҙ вазифаһын урын-еренә еткереп башҡарған Әх­мәҙиә Мөхәмәҙиә улын йүнәлтмә буйынса Өфөгә юғары коммунистик ауыл хужалығы мәктәбенә ебәрәләр. Уҡыуҙы тамамлап ҡайтыу менән “Йән­гел” совхозының Атауҙы бүлексәһенә управляющий итеп тәғәйенләйҙәр. 1940 йылда Ҡушый, Юлдаш, Таҡһыр ауылдарын берләштергән “Өсөнсө Интернационал” колхозына рәйес итеп ҡуйыла. Күп тә үтмәй, хужалыҡ икегә бүленә, Юлдаш менән Таҡһыр Молотов исемендәге колхозға берләшә, уның етәксеһе итеп Әхмәҙиә Мөхәмәҙиә улы һайлана.
Инде халыҡ иркенләп йәшәй башланы тигәндә, Советтар иленә фашистик Германия баҫып инә. Әхмәҙиә Мөхәмәтйәровты, хужалыҡта ла оҫта етәкселәр кәрәк тип, һуғышҡа алмайҙар. Оҙаҡ ныҡыша торғас, 41-се йылдың сатнама һыуыҡ декабрендә ул үҙ теләге менән фронтҡа китә.
Ҡатыны Ғәйниямал береһенән-береһе бәлә­кәй биш бала менән тороп ҡала. Улдары Моратҡа – бер генә йәш.
– Мин ҡайтҡансы балалар үлеп кенә бөтмәһә ярай ине, — ти йәмәғәте менән хушлашҡанда Әхмәҙиә. Уға тиклем тәүге өс-дүрт сабыйы төрлө сирҙән гүр эйәһе булғас, шулай хәүеф­ләнгәндер инде. Иренең хушлашҡанда әйткән­дәрен Ғәйниямал аманат итеп ҡабул итә: “бала­ларҙы, зинһар, һаҡлай күр...” Йүгереп йөрөп өс урында эшләгән әсә биш балаһын да иҫән-һау һаҡлап ҡала. Ул арала үҙенең атаһын да ҡарай, Яңауылда яңғыҙ көн күргән ҡайныһына ярҙам итергә лә өлгөрә. Аш-һыуға оҫта, йомшаҡ һүҙле киленен Мөхәмәҙиә ҡарт гел илап оҙатып ҡалыр булған. Яңғыҙлыҡтан ялҡҡан бабайҙы һуңынан өйләндерәләр. Ҡәйнәһе Хәмиҙә Ғәйниямал киле­ненән бер нисә йәшкә генә олораҡ була...
Ике улына “ҡара ҡағыҙ” килгән Мөхә­мәҙиә, һуғышҡа алын­ған йәнә икәүһенең иҫән-һау ҡалыуын теләп, Ҡушый ауылы эргәһендә күпер һалдырған. Уны бөгөн “Әйтеү күпере” тип хәтерләйҙәр. Һуғыштан һуң әлеге күперҙе емереп ташлайҙар. Бөгөн ошо урында, ниңәлер, юл фажиғәләре әленән-әле ҡабатланып тора. Бәлки, ысынлап та, Әйтеү күперенә тейергә ярамағандыр?
Минең алда — Әхмәҙиә Мөхәмәҙиә улының көндәлек дәфтәренән һау ҡалған ҡағыҙ биттәре. Ул башлыса һуғыш осорон сағылдыра. Тыныс тормошҡа ҡа­ғы­лышлы урындары ла бар. Мәҫәлән, “...бүләк­тәрҙе бик күп алдым. Тауар, кейем, итек, тун, пар костюм. Ленин ордены, Почет грамоталары, өс-дүрт сәғәт. Башҡортостан партия өлкә комите­тының пленум ағзаһы, ВКП(б) район комитеты пленумы ағзаһы, район Советы депутаты, ауыл хужалығы союзының Башҡортостан өлкә бүлеге идараһы ағзаһы булып һайландым...”
Ә. Мөхәмәтйәров оҙаҡ йылдар район судында халыҡ заседателе булып та тора, туған колхозында бригадир, ферма мөдире вазифаларында, һуңғараҡ, сәләмәтлек ҡаҡшау сәбәпле, малсы, тимерсе булып эшләгәндә күрһәткән фиҙакәр­леге өсөн ХХII партсъезд исемендәге колхоздың атҡаҙанған эшсәне исемен дә ул беренсе булып ала.
Ә хәҙер йәнә көндәлектең ҡайһы бер урындарына күҙ һалайыҡ:
­“1942 йылдың ноябренән 1943 йылдың 24 ғин­уарына тиклем Башҡорт дивизияһы 400 кило­метрға яҡын юл үтте. Ошо арала өс меңдән ашыу дошман һалдаты һәм офицеры, 36 танк, алты самолет, биш йөҙҙән ашыу автомашина, биш боеприпас һаҡлағыс, һигеҙ аҙыҡ-түлек келәте, бик күп хәрби техника юҡ ителде. Шулай уҡ 31 самолет, 20 танк, йөҙҙән ашыу автомашина, күп кенә ҡорал беҙҙең ҡулға күсте... Дивизия йөҙләгән ауыл-ҡаланы азат итте...”
“...1942 йыл. Июнь. Фашист ғәскәрҙәре Европала икенсе фронт юҡлыҡтан файҙалана. Брянск фронтының һул яҡ флангыһында тор­ған совет ғәскәрҙәренә ҡаршы ҡаты һөжүмгә күстеләр. Был ваҡытта 8-се кавалерия корпусы составында булған Башҡорт кавалерия дивизияһы Косторное — Елец тимер юлын ҡаплап, Малые Борки, Никольское, Святоша, Опухтино ауылдары тирәһендә оборонала тора ине. Башҡорттар 2 июлдә дошман менән осрашты. Һан һәм техника яғынан өҫтөн булыуға ҡарамаҫтан, дошман сигенде...”
Һәм артабан да шундай стилдә: “Стансанан тракторҙарҙы йыйып ҡуйҙыҡ...”, “Иген сәсеүҙә эшләнем, буксирға колхозға барҙым”, “Ҙур уңыш үҫтереп алып, бер төрлө лә талаш-тар­тыш­һыҙ бүлеп алыу үҙенән-үҙе артель төҙөлөшөнә бик ҙур этәргес булды...”
Һарғайып, инде туҙа башлаған дәфтәр биттәрендә бер генә шәхсән һөйләм дә юҡ, әйтерһең, Әхмәҙиә Мөхәмәҙиә улы эштән, яуҙан башҡа бер ниндәй тормош та күрмәгән. Ил алдындағы гражданлыҡ һәм хәрби бурысын баштан ахырғаса оло намыҫ менән башҡарған шәхес өсөн хеҙмәт һәм Ватанды һаҡлау, ысынлап та, һәр ваҡыт беренсе урында торған тигән фекергә киләһең. Ә бит уны балалары, кейәү-килендәре ипле һүҙле, хәстәрлекле атай һәм олатай, яҡташтары ярҙамсыл кеше, яҡшы кәңәшсе итеп тә белә.
Һуғыштан ул 1945 йылдың октябрендә генә ҡайта. Тағы ике йыл колхозға етәкселек итә. Әммә яуҙа алған яралары тынғы бирмәй. Һаулығы насарайыу сәбәпле, малсылыҡҡа эшкә күсә. Бер үк ваҡытта оҫталыҡ эшен дә ҡалдырмай: тимерҙән, ағастан көнкүреш кәрәк-ярағы, хатта йоҙаҡ менән асҡыс яһай.
Ғәйниямал менән Әхмәҙиә Мөхәмәт­йәров­тарҙың туғыҙ балаһы үҫеп етеп, күбеһе яҙмышын техника менән бәйләй. Улдары Әхмәт, Рафаэль, Марат, ҡыҙҙары Мәрйәм, Нәфисә механиза­торлыҡҡа уҡып сығалар, араларынан Нәфисә генә һөнәре буйынса эшләмәй.
Бөгөн туғыҙ баланың дүртәүһе иҫән-һау. Игеҙәктәр Айһылыу менән Көнһылыу, Нәзифә, Марс — һуғыштан һуң донъяға килгән балалар. Төпсөктәре Марс тыуғанда Ғәйниямал инәйгә — 48, ә Әхмәҙиә олатайға 57 йәш булған. Әйткәндәй, әлеге мәҡәләне яҙыуға ла кинйә Мөхәмәтйәров менән уның хәләл ефете, бар ғүмерен китапхана эшенә бағышлап, күптән түгел хаҡлы ялға сыҡҡан Рәйлә Әсғәт ҡыҙы сәбәпсе булды.
– Ҡайным иҫ киткес кеше ине, — тигәйне Рәйлә. — Ул минең хәтеремдә аҡыл-кәңәштәре менән тороп ҡалды. Бик баҫалҡы, йыйнаҡ булды. Ҡәйнәм менән матур йәшәнеләр. Шул иҫтә: радионан еңел көй ишетелеү менән икәүләшеп бейергә төшөп китерҙәр ине. Килештереп баҫалар, бер-береһенә йылмайып ҡарап, ихлас тыпырҙаталар. Мөхәмәтйәровтар араһында бөтәһе лә тиерлек моңло йырлай, музыкаға әүәҫтәр, матур бейей­ҙәр. Рафаэль ағайҙың “Сәлимәкәй”ҙе йырлауын оноторлоҡ түгел.
Әхмәҙиә Мөхәмәҙиә улының нәҫе­лендә ниндәй генә һөнәр кешеләре юҡ: механизаторҙар, шоферҙар, фермер­ҙар, тегеүселәр, уҡытыусылар, медицина хеҙмәткәрҙәре, дин әһелдәре... Кинйәкәйе Марс та шофер һөнәрен үҙләштереп, оҙаҡ йылдар “Сельхозтехника”ла эшләне, бөгөн – Магнитогорск аэропортында водитель. Рәйлә менән Марс Мөхәмәт­йәров­тарҙың ҡыҙҙары Йәмилә инде үҙе ғаиләле, матур итеп донъя көтә, ҡул эштәренә, аш-һыу әҙерләүгә оҫта.
Ленин орденын иң тәүгеләрҙән булып ал­ған Әхмәҙиә олатайҙы хәтерләү өсөн беҙ Яңауыл ауылына юл тоттоҡ. Игеҙәктәрҙең һы­ңары Айһылыу апай менән олатайҙың ейән­сәре, Мәрйәм исемле ҡыҙының ҡыҙы Мәү­ҙиға, беҙҙе ҡапҡа тышына уҡ сығып ҡаршыланы.
– Игеҙәгем Көнһылыу Рыҫҡужала йәшәй. Беҙ донъяға килгәс тә әсәйем менән атайым икебеҙҙе бүлешеп алғандар, мин — атай ҡыҙы, — тип хә­терләй йорт хужабикәһе. — Атайым эшлекле, итә­ғәтле булды. Һәр эште рәтен белеп кенә башҡарыр ине...
Артабан ул Әхмәҙиә олатайҙың нисек итеп һарыҡ ҡырҡыуын һөйләп китте. Йөнөн ҡырҡыр алдынан ул малҡайҙарҙы гел ҡойондорор булған. Һөҙөмтәлә ул ҡырҡҡан йөн тирене хәтерләтеп, бөтөн генә булып алынған, ойошоп та йонсотмаған.
– Бер ваҡыт атайым ағастан Лениндың бюсын эшләп ултыртып ҡуйҙы. Шул тиклем оҡшағайны, — Айһылыу апай хәтирәләргә бирелә. — Ул яһаған ҡалаҡтар, бысаҡтар оҙаҡ хеҙмәт итер ине. Көлкө хәлдәр ҙә күп булды. Әтәсебеҙ күрше Фәсхетдин апаларға төшә лә китә. Атайым уны тотоп алып, аяғына ағас бәйләп ҡуйҙы. Әтәс күршегә йөрөмәҫ булды.
Айһылыу апай — биш бала әсәһе. Ғүмерен колхозға хеҙмәт итеп үткәргән: оҙаҡ йылдар һыйыр һауа, фуражсы була, йәй ҡырҙа эшләү­селәргә аш бешерә. Ул бөгөн дә йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша, фольклор ансамбленә йөрөй, бер генә сара ла унһыҙ үтмәй.
Әхмәҙиә олатайҙың ейәнсәре Мәүҙиғаның йәшлеге ошонда, Яңауыл ауылында уҙа, бында ул һауынсы булып эшләй.
– Бер ваҡыт олатайым менән икебеҙҙе почетлы пионерға алдылар. Икәү галстук тағып ҡайттыҡ. Мине партия сафына алғанда уның ҡыуаныуы! — Мәүҙиға өсөн олатаһының тормошо бөгөн дә дөрөҫ йәшәү өлгөһө булып тора. — Туған­дарыңды алға ҡуйма, сит кешенең уңыштарын күр, баһала, тип өйрәтте гел. Үҙ эшемә килгәндә, колхозда ат ҡараусы булып ҡына эшләмәнем, — тип көлә Коммунистар партияһында 41 йыл ағза булып торған Мәүҙиға.
Әхмәҙиә Мөхәмәтйәровтың балалары, ейән-ейәнсәрҙәре хаҡында әллә күпме һөйләргә мөмкин. Бында беҙ бер нисәүһе тураһында ғына телгә алып үттек. Лайыҡлы тормош алып бара, намыҫ менән йәшәй Мөхәмәтйәровтар. Әхмәҙиә олатай уларҙың һәр ҡайһыһы менән ғорурланыр ине. Граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашып, илебеҙҙең юғары наградаларына лайыҡ булған, тыныс хеҙмәттә күрһәткән фиҙа­кәрлеге өсөн Ленин ордены алған, Еңеүҙе Бер­линдың үҙендә ҡаршылаған коммунист Әхмәҙиә Мөхәмәтйәров был ерҙә яҡты эҙ ҡалдырып киткән. Нәҫел-нәсәбенең күңелендә ул эҙ матур хәтирә булып йәшәй.


Фотолар ғаилә архивынан алынды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 698

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 772

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 827

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 873