Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ауылда йәшәргә теләгән кеше үҙенә шөғөл таба
Ауылда йәшәргә теләгән кеше үҙенә шөғөл таба Бөгөн һәр райондың төпкөл ауылдарының йәшәйеше берсә һоҡландырһа, киләсәге бер аҙ хәүеф тыуҙыра. Һүҙ юҡ, ауыл ерендә кем нисек булдыра, шулай донъя көтә. Эш юҡ тип, зарланып ултырмай улар, күпләп мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрай, уңған хужабикәләр майын-ҡоротон һата, еләк-бәшмәген йыя. Тәүәккәл һәм егәрлеләрҙең донъяһы ла етеш, өҫтәле лә мул. Әммә, төпкөлдәгеләрҙең киләсәген уйлағанда, ай-һай, нисек булыр артабан, тип сараһыҙҙан баш һелкеп ҡуйырға ла мәжбүр булаһың. Ни тиһәң дә, еңел түгел донъя көтөүҙәре. Ауыл халҡының тырышлығынан ғына түгел, ҡайһы бер сәбәптәр арҡаһында ла йылдан-йыл уларҙың хәле хөртәйә бара.
Бәлки, Ауыл йылы иғлан ителер

Беренсенән, ауылдың киләсәге булған мәктәптәр ябыла, фельдшер-акушерлыҡ пункттары үҙ эшен туҡ­тата, хатта кибеттәр ҙә юҡҡа сыға. Йәш ғаиләләр хаҡында әйтеп тораһы ла түгел, улар ҙа балаларын уҡытыу өсөн икенсе ауылға йәки район үҙәгенә күсергә мәжбүр. Хатта үҙ ауылында гөрләп торған йортон ҡалдырып булһа ла китергә тура килә. Хәҙер һәр беребеҙ ауыл­дары­быҙҙың хәлен яҡшы белһәк тә, оран һалып, уларҙы һаҡлап ҡалыр өсөн яр һалып ҡысҡыра алмайбыҙ, сөнки ярҙам итерлек хәлебеҙ юҡ. Кем бе­лә, киләсәктә, бәлки, Ауылдарҙы һаҡлау йәки яҡлау йылы иғлан ителер, тик һуң булып ҡына ҡуймаһа... Уныһын ваҡыт күрһәтер, әлегә гәзит уҡыусыларға тормоштоң ауырлығы­на бирешмәй, ауылдары­ның нигеҙен ҡоротмай, һәүетемсә донъя көткән төпкөл төбәктәр яҙмышы менән таныштырыуҙы дауам итеп, сиратта­ғы геройҙарым – Хәйбулла районы Аҡташ ауылының матур ғаиләләре, уңған кешеләре хаҡында һөйләмәк­семен. Тап улар­ҙың яҙмышында, булмышында, йәшә­йешендә төпкөл ауылдарҙың тарихы асыҡ сағыла.

“Беҙ яҡшы заманда йәшәгәнбеҙ”

Ауылда йәшәргә теләгән кеше үҙенә шөғөл табаАуылдың иң оло йәштәге кеше­ләре – Аһылбикә менән Әбдрафиҡ Карпеевтар – 65 йыл бергә татыу, бәхетле ғүмер кисерә. Туғыҙынсы тиҫтәне ҡыуалаған инәй менән ола­тай­ҙың бер-береһенә ҡарата йылы мөнәсәбәте әле булһа күптәрҙә һоҡланыу уята, йәштәргә өлгө булып тора. Бәхетле ғаилә бер-береһен тыңлап, ҡәҙерләп, хөр­мәт­ләп йәшәй.
Улар 11 бала тәрбиәләп үҫтергән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Карпеевтарҙың өс балаһы вафат булған. Әле хөр­мәтле өләсәй һәм олатайҙың 31 ейән-ейәнсәре, 11 бүлә-бүләсәре бар.
Әйткәндәй, уларҙың бергә йәшәп китеүҙәренә икеһенең дә һунарсы аталары сәбәпсе була. Аҡташ ауылына нигеҙ һалған Әбделғәни ҡарт тирә-яҡта оҫта һунарсы булараҡ билдәле. Ул аулаған йәнлектәрҙең иҫәбе-һаны юҡ, һунарсының мәргән уғынан әллә күпме йыртҡыс йән бирә. Ғөмүмән, ул тунаған тиреләрҙе бергә туплағанда әллә күпме кешене йылытырлыҡ тун тегергә мөмкин булыр ине. Йылайыр районы егете Йомағужаның да тирә-яҡта иң оҫта һунарсы тигән даны таралған була. Бер-береһе хаҡында ситтән ишетеп кенә белгән ике һунарсыға осрашыу бәхете тейә: үҙ-ара аралашып китә улар, һунар серҙәре менән уртаҡ­лаша.
– Һинең кемең бар? – тип һораша береһе.
– Миндә ҡыҙ үҫә.
– Ә минеке – малай.
– Әйҙә, сабыйҙар ҙурайғас, ҡоҙа булышайыҡ, – тип һүҙ ҡуйышалар.
Балалары үҫеп еткәс, йәштәрҙе таныштыралар. Атайҙарының һүҙен йыҡмаҫ өсөнмө, әллә бер-береһен тәү күреүҙән үк оҡшатыпмы, йәштәр өйләнешә.
– Атайым шулай уҡ бал ҡорттары тотто, – ти Аһылбикә инәй. – Мин үҙем дә бәләкәйҙән уға ярҙамлашып, ҡорт ҡарап үҫтем. Килен булып төш­кәс, төрлө урында эшләнем: һарыҡ йөнө лә ҡырҡтым, сөгөлдөр ҙә утаным, ашлыҡ та йыйҙым. Ҡартым һәйбәт булғас, балаларҙы күп таптым (йылмая). Бер-береһен ҡарап үҫте­ләр, береһенең кейемен икенсеһе кейҙе. Бәләкәйҙән эш рәтен белеп, барыһы ла атайҙарына ярҙамлаш­ты. Кәртә тултырып мал аҫра­ныҡ, картуфын да, йәшел­сәһен дә ултырттыҡ. Шуға күрә ашыбыҙ ҙа булды, кейергә лә етте. Бер-бере­беҙгә ауыр һүҙ әйтмәнек, ул әйтһә, мин тыңлап, мин әйтһәм, ул тыңлап, бер-беребеҙҙе аңлап, ҡәҙер итеп йәшәнек. Аллаға шөкөр, хәҙер бала­ларыбыҙ беҙҙе ҡәҙерләй. Кинйә улыбыҙ Раил һәм киленебеҙ Гөлфирә менән бергә йәшәйбеҙ. Уларҙың дүрт балаһы бар. Килен ҡәйнә тупрағынан ярала тигәндәй, киленем үҙемә оҡшаған, – тип кет­келдәп көлөп алды бәхетле инәй.
Әбейенең һөйләгәндәренә риза булып, әленән-әле баш һелкеп ултырған Әбдрафиҡ олатайҙың да бәхетле ғүмеренән ҡәнәғәт булыуы йөҙөнә яҙылған.
– Бәләкәйҙән атай-әсәйһеҙ ҡал­ғас, үҙемдекеләр етем булма­һын, атайлы үҫһендәр өсөн тырыштым. Иншалла, теләктәрем тормошҡа ашты, туҡһанды ҡыуалаған көнөмдә балаларым, ейән-ейәнсәрҙәр ҡоса­ғын­да рәхәтләнеп йәшәйем, – ти ул.
Һигеҙ улына өлгө булған, улар­ҙың күбеһенә өй һалыуҙа ярҙам итешкән Әбдрафиҡ Карпеев күптән инде ир-атҡа тәғәйен бурысты – өй һалыу, ағас ултыртыу, улдар үҫте­реүҙе өсләтә, дүртләтә арттырып үтәгән. Шулай ҙа ауылдың абруйлы, хөрмәтле ил инәһе менән ил ағаһын ауылдың киләсәге борсомай түгел, борсой.
– Шырпы, тоҙ алыр өсөн дә туғыҙ саҡрым алыҫлыҡтағы Ивановка ауылына йөрөү яҡшынан түгел инде, – ти улар. – Хәҙерге етеш тормошта ла ниндәйҙер “экономия” эҙләп, мәк­тәпте ябыу, фельдшерһыҙ ҡалды­рыу, хатта магазиндың да булмауы аптырата. Беҙ яҡшы заманда йәшәп ҡалғанбыҙ, йәштәргә ҡыйын. Ана, береһенән-береһе ваҡ дүрт бала хәҙер ҡайҙа уҡырға барыр ҙа, уларҙы бәләкәйҙән ситкә ебәреп, нисек йөрәгең түҙер?! – ти ун бер балаға ғүмер биргән Герой-әсә.

Баҡсасы, тарихсы, шиғри күңелле, иманлы

Ауылда йәшәргә теләгән кеше үҙенә шөғөл табаАуылда мәсет юҡ, халыҡ йома намаҙына күрше Ивановка ауылына йөрөй. Әммә аҡташтар элек-электән иманлы, динле булған, ти ауылдың имам-хатибы Салауат Карпеев. Йәштәргә никах уҡыу, балаға исем ҡуштырыу, һуңғы юлға оҙатыу кеүек йолаларҙы урынына еткереп баш­ҡарыу өсөн хатта күрше ауылдар ҙа Салауат олатайға килә.
Шуныһы үҙенсәлекле: Салауат Карпеев ауыл тарихын бик яҡшы белә, киләсәк быуынға аманат итеп халҡы тураһында тарихын яҙа, иҫтәлектәре менән уртаҡлаша. Әйт­кәндәй, уның яҙмаларын йыйынтыҡ итеп сығарғанда, ауылдашта­ры өсөн оло бүләк булыр ине. Шулай уҡ геройымдың тағы ла бер шөғөлө бар – шиғырҙар ижад итә. Күңеле тулыш­ҡанда, йөрәге әрнегәндә, ул ҡулына ҡәләмен ала. Яҙғандары бер нисә дәфтәргә еткән, бигерәк тә тормош күренештәренә, төрлө пробле­маларға арнап яҙылған шиғырҙары бөгөнгө көнгә ауаздаш.
Ҡатыны Клара Абдулла ҡыҙы менән бик матур донъя көтә. Балалары күптән үҫеп, үҙҙәре генә йәшәй. Хужабикә ҡул эштәре менән шөғөлләнә, йорт хужаһы иһә баҡса үҫтерергә ярата. Ихатала төрлө сәскәләр күҙҙең яуын ала, йәшел­сәләренең һабағына көсө етмәй, өлгөрөп ултыра.
– Быйыл виноград аҙыраҡ,– ти уңған баҡсасы. – Балаларға етә инде. Бигерәк тә алмағастарға прививка яһап, төрлө сорттар килтереп сығарырға яратам.
Бына шулай мал аҫрап, ҡош-ҡорт үрсетеп, баҡса тотоп, үҙҙәренсә йәшәп ята Карпеевтар.
– Ауылдың гөрләп торған саҡ­тары бар ине. Бөгөн ергә хужа булырлыҡ кеше етмәй. Фермер юҡ, эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүсе кеше табылмай. Һәр кем мал көсө менән генә йәшәй. Ауылыбыҙ мал көтөү өсөн бик уңайлы бит, – тине Салауат Әбделғәни улы.

Кемдер ситкә китә, кемдер ҡала

Ауылда йәшәргә теләгән кеше үҙенә шөғөл табаТөпкөл ауылдарға хас күренеш­тәрҙең береһе – йәштәр ауылда төпләнергә ынтылмай, ә бына Розалия менән Таһир Ғосраровтар, кире­һенсә, Аҡташтан китергә йыйынмай. Бәләкәй йорттары янына өр-яңынан өй күтәрмәкселәр.
– Тырышҡанда ауылда ла йәшәр­гә мөмкин. Баймаҡ тарафтарынан килен булып килһәм дә, Аҡташ ауы­лы ныҡ оҡшай, – ти Розалия. – Ирем күрше ауылдағы фермерҙа ат ҡарай, мин әлегә кескәй Гүзәлиә менән ултырам. Һикһәнгә еткән ҡәйнәм дә беҙҙең тәрбиәлә.
Әйткәндәй, ауыл урамында бәлә­кәй балалар күп осраны. Төрлө йәштәге ун биш бала әлегә мәктәпкә бармаған, йәй көнө өләсәләренә ҡунаҡҡа килгән ейән-ейәнсәрҙәр ҙә етерлек.

Йүнселдәр
йүнен таба


Малсылыҡ менән шөғөлләнгән Фәнүзә һәм Илдар Әхмәҙиевтәр – Аҡташта иң егәрле, өлгөлө ғаилә­ләрҙең береһе. Әле уңған ғаиләнең 80-ләп баш һарығы, 10-дан ашыу һыйыры, аты бар. Шулай уҡ ихата тулы 50-гә яҡын күркә, ҡаҙ һәм өйрәк йөрөй. Тауыҡ хаҡында әйтеп тораһы ла түгел: йомортҡаһын алып ҡына өлгөр, тип көлә хужабикә.
– Һарыҡсылыҡ – килемле шөғөл, – ти Фәнүзә Шакир ҡыҙы. – Быйыл уларҙы Ивановкалағы малдарға ҡуш­тыҡ, ауылда көтөү юҡ. Һарыҡты тереләй ҙә, итләтә лә һатып ебә­реүгә уңай. Тик бына йөнөнөң генә хаҡы түбән, хатта уны тапшырырға урын да юҡ, йыйыусыһы ла табылмай. Малдарға бесәнде үҙебеҙ әҙерләйбеҙ, балалар ярҙам итә.
Ауылда йәшәргә теләгән кеше үҙенә шөғөл табаҺәр йорт алдында трактор, еңел машина урын алған. Кемдер өмәләп, икенселәре бер-береһенә ярҙам итешеп мал аҙығы туплай. Тик сәсеүлек менән шөғөлләнгән фермерҙың булмауы арҡаһында ҡош-ҡортҡа ем табыуы бер аҙ ҡыйын. Уңған хужа­бикәнең аҡ ризыҡтарын өйөнән генә килеп алалар, баҙар тип йө­рөргә лә кәрәкмәй. Ауылдың Ырымбур өлкәһенә яҡын булыуы ла бик отошло.
Фәнүзә Әхмәҙиева уңған хужаби­кә лә, йәмәғәт эшендә лә ҡайнап йәшәй. Тап уның менән беҙ ауылды урап сыҡтыҡ, егәрле халҡы менән осраштыҡ. Ивановка ауыл Советы депутаты ауылдаштары­ның һәр проблемаһын белә, уны хәл итеүҙә ярҙам итә. Ҡатын-ҡыҙҙар советы, ағинәйҙәр ҡороноң да әүҙем ағзаһы ул.
Ауылдың тағы ла бер матур ғаи­лә­ләренең береһе – Гөлсәсәк менән Илһам Әхмәҙиевтәр. Улар бере­һенән-береһе сибәрерәк дүрт ҡыҙ – Гөлсинә, Зөһрә, Нурия, Рүзи­ләне тәрбиәләй. Өлкәндәре Татыр­үҙәк мәктәбендә уҡырға мәжбүр булһа, быйыл беренсегә барасаҡ Нурияның яҙмышы әлегә хәл ител­мә­гән. Йәштәрҙең бынамын тигән яңы йорто булыуға ҡарамаҫ­тан, балаларын артабан уҡытыу ниәтендә тағы ла Татырүҙәктә йорт төҙө­гәндәр.
Бөгөн оҙаҡ йылдар ҡәйнә менән татыу йәшәгән килендәрҙе һирәк осратырға тура килә. Ә бына Гөлсә­сәк ханым ҡәйнәһе Бәҙерниса инәй, ҡайныһы Мәғәзәм олатай менән ун биш йылдан ашыу бергә ғүмер кисерә.
– Татыубыҙ, шөкөр, бер ваҡытта ла һүҙгә килешкәнебеҙ булманы, – ти ҡәйнәһе лә.
Уларҙың матур ғаиләһенә ҡарап һоҡланаһың, өлгө алаһың, шундай ғаиләләр ауылдарҙа күберәк булһын ине тигән теләктә ҡалаһың.

Берҙән-бер
йылы усаҡ


Тап шулай тиҙәр ауылдағы бер­ҙән-бер мәҙәни бинаны. Әле ауылда клуб ҡына үҙ бурысын үтәүҙән мәхрүм ҡалмаған. Төрлө байрамдар, кисәләр, халыҡ менән осрашыуҙар тап ошонда үтә, ул ауылдаштарҙы бергә туплаған, бар проблеманы ур­таға һалып һөйләшер урындарҙың да береһе. Клуб мөдире Хәлиҙә Бикбова әйтеүенсә, халыҡ төрлө кон­церт­тарға дәррәү йөрөй, ә бына үҙ­ҙәрен ойоштороп алыуы бер аҙ ҡыйыныраҡ икән. Етмәһә, төрлө сә­бәп арҡаһында ауыл клубтарына хә­ҙер аҡса аҙ бүленә, күпселек сараны үткәреү өсөн үҙ кеҫәңдән сығарып һалырға ла тура килә. Ивановка ауыл биләмәһе яғынан да иғтибар юҡ, һаман булһа ла төпкөл ауылдар үгәйһетелә килә.
– Шулай ҙа ҡул ҡаушырып ултыр­майбыҙ, – ти Хәлиҙә Мөхәмәт ҡыҙы. – Ағинәйҙәр ҡоро ойоштороп ебәр­ҙек, бына уларҙың ҡул эштәренән күргәҙмә лә эшләнек. Күптән түгел брендлы сараларҙың береһе – “Һый­лы көнөң – һыйырҙа” тигән байрам үткәрҙек. Ауылдың уңған хужа­бикә­ләре аҡтан әҙерләнгән төрлө ри­зыҡ­тар – ҡорот, май, аҡ һәм ҡыҙыл эрем­сек, ҡатыҡ, ҡаймаҡ алып сыҡты, үҙ­ҙәренең рецепт өлгөләре менән уртаҡлашты.

Ауылда йәшәргә теләгән кеше үҙенә шөғөл табаҠайтыу яғына юлланғанда, ауыл клубы янында оло йәштәге инәйҙең саҡырыуына ҡаршы килмәнек. Ул һик­һәнде үткән, һигеҙ бала үҫтергән Тәнзилә Бикбова булып сыҡты. Инәйҙең ауыл тормошо һәм киләсәге өсөн борсолоп йөрөүе асыҡланды.
– Гәзиттән киләләр, тигәс, аятҡа һуң­лаһам да, һеҙҙе күрергә тырыштым. Ошо ауылда йәшәнем, тиҙҙән мин дә күсеп китәм, шулай ҙа йө­рә­гем әрней ауылым өсөн, – тине ағи­нәй. – Күрәһегеҙме, бына клуб ҡына ябылмай ҡалды, баш­ҡа­лары бөтөн­ләй бөттө бит. Хатта көндәлек кәрәк-яраҡ өсөн ауылда магазин да юҡ. Мәктәбе, балнисы хаҡында әйтеп тә тормайым. Беҙ йәшәнек тә ул, бына йәштәргә ҡыйын...
Эйе, инәйҙең һүҙҙәренә нимәлер өҫтәү урынһыҙ булыр ине. Район хакимиәте етәкселеге төпкөл ауыл­дар­ҙың һәр береһенең яҙмышын яҡындан белә, бар хәленсә ярҙам итергә тырыша. Әммә, балаларҙың һаны тулмау сәбәпле, мәктәпте ва­ҡытлыса ябып торорға мәжбүр бул­ғандар икән. Бында нисек кенә ярҙам итергә тырышҡанда ла, уны ҡайта­нан асыу әлегә мөмкин түгел. Магазин мәсьәләһенә килгәндә лә, ауыл кешеләренең бер нисәүһе эшҡыуар­лыҡҡа тотоноп ҡарай ҙа ваз кисергә мәжбүр була, тип ысҡындырҙы, сөнки күптәр аҙыҡ-түлекте яҙҙырып ала ла түләргә ашыҡмай. Йылдар дауамында бушлай эшләргә кем риза булһын?!
Ысынлап та, бөгөн Аҡташҡа оҡ­шаш ауыл яҙмышын тик шунда йә­шәү­селәр үҙҙәре генә үҙгәр­тә ала. Ыңғай яҡҡамы, әллә кире­гәме, уны­һын да үҙҙәре билдәләй. Бөгөн ауыл­дарға ысын хужа кәрәк, шул са­ғында ғына ул йәшәй аласаҡ. Иң мө­һи­ме – халыҡ берҙәм, уртаҡ фе­кер­­ле, дәррәү һәм сәмле булырға тейештер. Юҡҡамы ни, күмәкләгән яу ҡайтарған, тимәй халҡыбыҙ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 698

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 772

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 827

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 873