Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Бер быуатлыҡ ғүмер
 Бер быуатлыҡ ғүмер Оло быуын вәкилдәрен күргәндә, тормош һынауҙары ни тиклем күберәк һәм ҡатмарлыраҡ булған һайын, әҙәм балаһы шул дәрәжәлә нығына, тамырлана баралыр, тигән уй килә. Тап шундай кеше беҙҙең арала бер быуатлыҡ ғүмер үрен ҡаршылай.

Ишембай районының Этҡол ауылында тәбиғәттең матур мөйөшөнә һыйынып ҡына ултырған Инера һәм Хәйҙәр Әхмәҙуллиндар өйөндә йәшәй был кеше: ул – хеҙмәт ветераны, күп балалы әсә, Бөйөк Ватан һуғышы һалда­тының тол ҡалған ҡатыны Хәнифә Ҡотломөхәмәт ҡыҙы Ғәлиева. Тормошта күпте күргән, ауыр юғал­тыуҙар кисергән был ҡатын — бөгөн дә ҡыҙы менән кейәүенә, ейән-ейәнсәренә аҡыллы кәңәштәр биргән, ҙур ғаиләне туплаған алтын бағана.
Үҙ ғүмерендә ейән, бүләләрен күрә алған кешене бәхетле тиҙәр. Тап шундай ябай әсәй, өләсәй, ҡартәсәй бәхетен кисерә ул үҙенең ошондай оҙайлы ла, ҡатмарлы ла, матур ҙа ғүмер юлында. Бөгөнгө ихтирам, балалары һөйөүен яулау, әлбиттә, уларға ғына бағышланған, хеҙмәттә үткән йылдар аша яуланған. Илебеҙҙә барған ҡатмарлы осорҙарҙы — уҙған быуаттағы 21-се йылғы аслыҡты, 30-сы йылдарҙағы коллективлашыу хәрәкә­тен, белемгә ынтылыу осорҙарын үткәргән Хәнифә Ҡотломөхәмәт ҡыҙы. Тырыш, егәрле ҡыҙ Әхмәр ауылында комсомол эшендә янып эшләй, һөнәргә ынтыла, сәхнәлә йырлай, йыр бәйгеләрендә ҡатнаша.
Тиҙҙән ул яҙмышын Петровскийҙа район финанс бүлегендә эшләп йөрө­гән Ғәзим Сәйфетдинов менән бәйләй. 1935—1941 йылдарҙа бәхетле ғаилә колхозда тырышып эшләй, Петров­скийҙа, артабан Әбйәлил районында йәшәй улар. Бер-бер артлы тыуған балалары – улдары Ирек, ҡыҙҙары Инера, кесе улдары Рим тормоштарын йәмләй. Ғаилә, киләсәккә матур пландар ҡора. Ләкин 1941 йылда башланған Бөйөк Ватан һуғышы Ғәзим менән Хәнифәнең дә тормошон үҙгәртә: һуғыш башланған көҙҙә үк ғаилә башлығы яуға китә. Береһенән-береһе кескәй балалары менән 26 йәшлек кенә Хәнифә яңы һынауҙар, билдәһеҙлек алдында тороп ҡала. Һәр кем башына төшкән ауыр һуғыш ҡазаларын кисе­рергә тормош иптәшенән килеп торған өскөл хаттар, әкренләп һуғыштың бөтөүгә табан барыуы, балаларының ҡул араһына инеүе ярҙам итә. Инде Еңеү яҙы ла йыраҡ түгел, урамда март... Ләкин ул йылдарҙа тотош илде аямаған “ҡара ҡағыҙ” 30 йәшлек Хәнифәнең дә өйөнә килә. Ул саҡтағы әрнеү, әсе күҙ йәштәрен бөгөн Хәнифә Ҡотломөхәмәт ҡыҙы һүҙ менән әйтеп бирә алмай, сөнки, үҙе әйтмешләй, йөрәк ҡартаймай икән ул:
— Ғәзимем һаман да йәп-йәш көйөнсә күҙ алдымда баҫып тора, шуға бөгөн дә уны һағынам, балаларымдың төҫөндә уның һыҙаттарын эҙләйем: зәп-зәңгәр күҙҙәре – Инерамда, бәһле­үән­дәй кәүҙәһе – Ирегемдә, яғымлы иркәләүе Римемдә тороп ҡалған. Шуға улар өсөһө бергә йыйылһа, Ғәзимем ҡайтҡан кеүек була, — тип йылмая Хәнифә Ҡотломөхәмәт ҡыҙы.
Ана шулай һөйөклө ирен, балала­рының атаһын, күңеле менән янында тойоп, сабыйҙарына белем биргән, тормошҡа юл ярған, һөнәр алырға ярҙам иткән. 1946 йылдан Стәрле­тамаҡҡа бейеме янына күсеп килеп, райондың башҡарма комитетында күмәк балалы яңғыҙ әсәләргә дәүләт пособиеһы тәғәйенләүсе өлкән инспектор булып эшләй. Замандаштары өсөн дә фәһем алырлыҡ, тәжрибә һәм тәрбиә өлгөләре бирерлек сифаттары асыла. Был сифаттар ейәндәренә лә күсә. Айырыуса Хәнифә Ҡотло­мөхәмәт ҡыҙы­ның бәхетле ғүмере үткән Этҡол ауылына ҡыҙы Инера һәм кейәүе Хәйҙәр Әхмәҙул­лин­дарҙың йортона улдары ла үҙҙәренең балалары менән килеп тора, өләсәләре менән ғорурланып йәшәй.
Инера Ғәзим ҡыҙы әсәһенең әхирәттәрен, элекке ғаилә дуҫтарын табып, улар менән туғандарын, балаларын аралаштырып, осраштырып йәшәр­гә өйрәткән. Уларҙың ҙур өйөнә бер ваҡытта ла юл өҙөлмәй: оло юлдан ситтә ятһа ла, туғандар Этҡолға йыш килә, бер быуат йәшәгән өләсәй менән һөйләшеп ултырыу – үҙе бер илаһи мәл.
Уның утты ла, һыуҙы ла кискән ғүмере онотолмаҫ ваҡиғаларға бай, балаларын үҫтергәндә һәр береһенә иңен ҡуя белгән әсәгә тормошта йыр ярҙам иткән. “Бөгөн дә “Юлдаш” радиоһынан йыр ишетелһә, әсәйемдең күҙҙәре нурлана, күңеле күтәрелеп, яурындары турайып китә”, — тип һөйөнә ҡыҙы.
Хәнифә Ҡотломөхәмәт ҡыҙы баларында ысын кешелек сифаттары — хеҙмәткә һөйөү, Тыуған илгә, батырҙар иҫтәлегенә тоғролоҡ тәрбиәләй алған. Әле 1967 йылда уҡ тормош иптәше Ғәзим Сәйфетдинов һәләк булып ҡалған Латвия ерендәге Лестеле ауылына атайҙарының ҡәберенә баш эйергә балаларын алып бара, 80 йәшлек әсәһен дә ҡалдырмай. Ҡәбер янында Ҡөрьән уҡып, тәрбиәләп ҡайталар. Һәм был эш биш йыл һайын башҡарылып тора. Тап бына ошондай ғәмәлдәр аша ябай ер кешеләре өсөн кәрәкле ҡиммәттәр тәрбиәләнгән был ғаиләлә. Бөгөн йөҙйәшәр Хәнифә Ҡотломөхәмәт ҡыҙы үҙенең 13 ейән-ейәнсәренә, бүлә-бүләләренә тормош матурлығы, йәшәү мәғәнәһе тураһында һөйләй, тимәк, үҫеп килгән быуынды үҙҙәренең тормошо өлгөһөндә илһөйәр быуын итеп тәрбиәләй.
Әҙәм балаһына күп кәрәкмәй: эргәлә һине аңлаған, ҡәҙер иткән яҡындарың булһа, улар һинең янға ҡайтып, ихлас йылмайһа, кәңәшеңде тыңлаһа, ғөмү­мән, үҙеңдең уларға кәрәк икәнеңде тойһаң – шул етә.






Автор: Гөлнур АҘНАБАЕВА. Район: Ишембай районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә