Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Бәхет тауы – бауырһаҡ
Бәхет тауы – бауырһаҡ Бауырһаҡ – иң татлы милли ризыҡтарыбыҙҙың береһе. Башҡорт халҡы уны элек-электән туй һәм башҡа оло табындар өсөн әҙерләр булған. Килендең уңғанлығы ла туй мәжлесенә алып килгән ошо күстәнәскә ҡарап билдәләнгән. Бәләкәй Мәҡсүт (Ҡарлар) ауылында уҙғарылған күркәм сара тап ошо тәмлекәскә арналды, унда ҡатнашҡандарҙың һәр ҡайһыһы бауырһаҡ бешереүҙең бихисап серенә төшөнгән.


Районда беренсе тапҡыр ойошторолған “Бәхет тауы – бауырһаҡ” байрамы милли ғөрөф-ғәҙәт­тәрҙе һаҡлау, оҫта бешереү серен йәш быуынға тапшырыу кеүек оло маҡсаттарға йүнәлтелеп, матур йолаларыбыҙға ярашлы әҙерләнде.
– Ауылдың исеме Бәләкәй Мәҡсүт булһа ла, урындағы халыҡ ҙур мәсьәләне күтәреп сыҡты. Алыҫлыҡҡа ҡарамай бәйгегә килеп еткән хужа­бикәләргә, ауыл хакимиәттәре башлыҡтарына оло рәхмәтемде еткерәм, – тине Һайран ауыл хаки­миәте башлығы Әминә Мәһәҙиева, ҡунаҡтарҙы сәләмләп.
Гөрләп торған майҙанға беренселәрҙән булып Сәлих ауылы уңғандары, улар артынса Һайран, Ҡарлар, Яңы Әптек, Биксән оҫталары сыҡты. Улар үҙҙәре менән таныштырғанда ауыҙ-тел ижадын, шиғри юлдарҙы ихлас ҡулланды.
Бәхет тауы – бауырһаҡ– Бауырһаҡ бешереү рецебы берәү булһа ла, һәр кемдең ҡулынан килмәй. Ауылыбыҙҙан ҡат­нашырға теләк белдергәндәр тәүҙә байтаҡ булһа ла, Фәниә Насретдинова менән Мәҙинә Сәғитова кеүек оҫталар ғына бәйгегә сығырға батыр­сы­лыҡ итте. Байрамға килгән халыҡтың уңған­лығына һоҡланмау мөмкин түгел: йәше лә, ҡарты ла әүҙем йыйылған, күмәкләшеп сәй эсеү өсөн тәмлекәстәр ҙә әҙерләп килтергән, – тип бәйән итте Ҡарлар ауылының мәҙәниәт усағын ун ете йыл етәкләгән Розалия Мусина.
Хаҡлы ялдағы ветеран Фәниә Насретдинова – ауылдағы һәр башланғысты күтәреп алып, уны ойоштороуҙа әүҙемлек күрһәткән ханымдарҙың береһе.
– Бауырһаҡ бешерергә әсәйемдән өйрәндем, – ти ул. – Тәүҙә ҡулдарынан күҙемде лә алмай ҡарап ултырҙым, һуңғараҡ яйлап ғына үҙем дә тәүәккәлләнем. Һәр эште “Бисмиллаһ” менән баш­ларға кәрәк. Бауырһаҡ уңһын өсөн яҡшы уйҙа, изге теләк-ниәттә булыу ҙа мөһим. Йо­мортҡа – бүлмә температураһында, май ваҡы­тында һалынһа, ризыҡ ярғыланмай, матур бешә.
Оҫта һәр ерҙә лә оҫта. Халыҡ алдында ҡамырын баҫып, ҡырҡып, бешереп, тәмләтеп ҡуйған бәйгеселәр быны тағы бер ҡат иҫбатланы. Һайран ауылынан Сәриә Ҡорбанғәлиева табынға йәм өҫтәгән ризыҡты тәү башлап бешереп ҡарағанын хәтерләп:
– Йәш саҡта иптәшемдең өләсәһенә ҡунаҡҡа барғанда, ул беҙгә бауырһаҡлап сәй эсерә тор­ғайны. Ваҡ ҡына булып сынаяҡта йөҙөп йөрөр ине. Был ризыҡты бешереү серҙәрен унан өйрәндем, – тине.
Бәхет тауы – бауырһаҡСәлих ауылынан аш-һыу оҫтаһы Тәнзилә Ғөзә­йерова бауырһаҡтан тыш сәксәкте лә телде йоторлоҡ итеп бешереүе менән танылған. Ауылдаштары уның туйға, төрлө табынға тәмлекәс әҙерләп биреүен үтенеп мөрәжәғәт итә икән.
– Беҙҙең ғаиләлә һәр байрамда сәксәк өҫтәл түрендә урын ала. Бәләкәй саҡта әсәйемдең бешергәнен ҡарап, уға ҡамырҙы киҫешергә ярҙам итә торғайным. Бешерә торғас, үҙем дә оҫтарҙым. Ризыҡ уңһын өсөн уны күңел һалып башҡарырға, ҡамырҙы яратырға кәрәк, – ти хужабикә.
Саф һауалағы өҫтәлдәр янында бәйгесе хужа­бикәләр тиҙ арала ҡамыр баҫып, бауырһаҡ тау­ҙарын өйөп тә ҡуйҙы. Иң тәүге булып бешереп бөткән, баһалама ағзаларын, тамашасыларҙы телде йоторлоҡ ризығы менән һыйлаған Сәриә Ҡорбанғәлиева гран-приға лайыҡ тип танылды. Сәлих ауылына Баймаҡтан килен булып төшкән Тәнзилә Ғөзәйерова менән Ҡарларҙан Фәниә Нас­ретдинова беренсе баҫҡыста булды. Биксән­дән Таңһылыу Шәмсетдинова менән Яңы Әптек­тән Фәриҙә Сафина – икенсе, Ҡарларҙан Мәҙинә Сәғитова менән Сәлихтән Әлфиә Хисмәтуллина өсөнсө урынды яуланы.
– Ошо байрам менән халҡыбыҙҙың милли йолаларын, бай тарихын дауам итәбеҙ. Һайран ауыл хакимиәте менән Ҡарлар ауылы клубы күптәнге идеямды тормошҡа ашырырға ярҙам­лашты. Бәйге аш-һыуға ихтирам уятҡан, милли аңыбыҙҙы үҫтергән матур сара булды. Ҡайҙа ғына йәшәһәк тә, ниндәй тарафтарҙа йөрөһәк тә, тыуған илебеҙҙе хөрмәт итергә, уны яратырға тейешбеҙ. Һәр бала үҙ милләте йолаларында үҫһә, киләсәгебеҙ ҙә имен буласаҡ, – тигән фекерен еткерҙе бауырһаҡ байрамы идеяһының авторы һәм ойоштороусыһы, район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге белгесе Гөлнара Хәйбуллина.
Тәүге ҡоймаҡ төйөрлө була тиһәләр ҙә, шөкөр, бауырһаҡ байрамы бер ҡытыршылыҡһыҙ үтеп китте. Майҙа йөҙөп кенә бешкән бауырһаҡ кеүек, байрам һәүетемсә генә йыр, күңел асыу, тәжрибә уртаҡлашыу менән уҙҙы.




Тәнзилә Ғөзәйерованан
сәксәк бешереү рецебы
Өс йомортҡа, бысаҡ осонда ғына сода, шул күләмдә тоҙ, бер аш ҡалағы майонез йәки ҡаймаҡ һалып, он ҡушып йомшаҡ ҡына ҡамыр баҫырға. Уны ике-өс миллиметр ҡалынлыҡта йәйергә лә дүрт өлөшкә бүлергә. Йәйелгән ҡамырҙы биш сантиметр оҙонлоҡта туҡмас һымаҡ итеп киҫергә. Сәксәкте суйын һауытта бешереү яҡшы. Һауытҡа бер литр тирәһе көнбағыш майы һалабыҙ, ҡайнап сыҡҡас эсенә әҙер ҡамырҙы төшөрәбеҙ. Уны һары төҫкә ингәнсе ҡыҙыу утта бутап торабыҙ, алғас, башҡаларын төшөрәбеҙ.
Сироп: бер стакан шәкәр ҡомона бер аш ҡалағы һыу ҡойоп, утҡа иретергә ултыр­тырға. Шәкәр иреп бөткәс, бер аш ҡалағы бал өҫтәргә. Ҡайнап сығыу менән сиропты беш­кән сәксәк өҫтөнә ҡойоп бутарға, һауытҡа өйөп һалырға. Әҙер ризыҡты ваҡ төҫлө кәнфиттәр менән дә биҙәргә мөмкин.


Автор: Гөлназ ХАЛИҠОВА. Район: Ишембай районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡорт йырсыһы Сабина Кучаева атаһының һуңғы концерты хаҡында һөйләне

Башҡорт йырсыһы Сабина Кучаева атаһының һуңғы концерты хаҡында һөйләне 20.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡорт йырсыһы Сабина Кучаева атаһының һуңғы концерты хаҡында һөйләне...

Тотош уҡырға 0

Өфөнән Вьетнамға тура рейстар асыла

Өфөнән Вьетнамға тура рейстар асыла 20.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөнән Вьетнамға тура рейстар асыла...

Тотош уҡырға 0

«Башинформ» Башҡортостандың Спорт министрлығынан рәхмәт хаты алды

«Башинформ» Башҡортостандың Спорт министрлығынан рәхмәт хаты алды 20.05.2026 // Йәмғиәт

«Башинформ» Башҡортостандың Спорт министрлығынан рәхмәт хаты алды...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостандың көнбайыш райондарында ғәҙәттән тыш янғын хәүефе фаразлана

Башҡортостандың көнбайыш райондарында ғәҙәттән тыш янғын хәүефе фаразлана 20.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың көнбайыш райондарында ғәҙәттән тыш янғын хәүефе фаразлана...

Тотош уҡырға 1

Республикала дүртенсе «Китап байрамы»ның төп үҙенсәлеге билдәле булды

Республикала дүртенсе «Китап байрамы»ның төп үҙенсәлеге билдәле булды 19.05.2026 // Йәмғиәт

IV «Китап байрамы» халыҡ-ара китап йәрминкәһе йәнә әҙәбиәт һөйөүселәрҙе, нәшерселәрҙе һәм ......

Тотош уҡырға 1

Башҡортостан етәксеһе Өфөнөң 13-сө ҡала клиник дауаханаһы лабораторияһында трек системаһы менән танышты

Башҡортостан етәксеһе Өфөнөң 13-сө ҡала клиник дауаханаһы лабораторияһында трек системаһы менән танышты 19.05.2026 // Йәмғиәт

Бөгөнгө көндә был Волга буйы федераль округы төбәктәрендә ошондай берҙән-бер трек системаһы ......

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда иң яҡшы мәктәп ашханалары билдәле булды

Башҡортостанда иң яҡшы мәктәп ашханалары билдәле булды 19.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда иң яҡшы мәктәп ашханалары билдәле булды...

Тотош уҡырға 2

Республика заправкаларында  яғыулыҡ ҡиммәтләнгән

Республика заправкаларында яғыулыҡ ҡиммәтләнгән 19.05.2026 // Йәмғиәт

Республика заправкаларында яғыулыҡ ҡиммәтләнгән...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостандың Заря ауылында яңы мәсет асылды

Башҡортостандың Заря ауылында яңы мәсет асылды 19.05.2026 // Йәмғиәт

Архангел районы Заря ауылының яңы мәсетендә беренсе аҙан яңғыраны....

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда бөгөн 3-4-се класлы янғын хәүефе фаразлана

Башҡортостанда бөгөн 3-4-се класлы янғын хәүефе фаразлана 19.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда бөгөн 3-4-се класлы янғын хәүефе фаразлана...

Тотош уҡырға 0

«Йәшел Башҡортостан» акцияһы сиктәрендә республикала 83 яңы тематик аллея барлыҡҡа килгән

«Йәшел Башҡортостан» акцияһы сиктәрендә республикала 83 яңы тематик аллея барлыҡҡа килгән 19.05.2026 // Йәмғиәт

«Йәшел Башҡортостан» акцияһы сиктәрендә республикала 83 яңы тематик аллея барлыҡҡа килгән...

Тотош уҡырға 1

Республикала ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтөлә

Республикала ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтөлә 19.05.2026 // Йәмғиәт

Республикала ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 1


Комментарий өҫтәргә