Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Тикшерелеп тор!
Һуңғы осорҙа телмәребеҙгә килеп ингән ят “диспансерлаштырыу” һүҙенә аҡрынлап булһа ла күнегеп киләбеҙ. Был ғәмәлгә ҡарата уй-фекерҙәр төрлө. Кемдер уны “формаль”, “отчет өсөн”, аҙ тәьҫирле сара тип тәнҡитләһә, күпселек бушлай медицина тикшеренеүе үтеүҙән бик ҡәнәғәт. Сәләмәтлекте киң ҡоласлы тикшереүҙең һөҙөмтәһе бармы? Ниндәй маҡсатты күҙ уңында тотоп, ошондай күләмле эште башҡармаҡсы тармаҡ хеҙмәткәрҙәре? Халыҡ һаулығын һаҡлау йүнәлешендә дәүләт сәйәсәтендә ниндәй яңылыҡтар көтөлә? Ошо көнүҙәк һорауҙар менән Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә МЫРҘАБАЕВАҒА мөрәжәғәт иттек. Һүҙ –уға:

– Үҙен яҡшы һиҙгән, эшкә һәләтле кешегә сараның кәрәге юҡ кеүек тойолоуы ихтимал. Сәбәбе лә етерлек: ваҡыт тар, мәшәҡәт күп, кем һине эштән ебәрһен… Өҫтәүенә диспансерлаштырыу үткәргән поликлиниканың техник мөмкинлектәре лә сикле булғанда, ҡайһы бер тикшеренеү өсөн йүнәлтмә менән башҡа махсус учреждениеға барырға... Минеңсә, системаға һалынған үтә мөһим иҫкәртеү сараһының уңайһыҙ яҡтарын әллә ни күпертеү кәрәкмәҫ, сөнки йәмғиәттең бөтөн ҡатламдары — дәүләт, йәмәғәтселек, мәҙәниәт ойошмалары бул­һынмы, бизнесмы — барыһы ла һаулыҡ һаҡлауҙы камиллаштырыуға, сәләмәт йәшәү өсөн шарттар тыуҙырыуға мохтаж.
Алдынғы илдәрҙең тәжрибәһен алып ҡарайыҡ. Улар иҫкәртеү сараларын киң ҡулланыу арҡаһында йоғошло булмаған сирҙәрҙән вафат булған кешеләрҙең һанын кәметә алды. Һәр кемдең үҙенең сәләмәт­ле­генә яуаплы ҡарауы ғүмер оҙайлығын арттырыуҙа төп аҙым булыуын иҫбатланылар.
Диспансерлаштырыуҙы ҙур күләмдә үткәреү ха­лыҡтың үлемен кәметеү маҡсатын күҙҙә тота. Әлегә был йәһәттән маҡтана алмайбыҙ, сөнки эшкә һәләтле йәштәгеләрҙең төрлө сирҙәрҙән ваҡытһыҙ вафат булыуы менән һис килешеп булмай. Сирҙе ни тиклем иртәрәк асыҡлаһаҡ, инвалидлыҡ күрһәт­кестәрен, үкенесле үлем осраҡтарын шул тиклем нығыраҡ кәметә аласаҡбыҙ.
2013 – 2014 йылдарҙа уҙғарылған диспансерлаштырыу һөҙөмтәләрен, уның ыңғай һәм кире яҡ­тарын өйрәнгәндән һуң, ойоштороуҙың яңы тәртибе булдырылды, табиптар өсөн методик ҡағиҙәләр эшләнде. Нимәнән ғибәрәт һуң яңы тәртип? Участка табибының функциялары асыҡланды, ҡайһы бер тик­шеренеүҙәрҙе үткәреү ысулы үҙгәртелде, 75 йәш­те уҙған өлкәндәр өсөн медицина ярҙамы күләме арттырылды, ҡан әйләнеше систе­маһы, яман шеш, тын алыу ағзалары, шә­кәр диабеты менән сирләүселәр һаны аныҡ­ланды. Шулай итеп, 2015 йылдың 1 ап­реленән диспансерлаштырыу яңы тәр­типтә ике этапта башҡарыла. Тәүгеһе йо­ғошло булмаған хроник сир билдәләрен, наркотик һәм психотроплы матдәләр ҡул­ланыу-ҡулланмауҙы асыҡ­лау, диагнозды билдәләү өсөн ниндәй өҫтәмә тик­шере­неү­ҙәр кәрәклеген үҙ эсенә алһа, икенсе этапта ауырыуҙың хәл-торошон тәрән өйрәнеү өсөн консультация уҙғарыла.
Диспансерлаштырыуҙы 21 йәштән башлап өс йылға бер тапҡыр үтергә мөмкин (ҡайһы бер категориялар йыл да тикшерелә ала, мәҫәлән, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары). Кеше эшләйме-юҡмы — уныһы мөһим түгел. Сараның тәьҫирлегенә бер генә миҫал. Былтыр тикшеренеү үткән 20,5 миллион өлкән кешенең 1,6 миллионында йөрәк-ҡан тамыр­ҙары, 30 меңендә — яман шеш, 100 меңендә шәкәр диабеты сирҙәре асыҡланған. Сәләмәтлек торошо буйынса I төркөмдө халыҡтың 33 проценты тәшкил итһә (нигеҙҙә һаулыҡтары яҡшы, ауырыу хәүефе аҙ), сир һиҙҙермәй генә аҙған, үлем хәүефе артҡан II төркөмгә тикшеренеү үткәндәрҙең 21 проценты, нигеҙҙә 40-тан 60 йәшкә тиклемге ир-ат ҡарай. Ә 46 процент тәшкил иткән III төркөмгә ингәндәр мотлаҡ табип күҙәтеүенә мохтаж.
Башҡортостанда быйыл 710 меңдән ашыу кеше ошо мөһим сараға йәлеп ителәсәк. Тәүге этапты ха­лыҡтың 37,8 проценты үтте лә инде. Социаль әһә­миәт­ле сирҙәр араһында 66 яман шеш, өс ту­бер­кулез, 586 шәкәр диабеты, ике меңгә яҡын йөрәк ишемияһы осрағы асыҡланған. Һәр па­циент­ҡа тик­шеренеү һөҙөмтәһе тураһында мәғлүмәт тупланған сәләмәтлек паспорты бирелә.
Ә былтырғы эш һөҙөмтәләренә үҙегеҙ ҙә баһа бирә алаһығыҙ: 128 меңгә яҡын кеше диспансер күҙәтеүенә алынған, 155 меңенә — дауа, 1375 ауы­рыуға юғары технологиялы медицина ярҙамы билдәләнгән, 27 меңгә яҡын пациент шифахана-курорттарҙа дауаланыу мөмкинлеген алған.
Ентекле, тәрән тикшеренеүҙәр үтеү өсөн респуб­ликабыҙҙағы “Сәләмәтлек” үҙәктәрен әүҙемерәк фай­ҙаланыу тағы ла юғарыраҡ һөҙөмтәгә өлгәшергә ярҙам итер ине. Бәлиғ булмаған йәштәгеләрҙең, етемдәрҙең, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм кескәйҙәр­ҙең һаулығын хәстәрләү, медицина тикшеренеүҙәре үткәреү беҙҙә ҙур өҫтөнлөккә эйә. Башҡортостанда быйылғы дүрт айҙа сабыйҙар үлеме күрһәткесенең былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда һиҙе­лер­лек кәмеүе һөйөндөрә. Әммә тынысланырға иртә, иҫкәртеү, диспансерлаштырыу эшенең сифатын яҡшыртыу әүәлгесә көнүҙәк мәсьәлә булып ҡала.

Д. ҒӘБДРӘХИМОВА яҙып алды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар башланды

Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар башланды 06.11.2026 // Йәмғиәт

«Икар» авиакомпанияһы Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар асты. Был хаҡта «Өфө» халыҡ-ара аэропортының ......

Тотош уҡырға 6

Ошо көндәрҙә Салауат Юлаевтың бронза һәйкәлен ҡойоу башлана – Башҡортостан Башлығы

Ошо көндәрҙә Салауат Юлаевтың бронза һәйкәлен ҡойоу башлана – Башҡортостан Башлығы 06.11.2026 // Йәмғиәт

Ошо көндәрҙә Санкт-Петербургтың «Монументскульптура» заводында Салауат Юлаевтың бронза ......

Тотош уҡырға 6

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай 06.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай...

Тотош уҡырға 5

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде 06.11.2026 // Йәмғиәт

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде...

Тотош уҡырға 7

Тағы бер авиакомпания Өфө – Дубай маршруты буйынса осоштар программаһын асты

Тағы бер авиакомпания Өфө – Дубай маршруты буйынса осоштар программаһын асты 05.11.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы «Өфө» халыҡ-ара аэропортынан Дубайға, Аль-Мактум аэропортына тура рейстар ......

Тотош уҡырға 6

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа 05.11.2026 // Йәмғиәт

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа...

Тотош уҡырға 7

Башҡортостан Башлығының Тура бәйләнеш күсмә студияһы республиканың төньяҡ-көнсығышында эшләй

Башҡортостан Башлығының Тура бәйләнеш күсмә студияһы республиканың төньяҡ-көнсығышында эшләй 05.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров менән Тура бәйләнешкә халыҡтан мөрәжәғәттәр һәм ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта 05.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә 03.11.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә...

Тотош уҡырға 5

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды 03.11.2026 // Йәмғиәт

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды...

Тотош уҡырға 5

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы 03.11.2026 // Йәмғиәт

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 6

Радий Хәбиров  Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы

Радий Хәбиров Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы 03.11.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы...

Тотош уҡырға 6


Комментарий өҫтәргә