Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Шәкәрҙең “әсе” тәме…
Оло йәштәге бер инәй һа­тыу­сыға: “Ҡыҙым, ейәндәрем бик күп ер еләге ебәргән, ҡайнатмаға үҙебеҙҙең шәкәрҙән берәй 4 ки­ло үлсәп бир әле”, — тип кисә генә алған пенсияһынан 100 һум аҡсаһын һондо. Һатыусы инәй­ҙең күҙҙәренә серле итеп ҡара­ны ла: “Уҡый-яҙа белгән кешегә оҡшағанһың, һинең был аҡсаңа 2 кило ла килмәй бит. Шәкәргә хаҡтарҙың артҡанын ишетмә­неңме ни? Әйткәндәй, һин һора­ған Башҡортостан шәкәре беҙ­ҙең кибеттә күптән юҡ инде. Бәлки, күршелә барҙыр, инеп ҡара”, — тигән кәңәш бирҙе.

Инәй был кибеткә инде лә: “Кем бар, миңә варенье ҡай­натырға тыуған ерҙә етеш­те­релгән шәкәр кәрәк ине”, – тине. Шул мәлдә бер йәш егет йүгереп килде лә Кавказ халҡы акценты менән: “Шәкәр бар, рәхим итегеҙ, үҙе­беҙҙең Башҡортостандыҡы — Шишмә заводынан, 5 килоһы 300 һум тора, йәғни бер килоһы 60 һумға баҫа”, — тине. Инәйҙең күҙҙәре маңлайына менеп, ап­тырауға ҡалды. “Үткән йыл тап ошо ваҡытта килоһын 25 һумдан алғайным, әле ике тапҡырҙан да артыҡ күтәрелдеме ни хаҡы?” — тип һораны. Һатыусы, инәйҙең һатып алмаҫын аңлағас, тиҙерәк сығарып ебәреү яғын ҡараны.
Инәй тәүге һатыусыға килеп хәлде һөйләп бирҙе. Һатыусы, уға ярамһаҡланып, үҙ фекерен еткерергә тырышты. “Инәй, — тине ул, — һеҙ телевизор ҡарай­һығыҙҙыр, радио тыңлайһы­ғыҙ­ҙыр. Иртәндән башлап кис йоҡ­ларға ятҡансы сәләмәтлек тураһында һөйләйҙәр, һаулыҡты һаҡларға, дауаланырға кәңәш бирәләр. Беҙ ҙә, йәғни һатыу­сылар ойошмаһы ла, был үтә яуаплы хәрәкәттән ситтә ятып ҡалмаҫҡа, уға әүҙем ҡушылырға ҡарар иттек. Һатып алыусының һау-сәләмәт булыуы — беҙҙең өсөн бәхет. Күрәһегеҙ бит, типһә тимер өҙөрлөк кешеләр йөрәк сиренән, яман шештән, шәкәр ауырыуынан күпләп үлә. Һуңғы ваҡытта шәкәр ауырыуы киң таралды. Ауырыу һимерә, тәм-том ашауҙан мәхрүм, тома һуҡыр ҡалып, яҡты донъяның матур­лығын күрә алмай йонсой. Был хәл күп осраҡта беҙҙең кәсепкә бәйләнгән, шәкәрҙе күпләп һа­тып бирәбеҙ. Халыҡ сәләмәт­ле­ген ҡайғыртыу шәкәргә хаҡты арттырыуға мәжбүр итте. Һө­ҙөмтәһен оҙаҡламай күрерһегеҙ — шәкәр ауырыуы ҡырҡа кәме­йәсәк, инсулиндың кәрәге ҡал­маясаҡ. Баш­ҡортос­тан шәкәре кибет кәштәләрендә тулып ятасаҡ. Өмөт менән йәшәгеҙ!”

***

…Хәйербәк бик иртә уянды, башы тынғы бирмәй. Сатнап ауырта, ултырырға ла, ятырға ла урын тапмай. Мендәргә башын терәһә, мейеһе сәсрәп киткәндәй була, әйтерһең дә, уның эсендә ҡара ҡорт тырнаҡтарын батырып, ҡотороп йөрөй. Үҙен әшәке һүҙҙәр менән әрләп тә алғылай: “Бирән, шул тиклем эсмәһәң ни булған, йығып ауыҙыңа һал­май­ҙар бит. Ауыҙыңа араҡы тейһә, айырыла алмайһың, мөртәт. Кем араҡы мискәһенең төбөнә төшә алған? Ундай кеше тарихта юҡ. Ошонан үлеп ҡалһам, бөтөн ауыл “алкаш теге донъяға кит­кән” тип һөйләп сығарасаҡ. Балалар өсөн бынан да оят хәлдең булыуы мөмкинме? Ҡуй, юҡты-барҙы уйлап ултырғансы берәр сараһын күрәйем, күрше Йо­март­ҡа инеп сығайым. “Әссәлә­мәғәләйкүм, Йомарт күрше! Уй­ланып ултырҙым да туҡта, мин әйтәм, ут күршенең хәлен белеп сығайым. Боронғолар әйт­мешләй, күрше хаҡы — тәңре ха­ҡы, күрше менән дуҫ-туған бу­лып йәшәүҙән дә оло бәхет юҡ­тыр ул”. Был йылы һүҙҙәрҙе ишеттеме-юҡмы, Хәйербәк ин­гән­дә Йомарт эйәген ике ҡулына терәп ауыҙ эсенән генә йырлап ултыра ине.
Тулҡынлана ла ҡабара
Сәстәремде тараһам.
Йәшәү рәхәт, донъя теүәл
Көмөшкәгә ҡараһам.

Һине эсһәм, һыҙламай ҙа
Тубыҡтарым, ҡулбашым.
Маҡтарға һүҙҙәрем етмәй,
Рәхмәт инде, “первачым”!
– Әйҙүк, Хәйербәк күрше, ғәфү итә күр, эш менән мәшғүл булып ингәнеңде лә һиҙмәй ҡалғанмын. Шунан, ни йомош ташланы, күрше, бик һирәк инәһең бит беҙгә. Әллә берәй нәмәгә үпкәләнеңме? – тип ҡаршыланы ул.
– Юҡ, шундай итәғәтле күршегә ниндәй үпкәләү булырға мөмкин. Байтаҡтан күргән юҡ, хәл-әхүәлеңде белергә булдым. Һине иҫән-һау күреүем менән үҙемде бик бәхетле һанайым. Күршеләр бер-береһе өсөн үлеп торорға тейеш. Хатта ҡыҙ һо­рата барғанда ла бит иң башта күрше-тирәләре тураһында белеш­мә алалар, уларҙың мөнә­сәбәттәрен белергә тырышалар, – тип тәтелдәне тегеһе.
Бындай таҫма тел, йылы һүҙ­ҙәрҙән Йомарт иреп киткәндәй булды, өҫтәүенә Хәйербәк аппаратты ҡулдары менән тотоп ҡарай, унан тып-тып итеп тамып көмөшкә төшкәнде күҙәтә.
– Аппараттан уңдым, Силәбе менән Башҡортостан сигендәге баҙарҙа арзан хаҡҡа ғына һатып алғайным. Вәт эшләй, бер тап­ҡыр ҙа боҙолоп-нитеп торғаны юҡ. Башлы кешеләр бар бит, күрше, уны бит уйлап сығарырға ла кәрәк. Йә, тамсылап эсә­һеңме, әллә стакан менән бирәйемме? – тине күрше.
– Тамсылаһаң, йә салбарға тамып еҫе килер, улай изге уйың булғас, стаканға һал, тотоп эсергә лә йәтеш булыр, — тип тамшанып ҡуйҙы Хәйербәк. Бер стаканды ҡылҡылдатып бөтөрөп ҡуйҙы ла: “Бик һәйбәт, үткер икән. Кинәт кенә башҡа йүгерҙе, ҡан тамырҙарын киңәйтеп ебәрҙе”, — тип йылмайҙы. Уның йөҙө асылып, күҙҙәре уйнай башланы. Батырайҙы, тағы бер стакан һорап эсте. Күберәк булды шикелле. Йомарттан иҙәндә ятып хәл йыйып алырға рөхсәт һораны һәм шунда уҡ хырылдап йоҡлап китте… Бер аҙҙан күҙҙәрен асты ла:
– Бигерәк егәрлеһең, уңған­һың, күрше, шул арала иҙәнде йыуып та өлгөргәнһең, — тине. Йомарт ҡарт иҙән йыуырға ваҡыты булмауы тураһында әйтеп ҡараһа ла, Хәйербәк үҙенекен һөйләне.
– Күрше, алдашырға ярамай, күрәһеңме, мин ятҡан иҙән еүеш.
— Көмөшкә тамғандыр, — тип көлөп кенә ҡуйҙы Йомарт. Шулай ҙа ул күршеһе алдында бер аҙ маҡтанып алырға булды.
– Кешеләр зарлана, имеш, шәкәргә хаҡ ныҡ артҡан, килоһы 50-60 һумға еткән. Минең өсөн, мәҫәлән, ул хаҡ бүстәк. 2 500 һумға 50 кило, йәғни бер тоҡ шәкәр һатып алып көмөшкә яһа­йым. Һәр килонан бер литр сыға, тимәк, мин бер тоҡ шәкәрҙән 15 000 килем алам, литрын 300 һум менән һатам. Ана, кибеттә, ярты литр араҡы 200-300 һум тора. Үҙемдең һатып алыусыларым бар, баҙар ситендә көтөп торалар. Төрлө кеше бар. Бәғ­зеләр коньяк төҫөн һәм тәмен хуп күрә. Ундайҙарға бер-ике тамсы “ҡандала ҡаны” тамыҙам. Заманы шулай: эшләй, йәшәй белергә кәрәк, донъя үҙе өйрәтә. Минең ризыҡты береһе лә хурламай, сөнки кешене алдамайым, хәләл көсөм менән йә­шә­йем. Хәҙергесә әйткәндә, ошо бизнесҡа табынып донъя көтәм.
Хәйербәк тә һүҙҙән ситтә тороп ҡалырға уйламаны: “Күр­шем, һин мине бөгөн үлемдән ҡотҡарҙың, бөткәйнем бит. Һин мине алкаш, һоранып эсеп йөрөй, тип уйлама. Форсат булғанда йә бесән, йә утын алып килеп китермен”, – тип вәғәҙә бирҙе.



Автор: Сәлимйән ҒҮМӘРОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә